-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
31 Май 2019, 16:56

Һатып алынған сир

Тәмәке тартыу – хәҙерге йәмғиәттә кеше сәләмәтлегенә янаған иң ҙур хәүеф ул. Йәмәғәтселек уға ҡаршы ҙур көрәш алып барыуға һәм тәмәкенең зыяны хаҡында киң билдәле булыуға ҡарамаҫтан, тартыу кешенең иң киң таралған һәләкәтле ғәҙәте булып ҡала бирә. Тәмәке тартыусыларҙа ауыр йөрәк-ҡан тамырҙары, тын юлы-үпкә, ашҡаҙан-эсәк, эндокрин һәм онкологик сирҙәр артыу хәүефе күпкә юғары икәне билдәле. Тап шуның өсөн сәләмәт тормош яҡлы булған донъя йәмәғәтселеге 31 майҙы “Бөтә донъя тәмәкеһеҙ көн” булараҡ билдәләй.

Был көн йыл да тәғәйен бер девиз аҫтында үтә. Уҙған йылдарҙа “Йәштәр тәмәкеһеҙ”, “Тәмәкенең һаулыҡ өсөн зыяны хаҡында иҫкәртеү”, “Кешеләр йөрөй торған урындар – тәмәке төтөнһөҙ”, “Тәмәке сәнәғәтенә ҡаршы тороу” тигән лозунгылар билдәләнгәйне. 2019 йыл темаһы – “Тәмәке һәм үпкәләр сәләмәтлеге”.

Тәмәке тартыу тәьҫирендә үҫешеүсе йәки көсәйеүсе 25 ауырыу билдәле. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта тәмәке тартыу донъяның өлкән кешеләренең 7-10 процентының үлеменә сәбәпсе. Тәмәке тартыу менән бәйле сирҙәрҙән һәр 6 секунд һайын – бер кеше, ә йыл һайын 5 миллион кеше үлә. Донъяла тәмәке изделиеларын ҡулланыу артыуын дауам итһә, тартыу сәбәпле иртә үлем осраҡтары йылына 10 миллионға барып етәсәк, 2030 йылға иһә ул донъяла ваҡытынан алда үлеүҙең иң етди факторына әйләнәсәк.

Тартыу кеше организмының күпселек ағзаларына кире тәьҫир итә. Ағыулы һөжүмде тәүге булып үпкәләр ҡабул итә. Тәмәкенең үпкәгә зыяны ғәйәт ҙур: рактан алып хроник респиратор сирҙәргә тиклем. Шуларҙың бер нисәһен ҡарап үтәйек.

Үпкә рагы – үпкәнең өҫкө туҡымаларында барлыҡҡа килеүсе шеш – уның 90 проценты самаһы оҙайлы тәмәке тартыу менән бәйле. 20 йыл һуҙымында көнөнә ике һәм унан да күберәк ҡап тәмәке тартҡан кешеләрҙә үркә рагы булыу хәүефе тартмаусыларҙағыға ҡарағанда 60-70 процентҡа юғарыраҡ. Үпкә рагы хәүефе көнөнә нисә ҡап тәмәке тартыуға, тәмәкелә канцероген ыҫмалалалар һәм никотиндың концентрацияһына бәйле. Был сиргә хас билдәләр: даими рәүештә быуып йүтәлләү, ҡан ҡаҡырыу, ҡабатланып торған пневмония, бронхит йәки күкрәктә ауыртыу. Үпкә рагы – рак менән сирләгән кешеләрҙең иң күбеһен (өстән ике өлөшөнә тиклем) үлемгә илткән сир.

Оҙаҡ ваҡыт тәмәке тартыу шулай уҡ йыш ҡына үпкәнең хроник обструктив сирҙәренә – үпкә бронхиты һәм үпкә эмфиземаһына килтерә. Эмфиземаның төп билдәһе – тын ҡыҫылыуы, шулай уҡ йүтәл. Күкрәк ситлеге мискә һымаҡҡа әйләнә. Обструктив үпкә сирҙәре йәшләй генә тәмәкегә әүәҫләнгән кешеләрҙә бигерәк тә йыш осрай, сөнки тәмәке төтөнө үпкәнең үҫешен ныҡлы тотҡарлай. Тәмәке астманы көсәйтеп, кешенең әүҙемлеген, эшкә һәләтлелеген сикләй. Тәмәкене тиҙерәк ташлау – бындай сирҙәргә ҡаршы тороуҙың иң һөҙөмтәле юлы.

Тәмәке тартыу тын юлдары туберкулезы менән ауырыуға булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, уны дауалауҙы ла ауырлаштыра. Тартыу ғүмер оҙайлылығын уртаса 10 йылға ҡыҫҡарта.

31 майҙа, Тәмәкеһеҙ көндә, тәмәке тартыусыларҙың барыһын да үҙҙәренең насар ғәҙәтенә бирешмәй ҡарарға - тәмәкенән баш тартып торорға саҡырабыҙ. Был акция һеҙгә тартыуҙы бөтөнләй ташларға ярҙам итһен. Ә тартмаусылар үҙ туғандары, хеҙмәттәштәре, дуҫтарына һис юғы бер көн тәмәке ағыуынан таҙарынырға булышһын.

Тәмәкенән баш тартыу һәммә йәштә лә, ниндәй “стажлы” булыуыңа ҡарамаҫтан, һаулыҡ өсөн файҙалы буласаҡ. Сәләмәт булығыҙ, тәмәкеһеҙ йәшәгеҙ!

Үҙәк район дауаханаһының профилактика бүлеге.
Читайте нас: