-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
5 Апрель 2019, 17:50
Һәр кемдең һаулығы үҙ ҡулында
Бөтә донъя сәләмәтлек көнө алдынан һис кенә лә сир- ауырыуҙар тураһында һөйләге килмәй. Тик кешеләрҙең ҡылығы шул тиклем ҡапма - ҡаршылыҡлы, нимәһендер юғалтҡас ҡына уны баһалай, ҡәҙерләй башлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаулыҡ, сәләмәтлеккә лә шундай ҡарашталар.
Был турала һөйләшеү алдынан күңелһеҙ һандар килтереү урынлы булыр. Ер йөҙөндә йыл һайын 55 миллион кешенең ғүмере өҙөлә. Шуларҙың 8 миллионы - яман шештән, 3 миллионы- шәкәр диабетынан, инсульт-инфаркттан - 17,2 миллион. Тәмәке тартыуға бәйле сирҙәрҙән йылдың-йылы 5 миллион кеше яҡты донъя менән хушлашһа, эскелектән - 3 млн, аҙыҡ-түлек менән ағыуланыуҙан - 2 миллион. Тотош донъя халҡының өстән бер өлөшө үпкә сирле (туберкулез). 2 миллиардҡа яҡын кеше төрлө сирҙәр сәбәпсеһе булған һимеҙлектән яфалана. Йылдың-йылы яңы сирҙәр табылып ҡына тора.
Быйыл Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тарафынан Бөтә донъя сәләмәтлек көнө барса халыҡты медицина хеҙмәте менән солғап алыуға арнала. Был аңлашыла ла, һәр кем үҙенә тейешле медицина ярҙамын - хеҙмәтен үҙ ваҡытында һәм йәшәгән урынында алырға тейеш. Әммә иҡтисади ресурстарҙың сикләнгәнлеге арҡаһында күптәр сифатлы медицина хеҙмәтенән мәхрүм ҡала. Быға өҫтәп йәнә ике ҡапма-ҡаршылыҡ бар. Беренсенән, кешенең һаулығы тыумыштан сиргә бирешеүсән. Икенсенән,кеше үҙе үк үҙ һаулығына битарафлыҡ күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта һәр кемдең һаулығы үҙ ҡулында. Әйткәндәй, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, һаулыҡтың 50 проценты тормош сифатына, йәшәү рәүешенә бәйле һәм 10 проценты ғына медицина үҫешенән тора.
Сирҙе иҫкәртеү, профилактика һаулыҡты һаҡлау һәм нығытыуҙа иң ышаныслы юл. Ошоға бәйле гәзит уҡыусыларға файҙалы булырҙай кәңәш бирәбеҙ, тәү ҡарашҡа улар бик ябай тойолһа ла һәр кемдән ныҡышмаллыҡ талап итәсәк. Рациональ, йәғни дөрөҫ туҡланығыҙ.Көндәлек рационығыҙҙы ҡайтанан ҡарағыҙ. Диетала ултырмағыҙ,бары тик файҙалы һәм еңел аҙыҡҡа өҫтөнлөк бирегеҙ.Төрлө хуш еҫтәр, буяуҙар менән байытылған газлы эсемлектәрҙән, ярымфабрикаттарҙан, торт- пирожныйҙарҙан баш тартығыҙ.Ашаған ризығығыҙ ябай, еңел һәм туҡлыҡлы булһын.
Тәмәке, спиртлы эсемлектәрҙән бөтөнләй баш тартығыҙ. Күберәк хәрәкәтләнегеҙ. Эшкә йәйәү барығыҙ, велосипедта йөрөгөҙ. Был һеҙҙең өсөн файҙаға ғына буласаҡ. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәгеҙ, сәләмәт йәшәү рәүешен һаҡлағыҙ.
Ҡыҫҡаһы, беренсе сиратта үҙегеҙҙең физик һәм психологик йәһәттән һаулығығыҙ үҙ ҡулығыҙҙа икәнен онотмағыҙ,
яуаплы ҡарағыҙ. Сәләмәт булығыҙ!
Үҙәк район дауаханаһының профилактика кабинеты.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?