Үҫешкә юл
Бөйөк Ватан һуғышы тамамлана. Тормош тыныс юҫыҡҡа кире ҡайта. Һуғыш яралары ауыр уңала. Һуғыш үҙенең эҙен һәр тарафҡа, шул иҫәптән медицина кадрҙарына ла һала. 1950 йылда район һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире, БАССР-ҙың атҡаҙанған врачы Наталья Алексеевна Рязанова урындағы “Ударник” гәзитендә: “Районыбыҙҙа 200 тирәһе медицина хеҙмәткәрҙәре булып, шуның 90 процентын ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил итә”, - тип яҙған.
Районда махсуслаштырылған төп – хирургия, гинекология, күҙ ауырыуҙары, туберкулёз белгестәре медицина ярҙамы күрһәтә.
Һуғыштан һуңғы тәүге йылдарҙа трахома (күҙ ауырыуы), сәсәк, ҡыҙамыҡ һәм башҡа йоғошло ауырыуҙарҙы бөтөрөү буйынса киң күләмле саралар уҙғарыла. Һәр ауылда тиерлек трахоматоз пункттары булдырыла, унда трахоманы дауалау өсөн махсус уҡытылған шәфҡәт туташтары эшләй. Был хеҙмәтте күҙ ауырыуҙары бүлексәһе мөдире Валентина Захаровна Борисевич етәкләй. Трахомаға ҡаршы көрәштә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн уға “БАССР-ҙың атҡаҙанған врачы” исеме бирелә. Медиктарҙың арымай-талмай ныҡышмал эшләүе һөҙөмтәһендә 1960 йылға күләмле трахома сире тамырынан ҡоротола.
Бөтөн ауырлыҡтарҙы еңә барып, ра-йонда һаулыҡ һаҡлау нығына һәм үҫешә. 15 йыл эсендә, 1946-1961 йылдарҙа, районда Мораҡ, Еҙем-Ҡаран, Сәйетбаба, Яңғыҙҡайын ауыл участка дауаханалары үҙ ишектәрен аса. Ихтыяждан сығып яңы бүлексәләр, фельдшер пункттары асыла, койка фонды арта. Ил һәм уның менән бергә Ғафури районының медицина учреждениелары аяҡҡа баҫты, көс тупланы, социализм төҙөнө һәм коммунизмдың еңеүенә ышанды.
ХХ быуаттың икенсе яртыһы торғонлоҡ һәм бығаса булмаған көрсөк осорҙарын күргән илебеҙ өсөн ҙур һәм ышаныслы үҫеш ваҡыты булды. Этаптарҙың һәр ҡайһыһы Красноусол үҙәк район дауаханаһы тарихында үҙ эҙен ҡалдырҙы.
Һаулыҡ һаҡлауҙың сәскә атыуы
1958 йылда дауахананың төп корпусы Фрунзе урамы, 6 адресы буйынса урынлашты. Дауахана өс терапия һәм бер гинекология участкаларын хеҙмәтләндерҙе. Штатта 16 табип (баш табип, 5 терапевт, 2 хирург, акушер-гинеколог, фтизиатр, рентгенолог, 3 окулист, стоматолог, венеролог), медстатист, 38 урта медицина персоналы вәкилдәре, 30 санитарка һәм 9 башҡа төрлө хеҙмәткәрҙәр булды.
Районда 10 койкаға иҫәпләнгән бала табыу йорто һәм 45 койканы үҙ эсенә алған терапия, гинекология, туберкулёз, күҙ һәм тире-венерология бүлексәләре эшләне, уларҙа 1958 йылда 2995 пациент дауаланды.
Дауаханала махсус физиотерапия буйынса әҙерлек үткән фельдшер етәкселегендә физиотерапия бүлексәһе, ике рентген-аппараты менән рентген кабинеты эшләне. Дауахана медикаменттарҙы 36-сы һанлы дарыухананан ала ине. Дарыу препараттары менән етерлек күләмдә тәьмин ителде.
Район дауаханаһы һәм бала табыу йортонан тыш, район халҡына медицина ярҙамын “Красноусол” шифаханаһы, балалар дауаханаһы һәм ике ауыл участка дауаханаһы күрһәтә.
1965 йылға районда медицина ярҙамы алты табиплыҡ участкаһында күрһәтелә. Район дауаханаһы 135 койкаға етә. Туберкулёз бүлексәһе туберкулёз диспансерына үҙгәртелә. Поликлиника ремонтланған бинаға күсерелде. Ауылдар халҡын Яңғыҙҡайын, Еҙем-Ҡаран, Сәйетбаба участка дауаханалары, Табын табиплыҡ амбулаторияһы, 9 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 26 фельдшер пункты, 1 фельдшер медпункты хеҙмәтләндерә.
Табиплыҡ һәм тәүлек әйләнәһенә медпункттар быяла заводы эшселәрен һәм хеҙмәткәрҙәрен хеҙмәтләндерә. Ра-йонда 31 трахоматоз пункты була.
400 койкалыҡ бальнеологик курорт һәм Балалар шифаханаһы эшләне. Унда 27 табип эшләне, шуның 25-е – Красноусол ҡасабаһында.
Был йылда ойоштороу-методик кабинеты асыла, Стәрлетамаҡ ВТЭК бүлексәһе барлыҡҡа килә, “Ашығыс медицина ярҙамы” ойошторола.
Район дауаханаһында медицина хеҙмәткәрҙәренең партия һәм комсомол ойошмалары, табиптар араһында марксистик философияны өйрәнеү буйынса түңәрәк, урта медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн сәйәси курстар, табиптарҙың фәнни-практик йәмғиәте, “Белем” йәмғиәте һәм йәмәғәт контроле бүлексәһе булдырыла, социалистик ярыштар уҙғарыла, остаздар системаһы үҫешә.
70-се йылдар аҙағында 80-се йылдар башында районда медицина ярҙамы үҙенең юғары күрһәткестәренә етте. Уның биләмәһендә 112 ауыл урынлашҡан ине. Медицина хеҙмәтләндереүе радиусы 60-65 километр тәшкил итте. Районда 52000 кеше йәшәй ине. Бында 76 мәктәп, 2 махсус мәктәп, 8 балалар баҡсаһы, 3 йәсле эшләне.
7 дауахана, 16 ФАП, 19 фельдшер пункты, 4 фельдшер медпункты, 1 колхоз бала табыу йорто һәм 4 дарыухана халыҡҡа хеҙмәт итте. 1975 йылда 35 табип һәм 224 урта медицина хеҙмәткәре эшләне.
315 койкаға иҫәпләнгән стационарҙар: Красноусол үҙәк район дауаханаһының хирургия, терапия, бала табыу, күҙ, ЛОР, инфекция, гинекология, туберкулёз, балалар бүлексәһе (210 койка), Еҙем-Ҡаран дауаханаһы – 30 койка, Сәйетбаба – 25, Яңғыҙҡайын – 25, Дарьино – 25 медицина ярҙамы күрһәтте.
Ғафури районында һаулыҡ һаҡлауҙың был осорҙағы төп проблемаһы булып шул торҙо, дауалау учреждениелары ҡулайлаштырылған типовой булмаған, санитар нормаларға тап килмәгән, канализацияһы булмаған биналарҙа урынлаштырылған ине. Район тәғәйенләнешендәге юлдар яҙғы-көҙгө һәм ҡышҡы осорҙа үткеһеҙ була торғайны.
1976йылда район дауаханаһында флюорография кабинеты асылды.80-се йылдарҙа район биләмәһендә 4 профилакторий бар ине, унда производствонан айырмай эшселәргә, хеҙмәткәрҙәргә, колхозсыларға һауыҡтырыу һәм дауалау процедуралары үткәрелде.
Әһәмиәтле этап
1987 йыл район һаулыҡ һаҡлауы өсөн әһәмиәтле булды – Аэродром урамында Красноусол үҙәк район дауаханаһының яңы бинаһы төҙөлдө. Уны төҙөүҙә тиҫтәләп шәмбе һәм йәкшәмбе өмәләре үткәреп, дауахана хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡатнашты. Яңы бинала стационар, бала табыу йорто, поликлиника, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, клиник-диагностик лаборатория урынлашҡан ине. Тора бара реанимация бүлексәһе асылды.
Табиптар һаны артты. Уларҙың һаны 59-ға етте. Йыл һайын тиерлек Үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре сафын Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаусылар тулыландырҙы.
1989 йылда Красноусолға БДМИ-ны тамамлаған 12 табип килде.
Халыҡ араһында профилактик һәм һауыҡтырыу эшенә ҙур иғтибар бирелде. Үҙәк район дауаханаһы янында энә рефлексотерапия кабинеты асылды. Физиотерапия бүлексәһе эшләне. Районда 63 физиотерапевтик аппарат иҫәпләнеп, физиотерапевтик процедуралар эшләү өсөн әүҙем файҙаланылды.
ЛФК инструкторы эшләне. Районда спорттың 20-нән ашыу төрө буйынса спорт саралары уҙғарылды. Физкультура менән шөғөлләнеүселәр 8203 кеше ине. Эш урынында һәм физик культура клубтарында 2700 кеше шөғөлләнде, физкультура-һауыҡтырыу йүнәлешендәге төркөмдәрҙә – 1108 кеше, разрядлы спортсмендар һаны 4134 кеше булды. Спортсмендарҙы табип күҙәтеүе участка принцибы буйынса алып барылды.
Дауалау-профилактик учреждениеларҙың етәкселәре халыҡ алдында отчет бирә ине. Ошондай осрашыуҙар мәлендә районда медицина ярҙамын камиллаштырыу тәҡдимдәре әйтелде, улар нигеҙендә саралар күрелде. Шулай итеп, Яңғыҙҡайын һәм Сәйетбаба ауыл участка дауаханаларына табиптар эшкә ебәрелде, Дарьино табиплыҡ амбулаторияһына ремонт үткәрелде, Сәйетбаба ауыл участка дауаханаһына гараж төҙөлдө һәм төҙөкләндереү эштәре башҡарылды, Яңғыҙҡайын ауыл участка дауаханаһына йәшелсә һаҡлағыс төҙөлдө, Имәндәш һәм Ҡарағай ФАП-тарына капиталь ремонт уҙғарылды.