-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
21 Декабрь 2018, 13:27

Министрҙың танышыу сәфәре

Үткән шәмбелә районда танышыу сәфәре менән һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин, уның беренсе урынбаҫары Рафаэль Яппаров, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов булып китте.

Юғары ҡунаҡтарҙы район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов һәм Красноусол үҙәк район дауаханаһының баш табибы Алик Йәнешев оҙатып йөрөнө.

Тәүҙә улар Еҙем-Ҡаран һәм Сәйетбаба ауыл участка дауаханаларына барҙы. Һуңынан графиктан бер аҙ тайпылып, Уҫман һәм Бурлы фельдшер-акушерлыҡ пункттарына инделәр. Эш шарттарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, кешеләр һаулығы һағында торған ауыл табиптарының үҙ һөнәрҙәрен яуаплы башҡарыуы иғтибарға һәм хөрмәткә лайыҡ. Мәҫәлән, Бурлы ФАП-ы етәксеһе Альбина Ғүмәрова ауылдаштарын 18 йыл дауалай. Эшен яратып башҡарған хеҙмәткәрҙе М.Забелин Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау грамотаһына тәҡдим итергә ҡушты. (Ошо көндәрҙә А.Ғүмәроваға "БР Һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы" билдәһе бирелде). Артабан ҡунаҡтар Табын ауыл табип амбулаторияһында булдылар. Бындағы пробле-маларҙың береһе: иҫкергән йылытыу системаһын район хакимиәте башлығы Ф.Сың-ғыҙов 2-3 ай һуҙымында төҙөкләндереләсәк тип белдерҙе.

Сәфәр һуңында ҡунаҡтар Красноусолға йүнәлде. Тәүҙә улар йоғошло ауырыуҙар бүлексәһендә, һуңынан үҙәк дауаханала булдылар. Унда министр вазифаһын башҡарыусы дауахана коллективы менән осрашып, һорауҙарға яуап бирҙе. Табиптар кадрҙар, йәш белгестәргә торлаҡ, ер биреү, социаль гарантиялар, ауыр сирлеләр өсөн ташламалы дарыуҙарҙың етмәүе, районда гемодиализ бүлексәһен асыу һәм башҡа мәсьәләләрҙе күтәрҙе.

Шулай уҡ М.В.Забелин дауахананың бала табыу, балалар, стоматология бүлексәләре, лаборатория, регистратура, рентген, флюорография кабинеттары эше менән яҡындан танышты. Сирлеләрҙең хәле, дауалау процедуралары менән ҡыҙыҡһынды, медицина хеҙмәткәрҙәренең эш шарттарын ҡараны. Поликлиниканың ҡайһы бер кабинеттарының майҙаны буйынса тейешле талаптарға тура килмәүен билдәләне, яңы модулле балалар поликлиникаһын төҙөү, түләүле хеҙмәттәр күрһәтеү исемлеген киңәйтеүҙе хуп-ланы.

Максим Забелин райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге проблемаларҙы ентекләп өйрәнде, ауыл кешеләренең дауаланыу шарттары менән яҡындан танышты, һорауҙар бирҙе. Районға юғары вазифалағы етәксенең килеүе күп мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итергә этәргес булыр тигән ышаныста ҡалды район табиптары.
Читайте нас: