Полина Эдуардовна 2001 йылда Курорт ауылында тыуып үҫә. 2019 йылда Красноусолдағы 3-сө урта мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, (Берҙәм дәүләт имтиханында химиянан район буйынса иң юғары – 95 балл йыйған), маҡсатлы йүнәлтмә менән Башҡорт дәүләт медицина университетының стоматология факультетына уҡырға инә. Университетты уңышлы тамамлаған йәш табибә районда эш башлай. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә “Земство докторы” программаһы буйынса дәүләттән 1,5 миллион һум ярҙам ала. Үҙен белә-белгәне бирле теш табибы булыу хыялын йөрөтөп, был һөнәрҙе яратып, күңеле ҡушыуы буйынса һайлап уҡып сыҡҡан балалар теш табибәһе эш нескәлектәренә төшөнә, тәжрибә туплай.
Теш табибәһе йәш пациенттарға кәңәштәрен дә бирҙе.
- Алғы һәм сәйнәй торған тештәрҙең сәләмәтлегенә айырыуса иғтибар бирергә кәрәк. Тештәрҙе дөрөҫ итеп таҙартырға, профилактик сараларға иғтибар итергә, тештәр һыҙлай башлау менән түҙеп йөрөмәҫкә, ә теш табибына килеп дауалау сараһын күрергә кәңәш итер инем. Иң мөһиме, балаларҙы бәләкәй саҡтан уҡ тештәрҙе дөрөҫ итеп тәрбиәләргә өйрәтеү зарур. Баланың тештәре ныҡ булһын өсөн, тәү сиратта, гигиена талаптарын теүәл үтәү шарт. Ата-әсәгә балаһының тештәрен беренсе көндән үк таҙарта башларға кәрәк. Был эштә уларға 6-8 йәшкә тиклем ярҙам итергә кәрәк, сөнки бала нисек кенә тырышһа ла, тештәрен еренә еткереп таҙартып бөтөрә алмай. Балаға алма, кишер кеүек ҡаты йәшелсә-емеш ашатырға тырышығыҙ. Бер яҡтан, улар тештәге ҡара тапты бөтөрә, икенсенән, теш ҡаҙнаһын дөрөҫ формалаштыра.
Ауыҙ ҡыуышлығы гигиенаһының төп саралары - теш щёткаһы һәм паста. 6 йәшкә тик-лемге балаларға гель пасталарҙы, һуңынан төрлө өҫтәмәләр (кальций, фтор) булған ҡәҙимге теш пас-
таларын файҙаланырға кәңәш ителә. 2 йәшкә тиклем – айырым ҡулайламалы, 6 йәшкә тиклем - бәләкәй башлы һәм ҙур уңайлы тотҡалы, ҡылы уртаса ҡатылыҡта булған щётка. Өҫтәмә гигиена саралары: теш ебе - ул теш араһындағы аҙыҡ ҡалдыҡтарын алып ташлай. Уны көн аралаш теш таҙартҡандан һуң ҡулланырға мөмкин. 13 йәштән файҙалана башларға кәрәк; тел ҡырғыс - ҡалған бактерияларҙы ауыҙ ҡыуышлығынан алып ташлай һәм тын алыуҙы яҡшырта; күп төклө щётка – төптәге тештәрҙе таҙарта, унда ҡәҙимге щётка үтеп инә алмай. Теш ауырыуҙары булмаһын өсөн балаларҙы табипҡа даими йөрөтөргә кәрәк.