+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
27 Июль 2018, 12:00

Һаҡ булығыҙ – ҡыҙылса!

Балаларҙа ҡыҙылса ауырыуы йоғошло сирҙәр араһында айырым урынды биләй. Ул юғары тән температураһы, тәнгә сыҡҡан ҡыҙыл сабыртма, тамаҡ ауыртыуы, йүтәл һәм организмдың ағыуланыу билдәләре менән характерлана. Йыл һайын донъяла был мәкерле сирҙән 150 мең кеше үлә. Уларҙың күбеһе 10 йәшкә тиклемге балалар.

Һауа аша таралған ҡыҙылсаны сирле кешеләр йоҡтора. Профилактикалау өсөн балаларға 2 этапта вакцинация эшләнә. Барлыҡҡа килгән иммунитет сирҙән һаҡлай, уны йоҡторған осраҡта ла еңелерәк кисерелә, организм өсөн ауыр эҙемтәләре булмай.

Ҡыҙылсаның сәбәптәре

Сирҙе барлыҡҡа килтереүсе вирус парамиксовирустарға ҡарай. Ул организмдан ситтә йәшәй алмай, ультрафиолет нурҙары аҫтында, дымлылыҡ юғары булғанда һәм түбән температураларҙа (- 70 градуста) бик тиҙ һәләк була. Ҡыҙылса октябрь – апрель айҙарында ныҡ таралыусан. Парамиксовирус сирле кеше үҙенең ауырыуы тураһында белмәгән саҡта бигерәк тә тиҙ йоғоусан.

Һуңғы йылдарҙа, вакцинацияларҙы балалар өсөн эшләнгән планлы прививкалар исемлегенә индергәс, балалар араһында ҡыҙылса менән сирләүселәр һиҙелерлек кәмене. Әммә өлкәндәр араһында сиргә иммунитеты булмағандар һаман да күп әле.

Вирус организмға тын алыу юлдары һәм күреү органдары аша үтеп инә. 3 көндән ул ҡанға һәм лимфа төйөндәренә һәм талаҡҡа эләгә, 7-10 көн инкубацион ваҡыт арауығында ҡан системаһында күбәйә. Артабан парамиксовирустың яңы быуыны тирене, коньюнктиваны, ашҡаҙан-эсәк трактын, тын алыу һәм нервы системаһын зарарлап, бөтә организмға тарала. Сир үтеп киткәс, организмда уға ҡаршы тотороҡло иммунитет барлыҡҡа килә. Шуға ла ҡыҙылса менән кеше үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ғына сирләй. Ҡабаттан сирләгәндәр бик һирәк, ғәҙәттә, улар иммунодефицитлы ауырыуҙар араһында күҙәтелә.

Ҡыҙылсаның билдәләре

Балаларҙа һәм өлкәндәрҙә сирҙең билдәләре төрлөсә. Ауырыған балала юғары тән температураһы, йоҡоһоҙлоҡ, тымау, тамаҡ ауыртыуы, шешеүе, йүтәл, коньюнктивит, эс ауыртыуы, уҡшыу, эс китеү күҙәтелә. 3-4 көндән тирегә, бигерәк тә биткә, һуңынан муйын һәм тәндең өҫкө өлөшөнә, артабан бөтә тәнгә, ҡул һәм аяҡтарға ла ҡыҙыл сабыртма сыға. 4-5 көндән ул төҫһөҙләнә һәм үлгән тире күҙәнәктәре үҙенән-үҙе ҡойолоп төшә. Ауырыуҙың хәле еңелләшә, бер аҙҙан бөтөнләй йүнәлә.

Өлкәндәрҙә ҡыҙылса ауырыраҡ үтә һәм насар эҙемтәләргә килтереүе бар. Алда һанап үтелгән билдәләргә йөрәк һуғыуы – тахикардия (минутына 100 тапҡыр), ҡан баҫымы түбәнәйеүе, сабыртма сыҡҡан тире аҫтына ҡан һауыуы өҫтәлә.

Сирҙе асыҡлау

Ғәҙәттә ҡыҙылса инфекцияһы пациентты ҡарағанда уҡ асыҡлана. Ләкин сир башланып ҡына торғанда, йәки еңелерәк үткәндә, шулай уҡ башҡа сирҙәр – скарлатина, йоғошло эритема менән бутамаҫ өсөн вирусологик һәм серологик юлдар менән диагностикалайҙар. Бының өсөн сирленең ауыҙ-танау ҡыуышлығы, күҙ бүлендектәрен һәм һейҙеген анализға алалар.

Дауалау саралары

Парамиксовирус менән көрәшеүсе махсус препараттар әлегә юҡ. Дауалау саралары ауырыуҙың хәлен еңелләштереүгә, ҡатмарлы эҙемтәләргә юл ҡуймауға ҡайтып ҡала. Тәү сиратта сирлегә 7-10 көнгә постель режимы һәм һөт-үҫемлек ризыҡлы диета булдырырға кәрәк. Рационға ашҡаҙан-эсәк трактын ҡуҙғытыусы майлы, әсе, ҡыҙҙырылған аҙыҡты индермәҫкә кәңәш ителә. Ҡыҙылса менән ауырыусыға күберәк һыу эсерегеҙ. Ҡайһы бер осраҡта табиптар составында А витамины булған препараттар яҙа.

Сирҙе иҫкәртеү

Ҡыҙылса сире үҙенең ауыр эҙемтәләре – пневмония, менингит, энцефалит, бронхит, ларингостеноз һәм башҡалар менән билдәле. Сирләгән ваҡытта ауырыуҙың эске органдары ныҡ зарарлана, был үҙ сиратында инвалидлыҡҡа йәки үлемгә лә килтереүе бар. Ҡурҡыныс сирҙе булдырмау өсөн билдәләнгән ваҡытта – балаға 1 йәш һәм 6 йәш тулғас вакцинация эшләтергә кәрәк. Өлкәндәргә ревакцинация прививка булдырған иммунитет юғалғас яһала.

Сирле кеше менән аралашырға тура килһә, вакцинация үтмәгән балаларға ла, өлкәндәргә лә кисекмәҫтән прививка эшләтергә кәрәк.

Дауахананың медицина

профилактикалау бүлеге.
Читайте нас: