+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
7 Апрель 2021, 10:45

Скандинав йөрөшөнөң файҙаһы тураһында

Скандинав йөрөшө профессиональ саңғысылар өсөн саңғы миҙгеленән тыш күнекмәләр яһау өсөн уйлап сығарылған. Ул организмға тулы физик көсөргәнеш бирә.

Скандинав йөрөшө профессиональ саңғысылар өсөн саңғы миҙгеленән тыш күнекмәләр яһау өсөн уйлап сығарылған. Ул организмға тулы физик көсөргәнеш бирә.
Аяҡтар ғына түгел, бөтә кәүҙә, ҡулбаш әүҙем хәрәкәт итә. Бер күнекмә ваҡытында 350-400 килокалорийҙы яндырырға була! Йөрөү техникаһын теүәл үтәү мөһим. Скандинав йөрөшө өсөн таяҡтарҙы кәүҙә оҙонлоғона ярашлы алырға кәрәк, улар еңел, тотор өсөн ҡулайлы. Таяҡтар менән йөрөү кәүҙәне тура тоторға булышлыҡ итә. Физик күнекмәнең был төрө менән йылдың бөтә миҙгелендә лә шөғөлләнергә мөмкин. Скандинав йөрөшө - дауалау физкультураһы һәм реабилитация сараһы булараҡ та яҡшы ысул.
Читайте нас: