Медицина ветерандары: Татар Саскүле һәм Антоновка фельдшер-акушерлыҡ пунктының хаҡлы ялдағы фельдшерҙары Софья Хәйбуллина, Любовь Краснова, Рус Саскүле медпунктында санитарка булып хеҙмәт юлы үткән Елена Никитина, шулай уҡ әле эшләп йөрөүсе хеҙмәткәрҙәр Антоновка ФАП-ы фельдшеры Римма Ғәҙелшина (элек акушерка булған), Татар һәм Рус Саскүле ФАП-тары фельдшерҙары Клара Ҡайғолова, Глүзә Хәйбуллина (пенсияла булһалар ҙа, эшләйҙәр) билдәләнгән ваҡытҡа амбулаторияға йыйылды. Уларҙы амбулатория коллективы ихлас ҡаршы алды. Йыйылыусылар башта был һаулыҡ һаҡлау учреждениеһының ауырыуҙарҙы ҡабул итеү кабинеттарын (процедура, акушер, стоматология (табип-стоматолог М.М.Йәғәфәров эшләй) ҡарап сыҡты. Артабан сәй табыны артында йәнле аралашыу булды, күптән күрмәгән хеҙмәттәштәре менән күрешеп һөйләшеү шатлығын кисергән өлкәндәр үҙҙәре эшләгән замандарҙағы хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Йыйылыусыларҙы Дарьино табиплыҡ амбулаторияһының физкабинет шәфҡәт туташы Әлфиә Хәмитова тәбрикләп, ветерандар менән таныштырып үтте, шулай уҡ мәрхүм булған коллегаларын иҫкә алды, коллективта яңы эш башлаусыларҙы барланы. Һәм тәүге һүҙҙе Үҙәк район дауаханаһы баш табибы урынбаҫары Х.С.Сәфәрғоловҡа бирҙе.
- Ошондай күркәм сарала ҡатнашыуыма бик шатмын. Бындай осрашыуҙар дауаханабыҙҙың йәмәғәтселәре һәм легендаһы булған Сәлимгәрәй Миңлегәрәй улы тарафынан ойошторолоп, республикала, шулай уҡ районыбыҙҙа һаулыҡ һаҡлау системаһы барлыҡҡа килеүҙең 100 йыллығы алдынан уҙғарылыуы бик матур башланғыс булып тора. Миңә районда эшләргә тура килмәһә лә, 90-сы йылдарҙа эшкә урынлашырға килгәйнем, әммә баш табип урындағы кеше (мин үҙем Юлыҡ ауылынан) кәрәкмәй тип, ҡабул итмәне. Миңә бәләкәйҙән медицина өлкәһе таныш булды, сөнки әсәйем медпунктта санитарка булып эшләне, туғандарым менән уға ярҙамға йөрөй инек, - тине Хәкимйән Сабирйән улы. – Бәлки, был эштең нескәлектәрен белгәнгәлер ҙә, үҙемде медицина өлкәһе менән бәйләргә уйлағанмындыр һәм быға бер ҙә үкенмәйем. Элекке хеҙмәткәрҙәр еңел булмаған шарттарҙа эшләнеләр, бар эш ҡул көсө менән башҡарылды. Әлеге мәлдә беҙ уларҙы, йәғни ветерандарҙы хөрмәтләп, ошондай осрашыуҙар уҙғарыуыбыҙ бик һәйбәт башланғыс, ғүмере оҙон булһын һәм яңы эш башлаған йәш табиптар, медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн матур миҫал булып тора. Әммә кадрҙарҙы йәлеп итеү көсөргәнешле тора, үҙ сәбәптәре лә барҙыр. Ветерандарыбыҙ иҫән-һау булһындар, улар менән һәр төрлө мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшергә беҙ һәр саҡ әҙербеҙ, һеҙҙең тәжрибәгә таянабыҙ, һеҙ беҙгә һәр саҡ терәкһегеҙ һәм кәрәкһегеҙ, - тине Х.Сәфәрғолов.
Районыбыҙҙың һаулыҡ һаҡлау системаһына дүрт тиҫтә йылға яҡын ғүмерен бағышлаған С.Байгилдин Дарьино ауыл табиплыҡ амбулаторияһында медиктарҙың бик әүҙем булыуын, бик күп табиптар эшләүен, әммә күптәренең, Р.М.Хәлитова һәм О.А.Зиазетдинованан башҡалары, бында торламауын билдәләп үтте. Амбулаторияның һәр ваҡыт яҡшылар иҫәбендә булыуын, әммә әлеге мәлдә табиптың да, үҙ мөйөштәренең дә булмауын (әлеге бина документ менән нығытылмаған) һыҙыҡ өҫтөнә алды. Сәлимгәрәй Миңлегәрәй улы, бында эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәренә бинаны ремонтлау, уны документлаштырыу сараһын күрергә, йәки ҙә булмаһа яңы амбулатория мәсьәләһен күтәрергә, иҫке ҡорамалдарҙы яңыртырға ынтылырға кәрәк, тигән теләген еткерҙе. Шулай уҡ урындарҙа беренсел профсоюз ойошмаларын тергеҙеү һәм уның эшен әүҙемләштереү мәсьәләһен дә күтәрҙе. “Шуныһы ҡыуаныслы, ветерандарыбыҙ ҡартайырға ашыҡмайҙар, барыһы ла әүҙемдәр. Иң мөһиме, йәштәргә ышанығыҙ, яуаплы эштәрҙе ҡушырға ҡурҡмағыҙ, барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, барыһы өсөн дә рәхмәт”, - тине ул сығышын йомғаҡлап.
Аҡкүл ауыл биләмәһе башлығы Р.Ә.Мөхәррәмов үҙ сығышында амбулатория коллективының берҙәмлеген һәм халыҡтың уларҙың эшенән ҡәнәғәт булыуын билдәләп, аҡ халатлыларға, ветерандарға рәхмәтен белдерҙе. А.И.Ғәлләмова коллегаларына районда һаулыҡ һаҡлау системаһы булдырылыуҙың 100 йыллығына арналған музей ойоштороуҙа ярҙам ҡулы һуҙыуҙарын һорап мөрәжәғәт итте. Һаулыҡ һаҡлау ветерандары С.Х.Хәйбуллина, Л.А.Краснова, Р.Ә.Ғәҙелшина һәм башҡалар эшләү дәүерҙәрендәге хәтирәләре менән уртаҡлашты. Улар үҙҙәре һәм пациенттары менән килеп сыҡҡан сетерекле хәлдәр, аҙым һайын осрап торған ауырлыҡтар, нисәмә кешене үлем тырнағынан йолоп алып ҡалыуҙары хаҡында бәйнә-бәйнә һөйләне, шулай уҡ ҡыҙыҡлы мәлдәрҙе лә иҫтәренә төшөрҙөләр.
Әңгәмә барышында ветерандар бөгөн медицина уҡыу йорттарына уҡырға инергә теләүселәр күберәк булһын өсөн һәр ҡайҙа медицина һөнәрҙәрен пропагандалау һәм дипломлы йәш белгестәрҙең районға ҡайтыуына өлгәшеү йәһәтенән маҡсатҡа ярашлы эш алып барырға кәрәк, тигән уртаҡ фекергә килделәр.