+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
23 Ноябрь 2016, 18:02

Һаҡланыу сараларын күрегеҙ

Геморрагик биҙгәк – токсикоз, биҙгәк һәм геморрагик синдром – ҡан тамырҙарының ҡанһырауы менән характерлана.

Сысҡан биҙгәге вирусы кешегә һауалағы саң аша (инфекция йөрөтөүсе сысҡандарҙың кипкән тиҙәктәре саңы) бесән йыйғанда, баҡса йорттарын йыйыштырғанда һәм башҡа эштәр менән булғанда йоғоусан. Шулай уҡ ашағанда бысраҡ ҡулдар йәки ауырыу кимереүселәр аҙыҡ-түлеккә тейгән осраҡта аҙыҡтан да күсергә мөмкин. Геморрагик биҙгәктең билдәләре сирҙе йоҡторғандан һуң 2-45 көн үткәс беленә. Кешенең тән температураһы күтәрелә, хәлһеҙлек, баш әйләнеү, мускулдар һыҙлауы, тире аҫтына, эске органдарға ҡан һауыу күҙәтелә. Пациенттың нервы системаһы ҡаҡшауы, шок кисереүе һәм комаға китеүе мөмкин. Сирҙе асыҡлау өсөн ҡан һәм һейҙек анализдары алына. Диагноз ҡуйылғас, сирлене дауаханала табип күҙәтеүе аҫтында дауалайҙар. Ауырыу кешенән кешегә йоҡмай, шуға күрә, сирле кеше тирә-йүндәгеләргә хәүеф тыуҙырмай.

Ауыр эҙемтәләргә килтереүсе был сирҙе булдырмау өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк.

1. Кеше йәшәгән урындарҙа кимереүселәргә ҡаршы төрлө ысулдар менән (ҡапҡан, ағыулы матдәләр) даими көрәш алып барырға.

2. Аҙыҡ-түлекте ергә йәки сысҡандар йөрөрлөк башҡа урындарға ҡуймағыҙ.

3. Сысҡандар кимергән аҙыҡты ашамағыҙ.

4. Саң осоп торған эштәрҙе башҡарғанда (малға бесән, һалам һалғанда, утын бысҡанда һ.б. тын алыу юлдарын һаҡлау сараларын (респиратор, мамыҡ-марля битлектәр ҡулланыу) күрегеҙ.

5. Сысҡандар йөрөгән урындарҙа бейәләй, бирсәткәләр кейеп эшләгеҙ.

6. Эш барышында тәмәке тартмағыҙ, ҡулды йыумайынса ашамағыҙ. Геморрагик биҙгәк сире менән ауырыусыларҙың күбәйеүе 3-5 йылға бер була торған кимереүселәр һаны артыуына бәйле. Районда һуңғы тапҡыр бындай хәл 2014 йылда күҙәтелде. Ул ваҡытта был сир менән 77 кеше ауырыһа, быйыл көҙ ошо диагноз 14 кешегә ҡуйылды.

Ирек ФӘЙЗУЛЛИН,

Үҙәк район дауаханаһының инфекция табибы.
Читайте нас: