-15 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Милләт шәхестәре менән көслө

Башҡортостан Республикаһының тәүге Юғары Советы Рәйесе, беренсе Президенты, Рәсәйҙең Федерация Советы һәм Дәүләт Советы ағзаһы булған, хеҙмәте I һәм II дәрәжә "Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн", Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы, "Почет Билдәһе" ордендары, башҡа бик күп орден һәм миҙал менән баһаланған Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа 7 февралдә 85 йәш тула.


Районыбыҙҙа ла ул йылдарҙа күп ыңғай үҙгәрештәр булды. Мортаза Ғөбәйҙулла улы ярҙамы менән “Красноусол” шифаханаһы Европа кимәлендәге шифаханаларҙың береһенә әүерелде. Ағиҙел, Мәндем, Егән йылғалары аша күперҙәр һалынды, юлдар төҙөлөп, асфальт түшәлде, районға “зәңгәр” яғыулыҡ килде. Красно-

усолда мөһабәт мәҙәниәт һарайы ҡалҡып сыҡты, заманса башҡорт гимназия-интернаты асылды, балалар баҡсалары, мәктәптәр, клубтар, мәсеттәр үҙ ишектәрен асты. “Урал” хәйриә фонды советы рәйесе булараҡ та районыбыҙға ярҙам итеп, “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөттө.