+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
16 Июнь 2022, 16:55

Районыбыҙ аҡ халатлылары байрамдарын билдәләне

19 июндә Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан бөгөн, 16 июндә, Красноусол үҙәк район дауаханаһының тамаша залында тантаналы байрам сараһы үтте.

Районыбыҙ аҡ халатлылары байрамдарын билдәләне
Районыбыҙ аҡ халатлылары байрамдарын билдәләне

Районыбыҙ медицина хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотларға район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, район Советы һәм район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, “Красноусол” шифаханаһы директоры Рәмил Бәҙретдинов килде. Бер төркөм аҡ халатлылар район хакимиәтенең һәр район Советының Маҡтау грамоталарына лайыҡ булды. Дауахананың баш табибы Хәкимйән Сәфәрғолов коллегаларын, ветерандарҙы Медицина хеҙмәткәрҙәре менән ҡотланы һәм бер төркөм алдынғылар уның ҡулынан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарының Маҡтау грамоталарын, Рәхмәт хаттарын, “Һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәләрен һәм дауахананың Маҡтау грамоталарын алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе.

 Район мәҙәниәт һарайы артистары Фәнзил Ғәлин, Елена Николаева, Владислав Ларионов, дауахана ветерандары ансамбле аҡ халатлыларға йырҙарын бүләк итте.

Районыбыҙ аҡ халатлылары байрамдарын билдәләне
Районыбыҙ аҡ халатлылары байрамдарын билдәләне
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: