Шәфҡәт туташтарының барыһының да бында хеҙмәт юлын башлауына 29 йыл үткән. Юлыҡ һәм Игенйылға ауылы ҡыҙҙары Альбина менән Ләлә икеһе бергә Стәрлетамаҡ, ә Красноусолда тыуып үҫкән Гүзәл Өфөләге 1-се һанлы медицина училищеһын тамамлап, үҙәк район дауаханаһына эшкә килгәндәр. Һәм ошо йылдар арауығында ҡабул итеү бүлмәһендә эшләү уларҙың булмышына әүерелгән. Бындағы шәфҡәт туташтарына үтә лә сабыр, батыр йөрәкле, мәрхәмәтле, шундуҡ дөрөҫ ҡарар ҡабул итә, кеше хәленә инә белеү һәм уларға ярҙам ҡулы һуҙырға, һәр төрлә хәлдәргә әҙер тороу кеүек сифаттар хас булырға тейештер. Сөнки улар әйтеүенсә, тәүлек әйләнәһенә ниндәй генә сирлеләр килмәй, унан да бигерәк бәлә-ҡазаға тарыусылар: йәрәхәтләнгән, яраланған (атылып, ҡырҡылып, сәнселеп), аяҡ-ҡулы туңған, ағыуланған, талпан ҡаҙалған, аллергия менән, имгәнгән, эскән хәлдәге кешеләрҙе ҡабул итергә кәрәк, аңын юғалтҡан, үҙ-үҙенә ҡул һалған, хатта йәшәр урындары булмаған, үлгән кешеләрҙе лә бында килтерәләр. Ауырыуҙарҙы ҡабул итеү бүлмәһенән тыш, бында яра бәйләү, процедура, шокҡа ҡаршы, йоғошло сирлеләр, аңын юғалтҡандар өсөн бокс-тар бар. Дөйөм алғанда, “Ашығыс ярҙам” бүлексәһе менән берлектә, бер төптән эшләйҙәр. Өс тиҫтә йылға яҡын дәүер эсендә шәфҡәт туташтары үҙ һөнәрҙәренең барлыҡ нескәлектәренә ныҡлы төшөнөп, хәҙер яңы эш башлаған йәш белгестәргә (хатта бында дежурлыҡ иткән йәш табиптар уларҙың кәңәштәренә мохтаж) үҙҙәренең бай тәжрибәләре менән уртаҡлашалар.
Бөгөн “Ашығыс ярҙам” бүлексәһенә һәм ауырыуҙарҙы ҡабул итеү бүлмәһенә табип Альфред Ринат улы Шәрипов етәкселек итә.
- Беҙ нисәмә йылдар, йәғни 28 йыл табипһыҙ эшләнек, бына икенсе йыл инде табип А.Р.Шәрипов етәкселегендә сменалап, көндөҙ - 10, төндә 14-әр сәғәт эшләйбеҙ. Бында күптәр оҙаҡ торламай, медучилище тамамлап килеүселәр ҙә тиҙ генә китеү яғын ҡарай, сөнки эшебеҙ, алда билдәләүебеҙсә, еңелдән түгел. Өлкән шәфҡәт туташы булып Галина Гребнева, шәфҡәт туташтары Лена Әбсәләмова, Лилиә Шәрәфетдинова яңыраҡ эш башланы. Санитаркалар беҙҙең уң ҡулыбыҙ, уларҙың да һәр төрлө хәлдә юғалып ҡалмауы, беҙгә ярҙамға килеүе эшебеҙҙе еңелләштерә. Оҙаҡ йылдар үҙ эшен яратып, күңел биреп башҡарған санитаркаларҙан Лира Ҡунафинаның хеҙмәт стажы 25 йылға яҡын булһа, Миңһылыу Мөхәмәтйәнова 5 йыл эшләй, шулай уҡ Ольга Шабловская ла 25 йыл эшләне, тик әлегә сирләп китте, ә бына Наташа Першина яңыраҡ эшләй башланы, - тип коллектив менән дә таныштырҙылар.
Барыһы ла тормош ҡороп, донъя көтәләр, балалар үҫтерәләр. Ләлә Малик ҡыҙы ғүмер юлдашын да дауаханаға эшкә килгәс таба. “Ашығыс ярҙам” автомашинаһы водителе булып эшләгән Әлтәф Искәндәр улы (хеҙмәт стажы - 30 йылдан ашыу) менән яҙмыштарын уртаҡ итеп, ул-ҡыҙға ғүмер биргәндәр. Альбина Хәндәр ҡыҙы ике улдың, ә Гүзәл Рәфит ҡыҙы иһә ике ҡыҙҙың яратҡан әсәһе һәм бер ейәнгә өләсәй ҙә.
Хеҙмәт юлын бергә башлап, бергә дауам итеүсе өс тағандай өс шәфҡәт туташын үҙ эштәрен ныҡлы яратыуҙары, кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙыуҙан ҡәнәғәтлек кисереүҙәре, бер төптән, бер-береһенә ярҙамлашып, аңлашып эшләүҙәре берләштерә. Уларға артабан да хеҙмәт уңыштары юлдаш булһын!