-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
22 Май 2018, 13:33
Аҡ халатлылар сыҡты бәйгегә
Күптән түгел район мәҙәниәт һарайында “Иң яҡшы шәфҡәт туташы-2018” конкурсы үтте. Шәфҡәт туташтарының һөнәри байрамына арнап уҙғарылған район бәйгеһендә 6 шәфҡәт туташы: “Красноусол” шифаханаһынан Гөлнара Заһиҙуллина, Наталья Шәмсетдинова, Красноусол Балалар шифаханаһынан Алһыу Ғәлиуллина, Гүзәл Исҡужина, Үҙәк район дауаханаһынан Айгөл Дәүләтбаева, Юлия Курбатова һөнәри оҫталыҡта ярышты. Конкурсанттарҙың сығыштарын запастағы офицер, подполковник Андрей Мигунов етәкселегендәге жюри баһаланы. Тәүге һынау – үҙең менән таныштырыу – “Минең һөнәри кредом” эссеһын яҡлау торҙо. Конкурсанттар үҙҙәренә генә хас оҫталыҡ менән үҙҙәре һәм эштәренең нескәлектәре хаҡында һөйләне. Шифахананың өлкән шәфҡәт туташы Гөлнара Заһиҙуллина ике меңдән ашыу йыл элек Гиппократ бөтөн фәндәр араһында медицинаның иң шәфҡәтлеһе булыуы хаҡында әйтеүен билдәләп, үҙенең тап медицина юлын һайлауының бушҡа түгеллеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Алһыу Ғәлиуллина бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, Салауат ҡалаһы медицина колледжында шәфҡәт туташы һөнәренә эйә булғас, Балалар шифаханаһының физиотерапия бүлексәһенә эшкә килә. Ул эшен бик ярата, балаларҙы һауыҡтырыу эшенә бағышлауы менән үҙен бәхетле һанай. Бала сағында хыялланған – аҡ халатлыларҙы күргән һайын үҙен ошо образда күҙаллаған Гүзәл Исҡужина ла тап шәфҡәт туташы һөнәрен һайлаған. Наталья Шәмсетдинова иһә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә шәфҡәт туташтарының ролен табиптарҙың уң ҡулы – төп ярҙамсылары булыуын билдәләне. Медицинаға 27 йыл ғүмерен бағышлаған Айгөл Дәүләтбаева поликлиникала процедура шәфҡәт туташы булып эшләй. Гиппократ антына тоғро ҡалып, пациенттар рәхмәтенә ирешеп, яратып һайлаған һөнәрен башҡара. Хирургия бүлексәһенең палата шәфҡәт туташы Юлия Курбатова әйтеүенсә, кешегә кәрәкле булыу, ярҙам итеү теләге тап был һөнәрҙе һайлауға этәргес биргән дә инде. Артабан конкурсанттар һынау этаптарына ярашлы, интеллектуаль һорауҙарға яуап бирҙеләр, тәүге медицина ярҙамы ла (йылан саҡҡан, тәне бешкән, туңған, йәрәхәтләнгән, ҡулы һынған, һыуға батҡан кешегә ярҙам) күрһәттеләр, яу яландарында йәрәхәтләнгән "яугирҙарҙың" йәрәхәтен дә бәйләнеләр, өс мөйөшлө һалдат хаттарын да уҡынылар. Күптән түгел билдәләнгән Еңеү байрамы уңайынан бирелгән өйгә эште лә – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән осрашыу видеосюжетын (видеоролик) төшөрөп күрһәтеү һынауын – конкурсанттар уңышлы үтте. Һуңғы – ижади һынауҙа Г.Заһиҙуллина һәм Н.Шәмсетдинова моңло тауыштары менән йырлап тамашасыларҙы әсир итте, Г.Исҡужина “Бишбармаҡ” бейеүен башҡарҙы, А.Ғәлиуллина менән А.Дәүләтбаева шиғыр һөйләне, Ю.Курбатова тамашасыларға хеҙмәттәштәре ярҙамы менән скетч тәҡдим итте. Ниһайәт, йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы конкурс тамамланды. “Иң яҡшы шәфҡәт туташы-2018” титулын Айгөл Дәүләтбаева яуланы. Гүзәл Исҡужина – “Һәләт һәм оҫталыҡ”, Гөлнара Заһиҙуллина – “Һөнәргә тоғролоҡ”, Алһыу Ғәлиуллина – “Мисс мөләйемлек”, Наталья Шәмсетдинова “Мисс зирәклек”, Юлия Курбатова “Мисс – йылмайыу” номинацияларында бүләкләнде. Мәҙәниәт һарайы артистарының һәм һәүәҫкәрҙәрҙең йыр-моңдары конкурсҡа биҙәк өҫтәне. Индира ИШКИНА.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?