Әлеге ваҡытта хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Гиппократ антына тоғро ҡалып, тилмереп килгән бар кешегә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер ул. Хеҙмәт юлын башлағанда оло тәжрибәле табиптарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалып, тырышып эшләй. Башлыса участка дауаханаһының “Ашығыс ярҙам” бүлегендә эшләргә тура килә уға. Әлбиттә, бында эшләүе бик еңелдән булмай, сөнки кеше ғүмеренең минуты ла, секунды ла алтынға тиң. Һайлаған һөнәренә тоғро ҡалған Зимфира Хәлит ҡыҙы үҙ эшен бик яратып башҡара. Ул ауырыуҙар янына көн һәм төн, ямғыр, буран тип тормай, беренсе ярҙамға килә. Ошо дәүерҙә уның шифалы ҡулдары аша күпме ауырыуҙар уҙған, күпме кешене үлемдән ҡотҡарып ҡалған!
Бик күп дауаланыу-сылар уға тик рәхмәт һүҙҙәрен уҡый.
Хаҡлы ялдамын тип тормай, һаулыҡтың ниндәй ҙур байлыҡ икәнен, уны нисек һаҡларға кәрәклеге тураһында кәңәштәрен бирә беҙгә. Шул тырышлығы, эшһөйәрлеге менән халыҡтың ҙур ихтирамын яуланы. Ауыл халҡы уға әле лә кәңәш һорап мөрәжәғәт итә, ә ул бер кемде лә кире ҡаҡмай, йылы һүҙен йәлләмәй, бар кешегә ярҙам итә, эсе тулы бары изгелек.
Зимфира апай ике бала әсәһе лә. Оло улы Азат шофер һөнәрен үҙләштерһә, ҡыҙы Динара Еҙем-Ҡаран дөйөм урта биреү мәктәбендә10-сы класта уҡый.
Зимфира Хәлит ҡыҙы ғаиләлә яратҡан әсәй һәм тормош иптәше. Ул өйҙә бик тырыш хужабикә лә. Тормош иптәше Радик Әхәт улы менән күп итеп йәшелсә үҫтерәләр, мал, ҡош-ҡорт аҫрайҙар.
Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Зимфира Хәлит ҡыҙына оҙон ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә бәхете теләйем. Кешеләргә ҡылған изгелеге үҙенә меңләтә артып ҡайтһын тигән теләктә ҡалам.
Гөлшат РАХМАНҒОЛОВА.
Еҙем-Ҡаран ауылы.