Беҙҙең районда беренсе ВИЧ-инфекциялы кеше 2002 йылда диспансер иҫәпкә алына. Бөгөнгө көнгә был иҫәптә 35 йәшкә тиклемге 85 кеше тора. Эпидемиологик тикшереү ваҡытында күпселек осраҡта сирҙең енси юл менән таралыуы асыҡланды. Тәртипһеҙ енси тормош алып барғандар тәүҙә вирусты үҙҙәре "эләктерә”, һуңынан ҡатындарына һәм ирҙәренә йоҡтора. Бындай бәйһеҙ йәшәү рәүеше, әлбиттә, иҫерткес эсемлектәр, наркотиктар менән оҙатыла бара. Шуға күрә һуңғы арала табип-наркологтар тарта торған ҡатышмаларҙы ҡулланыусылар менән көрәште көсәйтеү яғында.
ВИЧ-инфекциялы кешеләрҙе диспансер күҙәтеү аҫтында тотоу проблемаһы ла киҫкен тора. Был иң тәүҙә пациенттарҙың хоҡуҡтарын ҡайғыртыусы һәм үҙ бурыстарын үтәмәгәндә уларҙы ҡаты яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы күҙ уңында тотмаған закондарҙың йомшаҡлығына бәйле. Шуныһы һәйбәт, һуңғы арала Рәсәй Федерацияһының Генераль Прокуратураһы үҙ сире тураһында иҫкәртергә подписка бирһә лә, быны үтәмәүсе пациенттарға ярҙам күрһәтеүсе медицина хеҙмәткәрҙәренең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләһенә ныҡлы иғтибар бирә башланы. Ә бит үҙ яуаплылығын аңлап еткермәгән сирлеләр башҡаларға ғына түгел, үҙ балалары өсөн дә хәүеф тыуҙыра. Шуға күрә ВИЧ-инфекциялы
ауырлы ҡатындар йөклөлөк ваҡытында ла һәм бала тапҡанда ла дауалау препараттарын ҡабул итергә тейеш. Яңы тыуған сабыйға ла тәүге көндәрҙә махсус сироп бирелә.
Диспансер иҫәптә торғандарҙы күҙәтеү барышында районда ВИЧ-инфекциялы әсәйҙәрҙән 37 бала донъяға килгән, шуларҙың 36-һы сәләмәт, ә бер сабыйҙың хәле киҫкен - әсә кеше үҙе лә дауаланмай, медицина ярҙамынан да баш тарта.
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтмәксемен, бөгөнгө ысынбарлыҡта бер кем дә был ҡурҡыныс сир миңә янамай тип әйтә алмай. Шуға күрә түбәндәге хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ:
1. Шәхси гигиена әйберҙәрен – теш щеткаһы, ҡырыныу кәрәк-ярағы һ.б. үҙегеҙ генә ҡулланығыҙ.
2. Инъекция эшләргә кәрәк булһа, мотлаҡ бер тапҡыр тотонола торған йәки стерилләнгән шприц алығыҙ.
3. Татуировка йәки пирсинг эшләткәндә инструменттар стерилләнгән булырға те-йешлеген онотмағыҙ.
4. Енси бәйһеҙлеккә юл ҡуймағыҙ.
5. Бала табырға планлаштырғанда һәм ауырға ҡалғанда мөмкин тиклем иртәрәк медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итеп тикшереү үтегеҙ.
Үҙәк район дауаханаһының табип-инфекционисы.