-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
15 Июль 2022, 14:20

Хеҙмәттә үткән ғүмер - алтын ғүмер

Үҙенең бар булмышын яратып һайлаған һөнәренә бағышлаусылар бихисап арабыҙҙа. Шундайҙарҙың береһе – Красноусолда йәшәүсе 36 йыл ғүмерен кешеләрҙең сәләмәтлеген һаҡлауға бағышлап, хаҡлы ялға туҡтаған Гөлнура Ғөбәй ҡыҙы Юлдашева.

Хеҙмәттә үткән ғүмер - алтын ғүмер
Хеҙмәттә үткән ғүмер - алтын ғүмер

Г.Ғ.Юлдашева 1952 йылдың 14 июлендә Һабай ауылында Сәлимә менән Ғөбәй Ҡадировтарҙың өс балалы ғаиләһендә иң кесеһе булып донъяға ауаз һала. Әммә 2,7 йәшендә генә инәһе гүр эйәһе була, бәләкәс Гөлнура инәһенең бер туған һеңлеһе Тәслимә (атаһы балдыҙына өйләнә) тәрбиәһендә үҫә. Һабай 4 йыллыҡ мәктәбендә башланғыс белем алған ҡыҙ артабан уҡыуын Юлыҡ һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә йөрөп дауам итә, 10-сы класты иһә Ҡауарҙы урта мәктәбендә тамамлай. Шәфҡәт туташы булырға хыял йөрөткән ҡыҙ Сибай медучилищеһына уҡырға инеп, ике йыл был һөнәрҙе үҙләштерә. 1971 йылда уҡыу йортон уңышлы тамамлаған дипломлы йәш белгес үҙ ра-йонына эшкә ҡайта. Шәфҡәт туташын Еҙем-Ҡаран участка дауаханаһына тәғәйенләйҙәр. Бында тәүге хеҙмәт сынығыуы алып, һөнәр нескәлектәрен бер аҙ төшөнгәс, белемлелеге, булдыҡлылығы менән айырылған медицина хеҙмәткәрен ике йылдан һуң, Красноусол үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһының үҫмерҙәр кабинетына күсерәләр. Ошонда эшләп йөрөгәндә Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетын тамамлап, ра-йон ветстанцияһында эш башлаған Ҡауарҙы ауылының аҫыл егете Фәнил күңелен арбай ҡыҙҙың. Оҙаҡламай, 1974 йылдың 7 ноябрендә Фәнил менән Гөлнура өйләнешә. Сәскә кеүек һылыу Лилә исемле ҡыҙға атай-әсәй булалар.
Тормош иптәшенә партия ҡайҙа ҡуша, шунда төрлө яуаплы вазифаларҙа эшләргә тура килә. 1981 йылда Фәнил Сәйет улы “Мағаш” колхозына рәйес итеп тәғәйенләнгәс, Гөлнура Ғөбәй ҡыҙы ире менән Һабайға күсеп ҡайтып, дүрт йыл тирәһе фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләй. Артабан ҡабаттан Красноусолға күскәс, ЭКГ кабинетында, һуңынан махсус курстар үтеп, функциональ диагностика кабинетында эшләп, 62 йәшендә хаҡлы ялға туҡтай Г.Юлдашева.
Эшләгән кешенең хөрмәте бар, тигәндәй, оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн Гөлнура Ғөбәй ҡыҙы РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә. Ә инде төрлө йылдарҙа бирелгән район, республика кимәлендәге Маҡтау ҡағыҙҙары бихисап уның, “Хеҙмәт ветераны” миҙалы, “Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килеүҙең 100 йыллығы” юбилей миҙалы менән бүләкләйҙәр.
Үҙ бурысына үтә яуаплы ҡараған шәфҡәт туташы ғаиләһендә лә уңған ҡатын, хәстәрлекле әсәй. Гөлнура Ғөбәй ҡыҙы төп эшенән тыш, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай, медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюз ойошмаһы ағзаһы булараҡ, оҙаҡ йылдар хеҙмәттәштәре мәнфәғәтен яҡлай. Дауахананың һәр төрлө мәҙәни саралары унһыҙ үтмәй. Йәшлегендә район мәҙәниәт йорто янында эшләп килгән драма түңәрәгендә спектаклдәрҙә ҡатнашып, төрлө образдар тыуҙырған. Хаҡлы ялда тик тормай, район Ағинәйҙәр ойошмаһының әүҙем ағзаһы ла булып тора. Үҙенең оҫта ҡулдары менән милли биҙәүестәрҙән түшелдерек эшләп алған, ҡашмау тегеү менән мәшғүл.
Тормош юлдашы Фәнил Сәйет улы менән һәр кемгә өлгө булырлыҡ итеп, татыулыҡта, матур йәшәнеләр. 2015 йылда йәшлек мөхәббәттәрен һүрелтмәй, тоғролоҡта, татыулыҡта йәшәгән районыбыҙҙың абруйлы шәхестәре Юлдашевтар ғаиләһенә “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” тип аталған үҙенсәлекле миҙалдың тапшырылыуы ла тап ошо хаҡта һөйләй.
Тормош юлы тик шатлыҡтарҙан ғына торһасы. Юҡ шул, уның ҡанундары аяуһыҙ. Гөлнура апайға ҡайғы кисерергә лә тура килә. Ауыр сир бынан биш йыл элек 43 йыл татыулыҡта йәшәгән тормош юлдашынан ғүмерлеккә айыра. Уның Өфө ҡалаһында йәшәүсе берҙән-бер ҡыҙы Лилә, кейәүе Илгиз һәм уларҙың балалары – ейәне Искәндәр, ейәнсәре Лиә күңел йыуанысы, терәге-таянысы. Ҡыҙы Красноусолдағы 2-се мәктәпте, артабан БДУ-ның роман-герман филологияһы факультетын уңышлы тамамлап, Өфөләге Ф.Мостафина исемендәге 20-се һанлы башҡорт гимназияһында инглиз-немец телдәре уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Хәҙер Затондағы 46-сы лицейҙа уҡыта. Искәндәр Өфө дәүләт нефть техник университетының 2-се курсын, Лиә 8-се класты тамамлаған.
14 июлдә 70 йәшен тултырып, һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлай башлауына ҡарамаҫтан, Гөлнура Ғөбәй ҡыҙы төҫ ташламай, һомғол, һөйкөмлө. Әлбиттә, тормоштоң ҡатмарлы, һикәлтәле юлдарын бирешмәй үтеү, ҡайғыларҙы еңеү өсөн уға түҙемлелек, сабырлыҡ, көслө рух кеүек сифаттар ярҙам иткәндер. Бөтәһе лә артта ҡалған. Өлгөлө әсәй, изге күңелле өләсәй Гөлнура Ғөбәй ҡыҙы балаларының ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, тырыш, намыҫлы хеҙмәтенең емештәрен татып, ғаилә усағын һүндермәй, ҙур, иркен йортта тыныс, имен, бәхетле ғүмер кисерә. Уға артабан да яҡындарының һөйөүен тойоп, тағы ла оҙаҡ йылдар бәхет-шатлыҡҡа, хөрмәткә төрөнөп йәшәүен теләйбеҙ.

Хеҙмәттә үткән ғүмер - алтын ғүмер
Хеҙмәттә үткән ғүмер - алтын ғүмер
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: