Башҡортостанда COVID-19 киҙеүенән вакцина эшләтеүселәргә айырым билдә биреләсәк.
Был турала республиканың Һаулыҡ һағы министры Максим Забелин Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә әйтте.
Бөгөнгө көндән вакцинаның ике компонентын да эшләткән һәр кешегә айырым билдә тапшырыласаҡ. Быны беҙ “Берҙәм Рәсәй” партияһы ярҙамында эшләй алдыҡ, - тине ул. Ул шулай уҡ бөгөнгө көнгә Башҡортостанда 144282 кешенең прививка яһатыуын әйтте. Был республикаға килтерелгән бөтә вакцинаның 49 процентын тәшкил итә. 240218 мең кеше (81 процент) вакцинаның беренсе компоненты менән прививка эшләткән. Бөтәһе уҙған йылдың аҙағынан алып республикаға “ГамКовидВак”, “ЭпиВакКорона” вакциналары 295832 доза килгән.
26 – 28 апрелдә 18 меңдән ашыу доза вакцинаны таратыу ҡаралған. Шулай уҡ министр вакцинация пункттары байрам көндәрендә лә ялһыҙ эшләйәсәге тураһында хәбәр итте. Бөтәһе республикала 155 пункт бар, шул иҫәптән бишәүһе – “Сәләмәтлек поездары” составында.