Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
4 Февраль , 17:10

Ауылдың абруйлы аҡ инәйе

Бөгөн Сәйетбаба ауылының хөрмәтле кешеһе, абруйлы аҡ инәйе  Зифа Мөхәммәт ҡыҙы Резбаева-Үтәгәнова үҙенең 90 йәшлек оло юбилейын билдәләй! Зифа Мөхәммәт ҡыҙы ғүмер буйы һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләп, бик күптәргә “кендек инәһе” булып, гүзәл заттарға үҙ һаулығын һаҡлап ҡалырға һәм күп балаға яҡты доньяға килергә булышлыҡ иткән акушерка-фельдшеры ул. Тормош юлдашы Венер Исмәғил улы менән өс балаға ғүмер биреп,  әле уларҙың иғтибарына төрөнөп бәхетле ҡартлыҡ кисерә.  Хөрмәтле Зифа Мөхәммәт ҡыҙына ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең изгелеген күреп, һөйөнөс-ҡыуаныстарға төрөнөп йәшәүен теләйбеҙ.

Ауылдың абруйлы аҡ инәйе
Ауылдың абруйлы аҡ инәйе

Әсәйем хаҡында

Бала саҡта, әсәй һәр ваҡыт шулай йүгереп йөрөр, бер ҙә ҡартаймаҫ кеүек күренә. Һәр саҡ һине ҡурсалар, яҡлар, аш-һыуҙарын, тәмле ризыҡтарын өҫтәлдән өҙмәҫ һымаҡ. Тормош аяуһыҙ- әсәйҙәр ҙә ҡартая, бер мәл һинең ярҙамыңа мохтаж булып ҡуя. Ләкин күңеленән һәр ваҡыт балаһы тураһында ҡайғырта, изге доға-теләктәренән ҡалдырмай.

...Әсәйем һөнәре буйынса акушерка ине. Мәшәҡәтле көндәр, йоҡоһоҙ төндәр булһа ла эшенә бер ҙә зарланманы. Ул бик сая, ҡыйыу, киҫкен ваҡытта дөрөҫ ҡарар ҡабул итә алды. Бөрйән районында практика үтә, һуңынан Сәйетбаба участка больницаһына эшкә ҡайта. Бер-нисә ауылды хеҙмәтләндергән больницала 40 йыл эшләй әсәйем. Ауыр йылдар, тип әйтер инем. "Тиҙ ярҙам" машинаһы ла һуңыраҡ ҡына булды, вызовтарға йәйәүләп барыр ине, йә ат, трактор, йөк машинаһында килерҙәр ине. Юлдар насар, элемтә юҡ кимәлендә.Беҙ ҙә әсәйемдең тынғыһыҙ эшенә күнегеп үҫтек.
Бер иҫтәлекте яҙып үткем килә.... Ҡышҡы буранлы көн. Бик ауыр хәлдәге ҡатынды больницаға алып киләләр. Ләкин ауыл шарттарында ярҙам итеп булмай икәнен аңлап ҡала әсәйем. Нишләргә? Һис кисекмәҫтән район үҙәгенә илтергә кәрәк. Буран ҡоторғандан-ҡотора, "Тиҙ ярҙам" машинаһы ҡыҙғанысҡа ҡаршы юлда бата. 60 саҡрым юл үтәһе бар. Ҡатындың хәле үлемесле, юлда хәле тағы ауырлаша, күп ҡан юғалта...Шул ваҡыт әсәйем ауырыуға туранан-тура донор булырға тигән ҡарарға килә. Һыуыҡ машина эсендә ҡатынға үҙ ҡанын бирә. Шул арала яҡындағы ауылдан трактор килеп "Тиҙ ярҙам"ды көрттән тартып сығарып, ҡатынды район үҙәгенә алып барып еткерәләр... Райондың баш табибы әсәйемә рәхмәт белдерә. Ә яҙҙың йәмле бер көнөндә әлеге ҡатын менән тормош иптәше әсәйемә рәхмәт һүҙҙәре әйтергә килде. Был хәлде улар һөйләгәс кенә белдек.
Эй, бындай ваҡиғалар бик күп булғандыр эшләгән ваҡытта. Төн йөҙөндә йәйләүгә барып та сабыйҙар тыуҙырған, яҙғы ташҡындарҙа ла, тайғаҡ юлдарҙа...һанап бөткөһөҙ. Шулай март айының бер төнөндә, вызовтан ҡайтып килешләй, тайып китеп, аяғын һындыра әсәйем. Ә мин балалығым менән шатланам, әсәйем өйҙә тора тип...Больница яҡын булғас, шул көйөнсә лә барып килә ине эшенә.
Әлеге көндә лә тормошҡа ыңғай ҡараған,позитив, төшөнкөлөккә бирелмәй торған кеше әсәйем. Был йәһәттән унан өлгө алырлыҡ. Әсәйҙәрҙең ҡәҙерен беләйек, уларға күңелдәребеҙ киң, йөрәктәребеҙ яҡын булһын!

Миңнира Бикәнәсова-Үтәгәнова.

Ауылдың абруйлы аҡ инәйе
Ауылдың абруйлы аҡ инәйе
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: