Һәр ҡайҙағыса, беҙҙең районда ла теләүселәргә коронавирусҡа ҡаршы прививка яһау башланды. Был хаҡта ентекле аңлатма биреүен һорап Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Алик Рәмил улы ЙӘНЕШЕВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
- Коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатыу нимәгә кәрәк? COVID-19 менән сирләп йүнәлеүселәргә эшләтергә яраймы?
- Әлбиттә, коронавирус инфекцияһына иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн вакцина яһатырға кәрәк. Быны бигерәк тә хроник сире булған 60 йәштән өлкәнерәк кешеләргә эшләтеү айырыуса мөһим, сөнки улар сиргә тиҙ бирешеп барыусандар. Был өлкәндәрҙең йәше менән дә бәйле, ҡағиҙә булараҡ, олоғайған һайын хроник сирҙәр ҙә арта бара.
Әгәр ҙә кеше коронавирус менән сирләгән икән, тимәк унда антиесемдәр барлыҡҡа килгән. Тора-бара организмда уларҙың миҡдары кәмей. Антиесемдәрҙең булыуы вакцинацияға ҡаршы күрһәткес була алмай. Әгәр ҙә антиесемдәрҙең миҡдары бик ҙур түгел икән, вакцина яһатыу яҡшыраҡ.
- Районда вакцинация нисек бара? Нисә кеше прививка яһатты?
- Беҙҙең районда вакцинация әүҙем бара. 700-гә яҡын кеше вакцина эшләтте лә инде. Оло йәштәге кешеләрҙең йышыраҡ килеүе күҙәтелә. Улар үҙҙәренең сәләмәтлегенә яуаплыраҡ ҡарай, сөнки сирҙең үтә лә ауыр үтеүен һәм һуңынан әллә күпме өҙлөгөүҙәргә килтереүен яҡшы аңлайҙар.
- Прививка ниндәй препарат менән яһала һәм ковидҡа ҡаршы вакцинация башҡа прививкаларҙан нимәһе менән
айырыла?
- Беҙ халыҡҡа “Гам-КОВИД-Вак” (“Спутник V”) вакцинаһы менән прививка яһайбыҙ. “Спутник V” Н.Ф.Гамалея исемендәге Үҙәктә барлыҡҡа килеп, 2020 йылдың авгусында теркәлгән һәм кеше организмында күбәймәгән аденовирустың зарарһыҙландырылған күҙәнәктәрен үҙ эсенә ала. Уларҙың генетик нигеҙе алып ташланған, ә уның урынына вакцина барлыҡҡа килтергәндә вирус күҙәнәгенә айырым аҡһым коды менән ген индерелгән. Был аҡһым кешегә бер ниндәй ҙә хәүеф тыуҙырмай һәм иммунитетҡа вирусҡа дөрөҫ тәьҫир итергә һәм артабан инфекциянан һаҡлау өсөн уға антиесемдәр булдырыуға ярҙам итә. Тулыһынса һаҡланыу өсөн пациентҡа төрлө типтағы аденовирус менән 21 көн арауыҡта ике укол эшләтергә кәрәк. Тулыһынса иммунитет вакцинаның икенсеһен эшләткәндән һуң, ике аҙна үткәс, барлыҡҡа килә.
- Красноусол үҙәк район дауаханаһы вакцина менән тулы күләмдә тәьмин ителгәнме? Улар даими рәүештә килтереләме, әллә прививка эшләтеү өсөн кешеләргә сират көтөргә тура киләме?
- Район дауаханаһы вакцина менән тулыһынса тәьмин ителгән. Шуға күрә был йәһәттән проблема юҡ, улар даими килтерелә, теләгән кешенең прививка яһатмай ҡайтып китеү осраҡтары булманы әлегә.
- Районыбыҙ кешеләренә прививка яһатыу өсөн ҡайҙа яҙылырға һәм мөрәжәғәт итергә була?
- Теләге булған һәр кем вакцина яһатыу өсөн поликлиниканың икенсе ҡатындағы 201-се кабинетҡа үҙ аллы мөрәжәғәт итә ала. Ошо уҡ көндө уларға вакцина яһала. Поликлиниканың теркәлеү үтеү йәки “Дәүләт хеҙмәттәре” сайты аша алдан яҙылырға ла мөмкин.
- Вакцина яһатырға ҡарар итеүселәргә нимәне иҫтә тоторға кәрәк? Бәлки, кәңәштәрегеҙ ҙә барҙыр?
- Прививка яһатырға уйлаусыларға өшөмәҫкә кәңәш итәбеҙ. Прививка яһатҡанға тиклем һәм яһатҡандан һуң өс көн алкоголле эсемлектәр эсмәҫкә, ҡан баҫымы кимәлен күҙәтеп торорға, ҡан баҫымынан һәм шәкәр диабетынан дарыуҙарҙы (йоғошло булмаған хроник сирҙәре булғандарға) даими ҡабул итергә.
-Тәү сиратта кемдәргә коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатырға тәҡдим итер инегеҙ? Ә балаларға вакцина яһатыу ҡасан башлана?
-Тәү сиратта коронавирус сирлеләр менән даими аралашыуға ҡоролған һөнәр эйәләренә: медиктарға, социаль хеҙмәткәрҙәргә, уҡытыусыларға, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренә һәм хроник сирле 60 йәштән өлкәнерәктәргә прививка яһатырға кәрәк.
Балалар, ҡағиҙә булараҡ, коронавирустың ауыр формаһы менән ауырымай, шулай уҡ инфекцияны әүҙем таратыусылар ҙа булып тормай. Шуның өсөн әлегә бәлиғ булмаған балаларға вакцина яһауҙы кәрәк тип тапмайым. Бары тик башҡа йәш төркөмөндәгеләрҙең, йәғни өлкәндәрҙең прививка яһатыуын тиҙләтеү ҙә етә, сөнки илебеҙҙә коллектив иммунитет барлыҡҡа килтереү уларҙың яуаплылығында. Н.Ф.Гамалея исемендәге Үҙәктә билдәләүҙәренсә, май айында “Спутник V” вакцинаһын балаларҙа клиник һынап ҡарауҙы уҙғарыуға Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан рөхсәт алырға уйлашалар. Рәсәй һәм халыҡ-ара ҡануниәткә ярашлы, бөтөн дарыу препараттарын, шул иҫәптән вакциналарҙы, балаларҙа клиник тикшереүҙәрҙе, оло кешеләрҙә тикшереүҙәр тулыһынса һәм уңышлы уҙғарып бөтөлгәндән һуң ғына, уҙғарырға мөмкин.
- Районға “ЭпиВакКорона” вакцинаһын ҡасан килтереү көтөлә? Был прививканы яһатыуҙы көтөүгә яҙылыу бармы?
- Республикабыҙға вакцинаны килтереү һәм медицина учреждениеларына бүлеү менән Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы шөғөлләнә. Новосибирскиҙың “Вектор” үҙәге ғалимдары тарафынан әҙерләнгән “ЭпиВакКорона” вакцинаһына килгәндә иһә, ул әлегә күпләп файҙаланыуға индерелмәгән. Ул Башҡортостанға ағымдағы йылда килтерелер, тип көтөлә.
Хөрмәтле Ғафури районы халҡы, шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ, үҙегеҙҙең сәләмәтлегегеҙ – үҙегеҙҙең ҡулда. Барыһы ла үҙегеҙҙән тора, шул иҫәптән COVID-19-ға ҡаршы вакцинация ла. Һеҙ иҫән-һау булһағыҙ, яҡындарығыҙ ҙа сәләмәт булыр!
- Фәһемле әңгәмә өсөн рәхмәт, Алик Рәмил улы! Иҫән-һау булайыҡ!