Төбәк етәксеһе яҙыуынса, был проект ил Президенты Владимир Путин башланғыс биргән ҙур программаны тормошҡа ашырыу сиктәрендә эшләнә. Программаға ярашлы, республика 16 млрд һум ярҙам алған һәм 2024 йылға тиклем һаулыҡ һағының беренсел звеноһын модернизациялауға тоноласаҡ. Яҡын йылдарҙа үҙәк район дауаханаларын ремонтлайбыҙ, поликлиникаларҙы һәм дауаханаларҙы йыһазландырасаҡбыҙ һәм транспорт менән тәьмин итәсәкбеҙ, тип яҙҙы Радий Фәрит улы.