+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
23 Ноябрь 2016, 18:02

Сирҙе булдырмау яҡшыраҡ

Ротавируслы инфекция йәки эсәк грибы-ротавирустар тыуҙырыусы йоғошло сир.

Бар донъяла йылына 18 млн бала ауырыған ротавируслы инфекция организмға ауыҙ ҡыуышлығы аша керә. Шуға күрә уның төп таралыу юлы – бысраҡ ҡулдар, уртаҡ һауыт-һаба, көнкүреш ҡулланыу әйберҙәре. Тағы ла бер йыш осраған ысул – йылға, шишмә йәки һыу үткәргес һыуы аша. Шулай уҡ инфекция һауа менән дә таралырға мөмкин.

Ротавируслы инфекция – миҙгелле сир. Ул бигерәк тә көҙ һәм ҡыш айҙарында көсәйеүсән. Сөнки сирҙе тыуҙырыусы вирустар хатта күп тапҡыр туңдырғанда ла үлмәй. Ә ҡайнатҡанда һәм 95 процентлы спирт менән эшкәрткәндә шунда уҡ тарҡала. Инфекция сығанағы – кеше. Сир бик киҫкен башлана. Инкубация ваҡыты – 1-3 көн. Ошонан һуң сирлелә ротавируслы инфекцияның билдәләре күренә башлай. Улар – юғары тән температураһы, ҡоҫоу, эс китеү, эс ауыртыуы, организмдың ағыуланыу билдәләре – хәлһеҙлек, аппетит юҡлығы, танауҙан һыу ағыу, тамаҡ ҡыҙарыуы, йүткереү, конъюнктивит.

Оло кешеләрҙәге ротавируслы инфекцияға эсәктәр эшмәкәрлегенең боҙолоуы хас. Күп осраҡта кеше үҙенең сирләгәнен һиҙмәҫкә лә мөмкин. Әгәр ғаиләлә йәки коллективта кемдер ауырый икән, 3-5 тәүлектән һуң ҡалғандар ҙа сирләй башлай.

Һауыҡҡас был сирҙең оҙайлы эҙемтәләре булмай. Ғәҙәттә, бала саҡта беренсе тапҡыр сирләгәндән һуң организмда иммунитет барлыҡҡа килә. Яңы тыуған сабыйҙар ярты йәшкә тиклем ротавируслы инфекция менән ауырымай.

Был сиргә ҡаршы махсус дарыуҙар юҡ. Шуға күрә дауалау уның билгеләрен бөтөрөүгә ҡайтып ҡала. Әгәр балағыҙ сирләгәндә насар ашаһа, көсләп ашатмағыҙ. Рационға күпселек һыуҙа йәки парҙа бешкән ризыҡтар һәм ҙур күләмдә һыу индерергә кәрәк. Сирлеләргә кипкән емеш-еләк компоты, дөгө, кишер һурпаһы йәки Регидрон шыйыҡсаһын бирергә мөмкин. Ротавируслы гастроэнтерит менән ауырыусыларға кеҫәл, һыуҙа бешкән шыйыҡ дөгө бутҡаһы, кишер, картуф, еңелсә ит һурпалары, майһыҙ ит һәм балыҡ, бешкән алмалар ашау файҙалы. Ә газлы эсемлектәр, сей йәшелсә-емеш, тәм-том, ҡуҙаҡлылар ҡулланыуҙан ты-йылып торорға кәрәк. Шулай уҡ тауыҡ һурпаһы йәки еләк кеҫәле эсеү ҙә бик шифалы. Ротавируслы инфекция менән сирләгәндә һөт ризыҡтары ашарға ярамай. Сөнки улар сирҙе тыуҙырыусы микроорганизмдарҙың артыуына булышлыҡ итә. Йыш ләкин әҙ-әҙләп туҡланырға тәҡдим ителә. Организмды һыуһыҙланыуҙан һаҡлау өсөн даими рәүештә һыу эсергә кәрәк. Бының өсөн махсус тоҙло иретмәләр ҙә бар. Организм ағыуланып, сир ауыр үткән хәлдә шыйыҡсаны вена аша ебәрәләр. Токсиндарҙы сығарыу өсөн сирлегә энтеросорбенттар бирәләр.

Ротавируслы инфекцияны профилактикалау өсөн санитар-гигиена талаптарын (ашар алдынан һәм бәҙрәфтән һуң ҡулдарҙы йыуырға, ҡайнаған һыу ғына эсергә, кескәйҙәрҙең имеҙлек, һауыт-һаба, уйынсыҡ, урын-ер әйберҙәрен, ҡулдарҙы һәр саҡ таҙа, тәртиптә тотоу) теүәл үтәргә кәрәк.

Л.Н.ЯКОВЛЕВА,

"БР буйынса Гигиена һәм эпидемиология үҙәге”нең Стәрлетамаҡ район-ара филиалы табип-бактер
Читайте нас: