+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
2 Ноябрь 2018, 17:07

Аҡ халатлыларға рәхмәт!

Күптән түгел сәләмәтлегем ҡаҡшап китеү сәбәпле, Үҙәк район дауаханаһының терапия бүлексәһендә дауаланырға тура килде.

Бында килеү менән хәстәрлекле медицина хеҙмәткәрҙәре ҡарамағына эләктем. Бүлексә етәксеһе Раушан Арыҫланов һәр пациентты иғтибар менән тыңлап, проб-лемалары тураһында һорашып, ентекле тикшереү үткәргәндән һуң, дауалау процедуралары билдәләй. Уларҙың теүәл үтәлешен, сирлеләрҙең хәлен даими күҙәтеү аҫтында тота. Ауырыуҙар менән һөйләшкәндә мотлаҡ һауығырына ышаныс тыуҙырырлыҡ һүҙҙәр табып, барыһы ла яҡшы булыр тигән өмөт уята. Был беҙгә сир менән көрәшергә көс бирә. Бигерәк тә был бүлексәлә күпселекте тәшкил иткән өлкән йәштәгеләргә ҙур иғтибар бүленә. Бүлексәнең шәфҡәт туташтары һәм техник хеҙмәткәрҙәр сирлеләр тиҙерәк һауыҡһын өсөн бар көстәрен һалып тырышып эшләйҙәр.
Үҙем дауаланған осорҙа терапия бүлексәһендә ятҡан пациенттар исеменән Раушан Рәфис улына һәм бүлексә коллективына үҙ бурыстарына яуаплы ҡарағандары, сирлеләргә яҡшы мөғәләмәлә булғандары өсөн рәхмәт еткерәбеҙ. Төрлө финанс ҡыйынлыҡтарға, тар профилле белгестәр, кадрҙар етешмәүенә ҡарамаҫтан, халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәткән коллективҡа артабанғы эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Шулай уҡ ауыр хәлдәге сирлеләргә тейешле ярҙам күрһәтеп, ваҡытында ҡала дауалау учреждениеларына алып барып урынлаштырыусы "Ашығыс ярҙам" һәм ҡабул итеү бүлексәһе хеҙмәткәрҙәренә лә рәхмәтлебеҙ. Уларҙың тиҙ һәм дөрөҫ ҡарар ҡабул итеүе күптәрҙең һаулығын һәм ғүмерен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә.
Фәнис ДӘҮЛӘТБАЕВ.
Красноусол ауылы.
Читайте нас: