+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
5 Февраль 2019, 12:03

Иртәрәк асыҡлау хәйерле

Халыҡ араһында диспансерлаштырыу уҙғарыу - хроник сирҙәрҙе, сәләмәтлеккә бәйле проблемаларҙы иртәрәк асыҡлау, тимәк, хәүефле сирҙәрҙең барлыҡҡа килеү ихтималлығын кәметеү. Диспансерлаштырыу ике этапта үтә. Беренсеһендә – сирҙәрҙе, норманан тайпылыштарҙы асыҡлау башҡарылһа, икенсе этапта ҡуйылған диагнозды аныҡлау өсөн өҫтәлмә медицина тикшереүе үтелә, профилле белгестәр консультация бирә.

Диспансерлаштырыуҙың ике төрө бар: 1) 2 йылға 1 тапҡыр. Унда маммография (50 йәштән 70-кә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар) үтелә һәм тиҙәк йәшертен ҡанға тикшерелә. 2) 3 йылға 1 тапҡыр үткәрелгәнендә: ҡандың биохимик анализы (18-85 йәш), йәшертен ҡанға тиҙәк (48-73 йәш), ЭКГ (ирҙәр – 36 йәштән өлкән, ҡатын-ҡыҙҙар 45 йәштән), күҙ баҫымы (60 йәштән), күҙәтеү кабинеты (30-ҙан 60 йәшкә тиклем ҡатын-ҡыҙҙар), маммография (39 – 48 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар), ПСА (45 һәм 51 йәшлек ирҙәр) үтелә.

2019 йылда 3 йылға 1 тапҡыр үтелә торған диспансерлаштырыуҙы 1920, 1923, 1926, 1929, 1932, 1935, 1938, 1941, 1944, 1947, 1950, 1953, 1956, 1959, 1962, 1965, 1968, 1971, 1974, 1977, 1980, 1983, 1986, 1989, 1992, 1995, 1998, 2001 йылда тыуғандар үтергә тейеш. 100 йәштән өлкәнерәктәр өсөн сикләү юҡ, улар диспансерлаштырыуҙы дөйөм ҡағиҙәләргә ярашлы үтә.

2 йылға 1 тапҡыр үтергә кәрәкле диспансерлаштырыуға быйыл 1922, 1924, 1926, 1928, 1930, 1932, 1934, 1936, 1938, 1940, 1942, 1944, 1946, 1948, 1950, 1952, 1954, 1956, 1958, 1960, 1962, 1964, 1966, 1968, 1970, 1972, 1974, 1976, 1978, 1980, 1982, 1984, 1986, 1988, 1990, 1992, 1994, 1996, 1998, 2000 йылғылар саҡырыла.

Тулыраҡ мәғлүмәтте Үҙәк ра-йон дауахана поликлиникаһы регистратураһында, участка терапевы кабинетында йәки профилактика кабинетында (№3) алырға була.

Диспансерлаштырыу үтә башлау өсөн медицина профилактика кабинетына эш көндәрендә 8.00-дән 16.00 сәғәткә (13.00 – 14.00 – төшкө ял) тиклем мөрәжәғәт итергә мөмкин. Шәмбе көнө үтеү өсөн 8961-042-03-03 телефонына шылтыратып алдан яҙылырға кәрәк.

Халыҡҡа бушлай диспансерлаштырыу үтергә мөмкинлек биреүҙең маҡсаты –
ғүмер оҙонлоғон арттырыу. Диспансерлаштырыу ирекле сара булһа ла,
сәләмәт тормош алып барыу өсөн һәр кем үҙ һаулығына иғтибар итергә,
даими медицина күҙәтеүе үтергә бурыслы. Сир ни тик-лем иртәрәк
асыҡланһа, уны дауалау ҙа тиҙерәк, сығымдар ҙа әҙерәк була. Шуға күрә
табипҡа барып, һаулыҡ торошона заманса күҙәтеү үтеү, тәү сиратта, һәр
кемдең үҙенә кәрәк.
Читайте нас: