+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
23 Ноябрь 2016, 18:04

Эш һөйгәндең дәрәжәһе артыр

Дауахана… Ошо һүҙҙе ишетеү менән күңелде ҡапма-ҡаршылыҡлы тойғолар солғап ала.

Ул Сәйетбаба ауылында Миңлеямал һәм Ноғоман Заһиҙуллиндарҙың 8 балалы ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Шуларҙың өсөһө махсус урта, бишеһе юғары белем ала. Әмир Ноғоман улының табип һөнәрен һайлау теләге үҫмер сағында үҙ эшенең оҫтаһы, һәләтле табип үрнәгендә тыуған. 12 йәшендә ул аяғын имгәтә һәм бик ҡаты ауырып китә. Билдәле хирург Р.А.Кузнецовтың 2 тапҡыр операция яһауы һөҙөмтәһендә бөтәһе лә һәйбәт була.

Сәйетбаба урта мәктәбен тамамлағас, Әмир ағай оҙаҡ уйлап тормай – документтарын Башҡорт дәүләт медицина институтына тапшыра. Унда 6 йыл уҡып, ҡулына диплом алғас, Стәрлетамаҡ ҡалаһында терапия буйынса интернатура үтә. Унан һуң Еҙем-Ҡаран участка дауаханаһына эшкә тәғәйенләнә.

Бер нисә йылдан тыуған ауылы дауаханаһына баш табип булып ҡайта. Тәүге йылдарҙа эшләүе бик ауырға тура килә уға. Дауахана бер ниндәй уңайлыҡтары булмаған элекке урман хужалығы бинаһында урынлашҡан. Уны утын яғып йылытыу, шишмәнән һыу ташып хеҙмәтләндереү, транспорт юҡлығы эште ҡыйынлаштыра. Ул ваҡытта дауахана тирә-яҡтағы 16 ауылды хеҙмәтләндерә. Сирлеләргә йә йәйәү, йә ат менән йөрөй йәш табип. Яңы, заманса дауахана төҙөү уйы менән янып йәшәй ул. 1989 йылда сафҡа ингән дауаханаға аяҡ баҫҡансы күп көс сарыф итергә, ҡаршылыҡтар аша үтергә тура килә Әмир Ноғоман улына. Бер аҙҙан тынғыһыҙ етәксе халыҡ өсөн бик тә кәрәк булған "Ашығыс ярҙам” машинаһын юллап алыуға ирешә. Үҙе кеүек һөнәрен яратҡан берҙәм, татыу коллектив туплап, ауылдаштары һаулығы һағында 40 йыл эшләй ул. Шул арауыҡта дауахананың гаражын төҙөтә, физкабинетҡа медицина ҡорамалдары алыуға өлгәшә, ҡырағай баҙар, көрсөк, оптимәлләштереү шарттарында дауахананы һаҡлап ҡалыу өсөн күп көс һала. I категориялы табип Әмир Ноғоман улының тырыш хеҙмәте Үҙәк район дауаханаһының, район Советының бихисап Маҡтау грамоталары һәм "Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы” тигән юғары исем менән баһаланған.

Ғаиләһенән дә уңа Әмир Ноғоман улы. Ҡатыны Фәнүзә Хөрмәт ҡыҙы абруйлы педагог, Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы. Улар ғаиләләрендә 2 бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Ҡыҙҙары Рузилә әсәһе юлын һайлап, БДПУ-ның художестволы графика бүлеген тамамлай. Дизайнер булып эшләй. Әлеге ваҡытта Мәскәүҙә йәшәй, тормош иптәше Владимир менән Александр исемле ул үҫтерәләр. Улдары Ринат атаһының һөнәрен һайлай. Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетын тамамлаған. Өфө ҡалаһының 22-се клиник дауаханаһында хирург булып эшләй. Ҡатыны Светлана менән Арыҫлан исемле ул, Сабрина исемле ҡыҙ үҫтерәләр.

Алдынғы ҡарашлы, оптимист рухлы Әмир Ноғоман улы һуңғы осорҙа һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге үҙгәрештәрҙе тыныс ҡабул итә. Әлеге көндә ул етәкләгән дауаханала "Ашығыс ярҙам” бүлексәһе, көндөҙгө стационар эшләй, халыҡ араһында санитария-иҫкәртеү саралары киң йәйелдерелгән. Юғары квалификация һәм махсуслашҡан медицина ярҙамы талап иткән сирлеләрҙе туранан-тура ҙур үҙәктәргә ебәреү мөмкинселеге лә бар. Оҙаҡ йылдар үҙ халҡына тоғро хеҙмәт иткән табиптың тормош юлына ҡарап бер аҡыл эйәһенең "Тәбиғәттән берәү ҙә юғары йә түбән дәрәжәле булып тыумай. Эшләгән эштәре генә уны йә күтәрә, йә төшөрә”, тигән һүҙҙәре иҫкә төшә. Ысынлап та, Әмир Ноғоман улы фиҙаҡәр эше менән ауылдаштарының оло ихтирамын яулаған, юғары бейеклектәргә күтәрелгән абруйлы шәхес. Кешеләр һаулығы һағында артабан да янып эшләргә ихтыяр көсөгөҙ кәмемәһен, һәр атҡан таң һеҙгә тик шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына килтерһен.
Читайте нас: