0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
31 Май 2019, 14:13

Һаҡ булығыҙ, талпан!

Көндәр йылыныу менән талпандарҙың кешегә ҡаҙалыу осраҡтары тураһында ишетелә башлай. Талпандар тупраҡ 5-7 градусҡа тиклем йылынғас әүҙемләшә. Уларҙың кешегә иң күп һөжүм иткән ваҡыты май-июнь айҙарына тура килә. Август аҙағында, сентябрь баштарында ла талпандарҙың әүҙемлеге күҙәтелә. Республикала йыш осраған һәм кеше һаулығына ҙур ҡурҡыныс тыуҙырған талпан энцефалиты сирен ошо сир менән зарарланған талпандар йоҡтора.

Талпандар күпселек осраҡта урман һуҡмаҡтарында туплана, сөнки уларҙы хайуандарҙың һәм кешеләрҙең еҫе ылыҡтыра. Һеҙ талпан тешләүен һиҙмәҫкә лә мөмкинһегеҙ. Ләкин бер аҙҙан тешләнгән урын шешеп сыға. Ғәҙәттә, тешләнеүҙән сир башланғанға тиклем аҙна - ун көн үтә. Уның билдәләре: кинәт кенә тән температураһының 38-39 градусҡа тиклем күтәрелеүе, баш, тән ауыртыуы, хәлһеҙлек, күңел болғаныу, йөҙҙөң һәм күҙҙең ҡыҙарыуы. Ауырыуҙың 3-5-се көнөнә нервы системаһының зарарланыу билдәләре беленә башлай – тартышыу, һаташыу, хәрәкәтләнеү ҡыйынлығы һ.б.
Талпан энцефалитының эҙемтәләре күп төрлө: тулыһынса төҙәлеүҙән алып инвалидлыҡҡа, хатта үлемгә тиклем. Ҡайһы бер осраҡта талпан ҡаҙалған урын ҡыҙарып тора, һуңынан ҙурайып, күк төҫкә инә. Кеше грипп менән сирләгәндәге кеүек хәлһеҙлек тоя, радикулит йәки быуындарҙың елһенеүе күҙәтелә. Ошо билдәләрҙе күрһәгеҙ, кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Нисек һаҡланырға?
Иң ышаныслыһы – талпандан тешләнмәү сараһын күреү. Бының µөсөн урманға барғанда ҡалын, шыма туҡыманан тегелгән асыҡ төҫтәге µөҫ кейеме, эстән кейгән оҙон еңле күлдәктең яғалары муйынға һылашып торорға, күлдәк салбарға ҡыҫтырылған булырға, салбар итеккә йәки ботинкаға ҡыҫтырылған, носкиҙар тығыҙ резинкалы булырға тейеш, башты һәм муйынды яулыҡ йәки кепка менән ҡапларға кәрәк. Талпандарҙы ҡурҡытыу µөсөн тәндең асыҡ µөлөштәренә репелленттар һөртөргә мөмкин. Бынан тыш, һәр сәғәт һайын үҙегеҙҙе һәм юлдаштарығыҙҙың өҫ-башын ҡарап тороғоҙ.
Талпан ҡаҙалһа ни эшләргә?
Талпанды ни тиклем тиҙерәк алһағыҙ, шул тиклем организмға ағыу аҙыраҡ эләгәсәк. Иң яҡшыһы уны медицина учреждениеһында алдырыу, әлбиттә.
Әгәр үҙ аллы алырға теләһәгеҙ, пинцет йәки таҙа марля уралған бармаҡтар менән талпандың томшоғона яҡыныраҡ эләктереп, пинцетты тәнгә перпендикуляр хәлдә тотоп, ҡабаланмай ғына талпанды үҙ күсәре буйлап әйләндереп тартып алығыҙ. Шулай уҡ ныҡлы епте уның томшоғона бәйләп, киҫкен хәрәкәттәр яһамай ғына µөҫкә тартырға кәрәк. Талпанды алғанда бик һаҡ ҡыланырға тырышығыҙ, сөнки ул һытылһа, эсендәге ағыуы яра аша организмға эләгәсәк.
Әгәр талпандың башы µөҙөлөп тәндә ҡала икән, шул урынға йод йәки спирт һөртөгөҙ һәм стерилль энә менән алығыҙ. Талпанды алған кешегә, ҡулдағы ваҡ яралар аша инфекция организмға үтеп инмәһен µөсөн, ҡулдарын һабынлап йыуырға кәрәк.
Талпандың энцефалитлы икәнен билдәләү өсөн, уны тере килеш таҙа һауытта 2 тәүлек эсендә микробиологик лабораторияға тапшырырға кәрәк. Тикшергәс, тешләнгән кеше прививка эшләтмәгән булһа, талпан ҡаҙалғандан һуң 96 сәғәт һуҙымында энцефалитҡа ҡаршы иммуноглобулин индерелә. Шулай уҡ 21 көн буйына ул кеше күҙәтеү аҫтында була.
Был мәкерле, күпселек осраҡта үлемесле сирҙән ҡотолоуҙоң профилактик юлы булып вакцинация тора. Уны яһау схемаһын белгес билдәләй. Ә талпан энцефалитына ҡаршы планлы профилактик вакцинацияның тулы курсы өс инъекциянан тора: тәүге ике прививка 30 тәүлек арауыҡ менән эшләнә, өсөнсөһө – икенсеһенән һуң бер йыл уҙғас. Вакцинация алдынан терапевта тикшереү үтергә һәм прививка кабинетына йүнәлтмә алырға кәрәк. Бындай прививканы өс йылға бер тапҡыр ҡуйҙырыу мотлаҡ.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Ябай ғына һаҡланыу сараларын күреп, үҙеңде ҙур бәләнән - талпан энцефалиты тигән ауыр сирҙән һаҡлап ҡалырға мөмкин.
Читайте нас: