23 апрелгә ҡарата, һуңғы тәүлектә Башҡортостанда COVID-19 диагнозы раҫланған ике кеше йән биргән. Шулай итеп, инфекция ҡорбандары исемлегендә 430 кеше иҫәпләнә.
Пандемия башланғандан алып асыҡланған сирлеләр һаны – 34 691 кеше. Тәүлек эсендә COVID-19 йоҡтороуҙың 99 яңы осрағы теркәлгән. Бер тәүлектә – 236, пандемия башланғандан алып 31 931 пациент һауығып сыҡҡан. Республикала 136 980 кеше вакцинаның ике компонентын алған, тип хәбәр иттеләр оперштабтан.