-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
28 Май 2019, 11:42

Күсмә медицина модулдәре – автопоездар юлда

Төпкөл ауылдарҙа йәшәгән кешеләргә үҙ сәләмәтлеген ваҡытында тикшертеү мөмкинлеге бик юҡ. Ошоно иҫтә тотоп, республикала “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһына старт бирелде. Бөтөн райондарҙы ла үҙ эсенә алған проект тәүгеһенән тормошҡа ашырыла. Ул ауыл халҡына медицина ярҙамы алыу мөмкинлеген арттырыуға йүнәлтелгән. Башҡортостанда 22 күсмә медицина модуле – 5 маршрут буйынса автопоезд эшләй. Ул күсмә “Сәләмәтлек үҙәктәре”н, флюорография һәм маммография модулдәрен үҙ эсенә ала.

Был акцияға ярашлы, республикала 24 мең кеше ҡаралып та өлгөргән. 80-дән ашыу социаль сир асыҡланған. Улар араһында яман шеш, шәкәр диабеты, артериаль баҫым күтәрелеү осрағы, туберкулез, киҫкен миокарда инфаркты бар.

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһына беҙҙең район да ҡушылды. Уның сиктәрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһының 2-се һанлы дауаханаһы, Стәрлетамаҡ ҡала балалар дауаханаһы, һанлы флюорография кабинеты, Күмертау ҡала дауаханаһының күсмә автопоездары белгестәре иң тәүгеләрҙән булып Аҡкүл ауыл биләмәһе халҡының һәм балаларҙың сәләмәтлек торошон тикшерҙе. Автопоездарҙың эсендә 3 кабинет, уларҙың береһендә – лабораторияла пациенттан биохимия анализы алынып, ҡандағы шәкәр, холестерин кимәле тикшерелә, һөҙөмтәһе шундуҡ әҙер була, икенсеһендә – ЭКГ үткәрелә, ауырлыҡ, буй үлсәме билдәләнә, артериаль баҫым үлсәнә, күҙ баҫымы, тын алыу функцияһы тикшерелә, өсөнсөһөндә иһә кабинеттарҙа алынған һөҙөмтәләргә ярашлы, медицина профилактикаһы табибы һаулыҡ торошонда тайпылыштар булғандарға кәңәштәр бирә, дауаланыуға тәҡдимдәр яҙа, артабан белгестәргә тикшерелеүгә йүнәлтә. Ә балалар өсөн тәғәйенләнгән автопоезда балалар психологы эшләне, балаларҙың психик, физик сәләмәтлеге тикшерелде, ҡан анализы алынып, ЭКГ үткәрелде. 19 майҙа эш башлап, артабан пациенттарҙы ҡабул итеүҙе 22-23 майҙа дауам иткән күсмә “Сәләмәтлек үҙәктәре”ндә биләмәләге 220 өлкән кеше һәм 60 бала үҙ һаулығын тикшерткән, 202 пациент флюорография үткән.

Акция сиктәрендә шулай уҡ Дарьино табиплыҡ амбулаторияһында (22 майҙа) Красноусол үҙәк район дауаханаһының табип-терапевы Елена Ринат ҡыҙы Бәхтейәрова етәкселегендә педиатр Регина Шамил ҡыҙы Мырҙагилдина, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы акушеркаһы Земфира Хәмзә ҡыҙы Фәтҡуллина, табип-хирург Руслан Салауат улы Зәйнуллиндан (район дауаханаһында ошо көндәрҙә эш башлаған, тамырҙары менән Бәләкәй Үтәш ауылынан), шулай уҡ урындағы амбулаторияның табип-стоматологы Марат Мөбәрәк улы Йәғәфәровтан торған табиптар төркөмө лә пациенттарҙы ҡабул итте. Уларға Дарьино амбулаторияһының шәфҡәт туташы Елена Николаевна Әмирханова ярҙам итте. Амбулатория лаборанткаһы Нурия Ирғәле ҡыҙы Хәбибуллина табип ҡабул итеүенә килеүселәрҙән ҡан һәм башҡа анализдар ҙа алды, артериаль баҫымдарын да тикшерҙе. Тәүге көндө невролог, кардиолог, гинеколог өс тиҫтәгә яҡын кешене ҡабул иткән, артабанғы көндәрҙә хирург (32 кеше), кардиолог (29), терапевт (72), акушерка 75 кешенең сәләмәтлеген тикшергән.

-Республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбировҡа халыҡ сәләмәтлеген ҡайғыртыуы өсөн рәхмәт, - тине пациенттарҙың береһе һәм башҡалар ҙа уға ҡушылды.

Медицина автопоездары артабан районыбыҙҙың Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе кешеләренең сәләмәтлеген тикшерҙе, сиратта - Сәйетбаба, Яңғыҙҡайын ауыл биләмәләре.


Читайте нас: