-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ябайлыҡ, егәрлелек хас уларға

Егәрлегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тип, мәҡәлде үҙгәртеп, Сәйетбаба ауылында йәшәүсе Зөбәйҙә һәм Айҙар Һөйөндөковтарҙың бер туҡтамай нимәлер эшләп йөрөүҙәренә ҡарап шулай тип әйтеп ҡуяһың.

Күркәм йорттарына күҙ йүгертеү менән тәҙрә ҡапҡастарындағы нескә генә ҡыҙыл сәскә һүрәттәре, эстән дә шаулап сәскә атып ултырған бүлмә гөлдәре әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып, өйгә ҡот, йәм биреп, ҡыш менән көҙ алышҡан һалҡын көндә күңелгә йылы бөркөп, бында эшсән, матурлыҡ яратҡан кешеләр йәшәгәнлеген күрһәтеп тора.

Ауылда донъя көтөүҙәре ауыр тиһәләр ҙә, үҙҙәренең эшенән ҡәнәғәтлек, тыуған ерҙән көс-ғәйрәт алып йәшәгән ябай хеҙмәт кешеләре бер нимәгә зарланмай, һәр атҡан таңға ҡыуанып ғүмер итә белә. Зөбәйҙә һәм Айҙар Һөйөндөковтар ҙа шулай. Икеһе лә ошо Сәйетбаба-Мырҙаҡай ауылында тыуып үҫкәндәр. Ғаиләләрендә ишле балаларҙың иң өлкәндәре булғанлыҡтан, икеһенә лә иркәләнеп, әҙерҙе көтөп ултырыу бәхете теймәй.

Зөбәйҙә апай Зөһрә һәм Исламбул Фәхретдиновтарҙың 7 балалы ишле ғаиләһендә тыуып үҫкән. Зәйтүнә һеңлеһе – Салауатта, Рәүиә – Ишембай районының Кинйәбулат ауылында, ә инде Әлтәф, Әхтәм, Рәшиҙә, Әлфир туғандары Сәйетбабала йәшәйҙәр. Мәктәптә уҡығанда уҡ хеҙмәт уҡытыусыһы Ғәлиә Вәлитованың ҡул эштәренә өйрәткәндәренә мөкиббән китеп, һоҡланып үҫә. Мәктәпте тамамлағандан һуң, инәһе ҡаршы булһа ла, һис икеләнеп тормай, Салауатта тегенсе һөнәрен үҙләштерә. 3 йыл Ивановола тегенсе булып эшләп тә ала. Әммә тыуған яҡтар үҙенә тарта. 15 йыл Сәйетбаба ауылындағы “Көнкүреш йорто”нда тегенсе булып, уны япҡас, бар күңелен һалып, ваҡыт менән иҫәпләшмәй мәктәп баҡсаһында эшләй. Әлеге көндә Ағинәйҙәр ойошмаһында тора, намаҙ уҡый, мәсеткә йөрөй. Саҡ ҡына буш ваҡыты килеп сыҡтымы сигеү сигергә, тегенергә, балаҫ һуғырға ултыра. Сиккән, бәйләгән, һуҡҡан әйберҙәренә төшөргән биҙәктәренә ҡарап, күҙҙе тартып алып булмай.

- Балаҫ һуғырға электән үк дәртләнә инем. Хаҡлы ялға сыҡҡас, күрше Рабиға апай Йәрмиеванан өйрәндем. Тормош иптәшем Айҙар станок эшләп бирҙе. Тегенеү эше нығыраҡ оҡшай. Сәхнә өсөн дә күлдәктәр тегәм, үҙемә лә төрлөсә итеп тегеп алдым, һаҡал эшләйем, - тип һөйләп үтте, үҙенең ҡупшы итеп тегелгән күлдәк, һаҡалдарын күрһәтеп.

Айҙар ағай Факиһа һәм Аллабирҙе Һөйөндөковтарҙың алты балаһының иң өлкәне. Фатих, Суфия туғандары Өфөлә, Флүр – Салауатта, Фәнүр ауыл-

да, кесеһе Әнүр Красноусолда йәшәй. 14 йәштән башлап дүрт тиҫтә йылға яҡын колхозда төрлө эштәрҙә эшләгән. Ул һис тик торорға яратмай. Ҡулына ниндәй эш ала, барыһын да килтереп сығара. Сәңгелдәк, көйәнтә, дуға, сана, арба эшләгән, тәгәрмәс тә бөгә, балаҫ һуғыу өсөн станок, уға көрөҫ, тараҡты ла фабриканан алынған кеүек бер артыҡ йөйһөҙ, оҫта итеп үҙе эшләй, мейес тә сығара, намаҙ ҙа уҡый.

- Бәләкәй саҡтан арба эшләп, малайҙарҙы ултыртып, һөйрәп йөрөй торғайным. Эшләп үҫкәс, тик ултырғы килмәй, эшләйбеҙ инде. Мал тотоп йәшәйбеҙ. 5 һыйыр бар. 10 балаҫ һуғыу станогы эшләп һаттыҡ. Ырымбур яғынан да килеп алдылар. Сәғәҙиев урамында ғына йәштәргә 4 мейес сығарҙым. Хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрҙе ҡарашып, үҙебеҙ белгәнде өйрәтеп, өйрәнеп йәшәйбеҙ инде, - тип, үҙҙәренең йәшәйештәре менән ихлас таныштырҙы Айҙар ағай.

Колхозда бергә эшләгәс, донъя көтөрҙәй ҡатҡыл, ышаныслы кеше икәнлеген күреп-һынап, Зөбәйҙә апайҙың атаһы Исламбул ағай кейәүен үҙе һайлап ала. Зөбәйҙә апай менән Айҙар ағайҙы эш һөйөүҙәре лә берләштерә. Бер-бер артлы 5 балалары донъяға килеп, хәҙер һәр береһе үҙ юлын тапҡан. Оло улдары Айваз Салауат ҡалаһында сварщик булып эшләй. Ҡатыны Рита менән ике бала үҫтерә. Фләрисә ҡыҙҙары Вафир кейәүҙәре менән Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәй. Зөлфирә ҡыҙҙары менән Азат кейәүҙәре ата-әсәһенә яҡын ғына тора. 3 бала тәрбиәләйҙәр. Азамат улдары Себерҙә эшләй, ауылда урын алып гараж төҙөп тә ултыртҡан. Кесе улдары Нурислам Ишембай ҡалаһында нефть колледжының 3-сө курсында уҡып йөрөй. Ата-әсәһенә оҡшап балалары ла эшләп үҫкән, тәртипле, тырыштар. Ә был ғаилә хужаларының егәрлелектәренә, ябайлыҡтарына һоҡланмау мөмкин түгел. Улар бер эште лә йыбанып, зарланып эшләмәй, ә күңел биреп, ихлас башҡаралар. Уларҙың тотоп ҡарамаған, ҡыҙыҡһынмаған эштәре юҡтыр ул, моғайын.

Ултыртҡан гөлдәрең шаулап сәскә атып, үҙең күңелеңә ятҡан эш эшләп, эргәңдә ейән-ейәнсәрҙәрең йүгереп йөрөһә, өләсәй-олатай булған кеше өсөн ошонан да артыҡ бәхет бармы икән?!