-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
18 Май 2021, 10:20

Республикаға “КовиВак” вакцинаһы килә

Алдағы көндәрҙә республика халҡы М.П.Чумаков исемендәге иммунобиологик препараттар эшләү һәм тикшереү ғилми үҙәге етештергән “КовиВак” вакцинаһы менән прививка эшләтә аласаҡ.Был турала кисә Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры М.Забелин белдерҙе. Ошо аҙнала республикаға 16 мең доза вакцина, шул иҫәптән КовиВак препараты килеүе көтөлә.Красноусол үҙәк район дауаханаһы баш табибы А.Р.Йәнешев әйтеүенсә, әлеге көнгә район медицина учреждениеларында 200 доза “Спутник-V” һәм “Эпиваккорона” вакциналары бар.

Алдағы көндәрҙә республика халҡы М.П.Чумаков исемендәге иммунобиологик препараттар эшләү һәм тикшереү ғилми үҙәге етештергән “КовиВак” вакцинаһы менән прививка эшләтә аласаҡ.
Был турала кисә Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры М.Забелин белдерҙе. Ошо аҙнала республикаға 16 мең доза вакцина, шул иҫәптән КовиВак препараты килеүе көтөлә.
Красноусол үҙәк район дауаханаһы баш табибы А.Р.Йәнешев әйтеүенсә, әлеге көнгә район медицина учреждениеларында 200 доза “Спутник-V” һәм “Эпиваккорона” вакциналары бар.
Коронавирус инфекцияһы менән районда бөтәһе 472 кеше сирләгән, әлеге көндә 12 пациент ауырый. Ҡурҡыныс сир бер ҡайҙа ла китмәгән, шуға күрә унан һаҡланыуҙың берҙән-бер юлы булған вакцинаны эшләтергә ашығығыҙ, райондаштар.
Читайте нас: