+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
24 Июнь 2023, 15:25

Байрамдары күркәм үтте эштәре уңышлы барғас

15 июндә районыбыҙҙың медицина хеҙмәткәрҙәре Үҙәк район дауаханаһының тамаша залында тантаналы шарттарҙа үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне. Аҡ халатлыларҙы байрамдары менән ҡотларға район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Зәки улы Кейекбаев, район Советы һәм район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов, “Красноусол” шифаханаһы ЯСЙ-е директоры Рәмил Рафаил улы Бәҙретдинов килде.

Байрамдары күркәм үтте  эштәре уңышлы барғас
Байрамдары күркәм үтте эштәре уңышлы барғас

Тантанала медицина хеҙмәткәрҙәрен район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов исеменән уның урынбаҫары Фуат Кейекбаев тәбрикләне.
- Хөрмәтле медицина хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һеҙҙең һөнәр байрам һәм ял көндәрен белмәй, төплө белемде, сикһеҙ түҙемлекте, сыҙамлылыҡты, уяулыҡты һәм тәүәккәл, йомарт, изге күңелле булыуҙы талап итә. Беҙ тыуғандан алып ғүмеребеҙ буйы табиптарҙың иғтибарлы күҙәтеүе аҫтында, медицина хеҙмәткәрҙәренең хәстәрлеге солғанышында булабыҙ. Кешенең иң ҡәҙерлеһе булған сәләмәтлеге һәм ғүмере һеҙҙең ҡулдарҙа, тап һеҙҙең иңгә уларҙы һаҡлау буйынса оло яуаплылыҡ һалынған да инде. Байрам көнөндә айырыуса медицина ветерандары йылы рәхмәт һүҙҙәренә һәм ҡотлауҙарға лайыҡ. Тап улар районыбыҙҙа һаулыҡ һаҡлау системаһы башында торҙолар. Үҙҙәренең күп йыллыҡ хеҙмәт эшмәкәрлектәрен районыбыҙ һәм үҙ йәнтөйәктәре файҙаһына бағышланылар. Сәләмәтлек, бөтмәҫ-төкәнмәҫ көс-ҡеүәт, имен тормош һеҙгә, хөрмәтле медицина хеҙмәте ветерандары!
Һуңғы йылдарҙа һаулыҡ һаҡлау системаһын модернизациялау буйынса күп эшләнә. Матди-техник база яңыртыла, шул иҫәптән Красноусол үҙәк район дауаханаһында ла, планлы рәүештә медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыла. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамы менән районыбыҙҙа өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлә. Бер айҙан Архангелка, Ҡурғашлы, Ҡормантау ауылдарында ФАП-тар файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Йәнә дүрт ФАП-ты (Ибраһим, Бурлы, Ҡарағай, Туғай (Үтәк ауыл биләмәһе) киләһе йыл башына асыу планлаштырыла. Медицина хеҙмәткәрҙәре, һеҙҙең хеҙмәтегеҙ, изге күңелегеҙ һәм хәстәрлекле ҡулдарығыҙ өсөн бар күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Һеҙ күптәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалдығыҙ, һаулығын ҡайтарҙығыҙ, аяҡҡа баҫтырҙығыҙ. Бынан ары ла һеҙгә алдағы көндәргә өмөт, пациенттар рәхмәте эшегеҙҙә уңыштар килтерһен. Дауағыҙҙың сихәте булһын. Үҙегеҙгә лә ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, ғаилә именлеге, тотороҡлолоҡ теләйем, - тигән теләктә ҡалды Фуат Зәки улы. Һәм бер төркөм хеҙмәт алдынғыларын район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары һәм сәскә гөлләмәләре менән бүләкләне.
Район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов изге һөнәр эйәләрен байрамдары менән ҡотланы һәм алдынғыларға район Советының Маҡтау грамоталарын тапшырҙы. Шулай уҡ БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Р.Р.Ишмөхәмәтовтың ҡотлау сәләмдәрен еткереп, бер төркөм медицина хеҙмәткәрҙәрен Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләп үтте. БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Маҡтау грамоталарына поликлиниканың табип-эндокринологы Лена Мансур ҡыҙы Резбаева (хеҙмәт стажы - 10 йыл) менән хирургия бүлексәһенең реанимация һәм интенсив терапия палатаһының табип-анестезиолог-реаниматологы Ришат Әхәт улы Аҡмырҙин (11 йыл), ә Рәхмәт хаттарына поликлиниканың табип-травматолог-ортопеды Ринат Мират улы Ғәлиәхмәтов (8 йыл), Игенйылға фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Рәмзиә Вәлиулла ҡыҙы Сәләхова (20 йыл), Буруновка фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Светлана Фәрит ҡыҙы Мөхийәнова лайыҡ булды (33 йыл).
Ҡотлауҙарға Красноусол үҙәк район дауаханаһының баш табибы Хәкимйән Сәфәрғолов та ҡушылып изге теләктәрен еткерҙе. Йәнә бер төркөм үҙ һөнәрҙәренә тоғро ҡалып, оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәре Хәкимйән Сабирйән улы ҡулынан иң юғары наградалар – РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау грамоталарын, Рәхмәт хаттарын алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе. Поликлиниканың шәфҡәт туташы Елена Алексеевна Антипина “Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәһенә, табип-рентгенолог Дамир Альберт улы Ғайсин БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау грамотаһына, фельдшер-лаборант Рәмзиә Фәйзрахман ҡыҙы Афанасьева БР һаулыҡ һаҡлау министрының Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Баш табип бер нисә медицина хеҙмәткәренә: хирургия бүлексәһенең табип-хирургы Тимур Вәзит улы Бикмәтовҡа, рентгенология кабинетының рентген-лаборанты Лиана Таһир ҡыҙы Юлмөхәмәтоваға, Һабай фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Румәнә Мөхәмәт ҡыҙы Юлдашбаеваға, хирургия бүлексәһенең шәфҡәт туташы-анестезисы Айгөл Нурмөхәмәт ҡыҙы Хисмәтоваға, Яңғыҙҡайын табиплыҡ амбулаторияһы акушеркаһы Алия Хәмиҙулла ҡыҙы Мусинаға, поликлиниканың медицина психологы Әлфиә Рәүеф ҡыҙы Яҡшыбаеваға Красноусол үҙәк район дауаханаһының Маҡтау грамоталарын тапшырҙы.
“Красноусол” шифаханаһы ЯСЙ-е директоры Рәмил Бәҙретдинов та байрамға буш ҡул менән килмәгән. Коллегалары – медицина хеҙмәткәрҙәренә һөнәри байрамдары уңайынан тәбрик һүҙҙәре менән бергә Красноусол үҙәк район дауаханаһы коллективына бүләккә заманса телевизор һәм Рәхмәт хаты килтергән. Шулай уҡ уңғандарҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмаған, байрам уңайынан хирургия бүлексәһе стационарының реанимация һәм интенсив терапия палатаһының шәфҡәт туташы-анестезисы Ирина Александровна Матвееваға, водитель Рәфис Рәис улы Ишбулдинға, дөйөм дауахана медицина булмаған персонал администраторы Эльвира Ғайса ҡыҙы Шәриповаға бүләктәр тапшырып үтте.
Бүләкләүҙәр район мәҙәниәт һарайы артистары Фәнзил Ғәлин менән Гөлфирә Әлмөхәмәтованың дуэты, Алһыу Ғафарова, Ҡадир Ишбулдин, Азамат Тайыпов, Азамат Исхаҡовтың йыр-моңдары менән үрелеп барҙы. Күркәм байрам сараһын Альбина Ишкина менән Фәнзил Ғәлин алып барҙы.
Тантаналы сара бөтә йөрәктән һеҙгә фиҙаҡәрлегегеҙ һәм үҙ һөнәрегеҙгә тоғролоғоғоҙ, изгелегегеҙ һәм кеше яҙмыштарына битараф булмауығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, Башҡортостан һәм бөтә Рәсәй именлеге өсөн яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ, тигән изге теләктәр менән тамамланды.

Байрамдары күркәм үтте  эштәре уңышлы барғас
Байрамдары күркәм үтте  эштәре уңышлы барғас
Байрамдары күркәм үтте  эштәре уңышлы барғас
Байрамдары күркәм үтте  эштәре уңышлы барғас
Байрамдары күркәм үтте  эштәре уңышлы барғас
Байрамдары күркәм үтте эштәре уңышлы барғас
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: