+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
22 Март 2019, 16:20

Ваҡытында тикшерелеү мотлаҡ

Элгәре Рәсәйҙә 24 мартты – Аҡ сәскә йәки Ромашка көнө тип атағандар һәм был көндө туберкулез менән ауырыусыларҙы дауалау өсөн Хәйриә акцияһы ойоштороп, аҡса йыйғандар. Тәүләп бындай көн профессор А.Виноградовтың инициативаһы менән 1911 йылда ойошторола. Аҡ сәскә көнөндә йыйылған аҡсаға үпкә сирлеләргә, амбулаторияларға ярҙам фонды булдырыла.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы инициативаһы менән 1996 йылдан башлап 24 март рәсми рәүештә Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө итеп билдәләнә һәм ул көнүҙәк проблемаларҙың береһе булып тора.

Туберкулез(үпкә сире) - ул туберкулез микобактерияһы барлыҡҡа килтергән йоғошло сир. Уны был сирҙе асыҡлаусы ғалимдың исеме менән Кох таяҡсалары тип тә йөрөтәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдың-йылы бөтә донъя буйынса 10 миллион самаһы кеше ошо сиргә юлыға, 4-5 миллион кешенең ғүмере өҙөлә. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы эксперттары күҙаллауынса, 2020 йылға сир йоҡтороу осраҡтары 200 миллионға етеп, туберкулездың тотош донъя кимәлендәге оло проблемаға әүерелеүе ихтимал.

“1-се һанлы үлтереүсе-инфекция” тип йөрөтөлгән был сир һөйәк, быуын, күҙҙәр, бауыр һәм нервы системаһына ҙур зыян килтерә, ә инде үпкә “төп сәп” булып тора. Ғәҙәтттә сир йоҡтороусылар тиҙ арыуға, хәлһеҙлеккә, ҡуҙғыусанлыҡҡа, илап барыуға, йоҡоһоҙлоҡҡа, төндәрен ныҡ тирләүгә, аппетит юғалыуға, кистән тән температураһының киҫкен күтәрелеүенә зарлана.

Сирле кеше инфекция таратыусы төп сығанаҡ булып тора. Ул йүткергән, сөскөргән, һөйләшкән саҡта ҡаҡырыҡ, төкөрөк тамсылары 1,5 метрға тиклем тарала. Сирле бер кешенең йыл һуҙымында 15 - 50 кешегә сир йоҡтороуы ихтимал. Наркомандар, ВИЧ сирлеләр, эскелек менән мауығыусылар, тәмәкеселәр хәүеф төркөмөнә ҡараһа, тейешенсә туҡланмаусылар, шәкәр диабеты, ашҡаҙан-эсәк сире менән яфаланыусылар ҙа ғәҙәттә тиҙ бирешәләр.

Балалар араһында 3 йәштән 15 йәшкә тиклемге осор үтә лә хәүефле. Сирҙе алдан иҫкәртеп, ваҡытында прививкалар: туберкулезға ҡаршы БЦЖ һәм сибектәренә БЦЖ-М вакцинаһы эшләтеп кенә балаларҙы һаҡлап ҡалырға мөмкин. Ваҡытында прививка эшләнмәгән балаларҙың 15 тапҡырға йышыраҡ үпкә сиренә, хатта уның иң ауыр формаһына дусар булыуы күптән иҫбатланды. Прививкаларҙың балаларҙы туберкулездың төрлө формаларынан һаҡлауын һәм уларҙы иҫкәртеүен оноторға ярамай.

Сирҙе ваҡытында асыҡлау ҙа мөһим роль уйнай. Шуның өсөн дә туберкулезға ҡаршы иммунитет торошон тикшереү маҡсатында йыл һайын бер йәштән башлап балаларҙы Манту реакцияһына тикшерәләр.

15 йәштән һуң инде флюорографик тикшереү тын алыу юлдары туберкулезын асыҡлауҙың төп алымы булып тора. Ололарға Манту пробаһы табип күрһәтмәһе буйынса ғына үткәрелә. Туберкулезды башланғыс стадияла асыҡлау өсөн кәмендә йылына бер тапҡыр мотлаҡ флюорографик тикшереү үтергә кәрәк.

Сирҙе дауалауға ҡарағанда алдан иҫкәртеү отошлораҡ икәнен барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ. Ваҡытында прививкалар эшләтеп, тикшереүҙәр үтеүҙән тыш, организмды сыныҡтырырға, спорт менән шөғөлләнергә, дөрөҫ туҡланырға, шәхси гигиена ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәргә һәм тәмәкенән, спиртлы эсемлектәрҙән, наркотиктарҙан баш тартырға кәрәк.

М.ДӘҮЛӘТБАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: