+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
23 Ноябрь 2016, 18:04

Һаулығың үҙ ҡулыңда

Көндәр һалҡынайыу менән һыуыҡ тейҙереп ауырыусылар һаны бермә-бер арта.

Был сир менән үҙегеҙ йәки балағыҙ ауырып китһә, табипҡа барғансы уның билдәләренә ҡарап, өйҙә булған дарыуҙарҙы ҡулланырға мөмкин. Мәҫәлән, ҡолаҡ һыҙлай башлаһа көнөнә 3 тапҡыр 3-4 тамсы "Оттипакс” дарыуын тамыҙырға була. Әгәр ҙә ҡолаҡтан аҡ йәки йәшкелт төҫтәге шыйыҡса бүленеп сыға икән, спиртлы дарыуҙар һалырға ярамай. Был осраҡта ҡолаҡҡа ниндәй ҙә булһа антибиотик иретмәһе тамыҙырға һәм мөмкин тиклем тиҙерәк табипҡа күренергә кәрәк. Бигерәк тә балалар сирләгәндә. Шулай уҡ елһенеүҙе бөтөрөүсе һәм ауыртыуҙы баҫыусы дарыуҙар ҡабул итергә лә була. Иң киң таралғаны, әлбиттә, нурофен (ололар өсөн таблеткала, балаларға – сиропта). Ибуклин, ибупрофен дарыуҙарын да ҡулланырға мөмкин. Бынан һуң һыҙлаған ҡолаҡҡа 10-15 минутҡа ҡоро йылы (эҫе һыулы грелка йәки ҡыҙҙырылған тоҙло тоҡсай) ҡуйырға кәрәк. Ғәҙәттә, ошоларҙы эшләгәндән һуң ҡолаҡ ауыртыуы бөтә.
Әгәр өйөгөҙҙә антибиотиктар бар икән, сирленең уларға аллергияһы юҡлығын асыҡлағандан һуң, дозировкаларын дөрөҫ итеп, сир башланғанда уҡ ҡулланырға мөмкин. Ҡолаҡ
ауыртыуы һәр ваҡыт танауға тымау тейеү менән бергә бара, сөнки ҡолаҡ – танау ҡыуышлығы үҙ-ара бәйле. Шуға күрә балағыҙҙың танауынан һыу аға башлағас та, дарыу тамыҙырға кәрәк. Әгәр ҡул осонда дарыу булмаһа, 1 стакан һыуҙа 0,5 сәй ҡалағы тоҙ иретеп көнөнә 3-4 тапҡыр 3-әр тамсы танауға һалығыҙ. Артабан мотлаҡ рәүештә табипҡа күренергә кәрәк, бигерәк тә ҡолаҡ һыҙлауы һәм унан шыйыҡса ағыуы туҡтамаһа.
Ирек АРЫҪЛАНОВ,
Үҙәк район дауаханаһының
табип-оториноларингологы.
Читайте нас: