-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
13 Ноябрь 2018, 13:25

Гриптан һаҡланыу сараһы

Грипп һәм башҡа киҫкен респираторлы вируслы инфекциялар (ОРВИ) халыҡ араһында һауа-тамсы юлы менән таралыусы иң йыш осраған сирҙәр. Эпидемия йыл һайын һалҡындар башланғас тарала һәм халыҡтың 5-6 %-ына йоға. Киҫкен респираторлы башҡа сирҙәргә ҡарағанда грипп ауыр формала үтә һәм өҙлөгөүҙәргә килтерә.

Грипп таралыуы Башҡортостанда һәм районда декабрь-февраль айҙарында күҙәтелә. Әлеге ваҡытта районда миҙгелле киҫкен вируслы респираторлы инфекциялар теркәлә, грипп менән сирләү осраҡтары асыҡланмаған. Сир таралыу кимәле эпидемиологик күрһәткестәрҙән түбәнерәк.

Быға халыҡҡа грипҡа ҡаршы иммунизация үткәреү булышлыҡ итә. Бөгөнгө көнгә районда халыҡтың 19 процентына – 6215 кешегә (уларҙың 4685-е – өлкәндәр, 1530-ы – балалар) прививка эшләнгән. Грипҡа ҡаршы вакциналар әлеге эпидемиологик миҙгелдә көтөлгән вирус штамдарынан һаҡлай.

Федераль бюджет иҫәбенә балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, уҡыусылар, мәғариф, социаль һәм медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, 60 йәштән өлкәнерәктәр, студенттар һәм башҡа хәүеф төркөмөнә ингәндәр вакцинациялана. Профилактик прививкаларҙың милли календарына ингән кешеләр эш биреүселәр һәм башҡа финанс сығанаҡтар иҫәбенә прививкалана. Был категорияға ҡарамаған предприятие, ойошмалар етәкселәренә үҙ ваҡытында грипҡа ҡаршы вакцина алыу өсөн аҡса бүлеп, хеҙмәткәрҙәренә (коллективтың 75 %-ынан күберәк) прививка эшләтергә тәҡдим ителә. Вакцинация предприятиеларҙың өҙөклөкһөҙ эшләүенә булышлыҡ итәсәк. Прививканы грипп башланырҙан 2-3 аҙна (алда ағымдағы йылда - декабргә тиклем) яһатырға кәрәк.

А. ХАЛИҠОВА,
БР буйынса Роспотребнадзорҙың Стәрлетамаҡ территориаль бүлеге
начальнигы урынбаҫары,
табип-эпидемиолог.


Читайте нас: