- Сәләмәт тештәр һаулыҡ нигеҙе булыуын аңлап, уларға иғтибарлы булып, сәләмәт тотоп була, әлбиттә. Әммә бөтә кеше лә быны эшләмәй. Тештәрҙе үҙ ваҡытында дауаламау ниндәй эҙемтәләргә килтереүе хаҡында һөйләгеҙ әле?
- Бөгөн, билдәле булыуынса, тештәрҙе дауалауҙа яңы технологиялар ҡулланыла. Элекке замандағы шикелле теш дауалау кабинетынан ыңғырашҡан тауыштар ишетелмәй. Заманса техника һәм технология ярҙамында тештәрҙе ауырттырмай ғына дауалайбыҙ. Тештәрҙе ваҡытында дауаламау нимәгә килтерә тигәндән, инфекцияның каналдар аша таралыуына, теш һөйәге һәм ҡаҙнаһы зарарланыуына килтерә. Ауырыу тештәр ауыҙ ҡыуышлығынан насар еҫ сығарыусан. Тештәрҙе юғалтмаҫ өсөн боҙолоу сигенә еткәнсе табипҡа күренмәй йөрөргә түгел. Тештәрҙең юҡҡа сығыуы сәйнәү функцияһының боҙолоуына килтерә, быуындарға көсөргәнеште арттыра, ошондай билдәләр барлыҡҡа килә: баш ауыртыуы, ҡолаҡтар шаулауы, бруксизм (теш шығырлатыу). Ауыҙ ҡыуышлығының сифатһыҙ гигиенаһы, дөрөҫ туҡланмау, насар экологик хәл, һыуҙың түбән сифаты, алкоголь ҡулланыу, тәмәке тартыу һәм башҡа факторҙар тештәрҙең торошона кире йоғонто яһай. Боҙолған тештәр ашағанда сәйнәүҙе ҡыйынлаштыра, шуға ла ризыҡ ауырыраҡ эшкәртелә. Был ашҡаҙандың лайлалы тиресәһен ярһытыуға килтерә. Ауыҙ ҡыуышлығында шешеү һәм инфекциялар шайыҡ (һеләгәй) бүлеп сығарыуға тәьҫир итергә мөмкин. Шайыҡтың етешмәүе аш һеңдереүҙе ҡыйынлаштыра һәм ашҡаҙандағы әселекте арттыра. Ауыҙ ҡыуышлығындағы инфекциялар бактерияның таралыуына килтереүе мөмкин. Һеләгәйҙе йотҡанда был бактериялар ашҡаҙанға һәм эсәккә эләгеп, гастроэнтерология ауырыуҙары башланыуға булышлыҡ итә. Тештәрҙе ваҡытында дауаламау отит, ангина, синусит, гайморитҡа (ЛОР ауырыуҙары) сәбәпсе булырға мөмкин. Зарарланған тештәр инфекция йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына килтереүе бар. Балаларҙың тештәрен юғалтыуы шулай уҡ аҙыҡты сәйнәп еткермәүгә килтереү ихтималлығы бар. Был уларҙа эстетик ҡәнәғәтһеҙлек кенә тыуҙырмай, ә телмәре боҙолоуға, башҡа органдарҙың функциялары боҙолоуға килтерә.
- Ә пациенттар теш ауырыуҙарын иҫкәртеү, ваҡытында дауалау өсөн нимә эшләй ала?
- Тәү сиратта, һәр ваҡыт үҙегеҙҙең һәм тотош ғаилә ағзаларының, айырыуса балаларығыҙҙың тештәрен ҡарап торорға, күберәк профилактика менән шөғөлләнергә кәрәк.
Һөт тештәрен дә дауаларға кәрәк! Ҡайһы бер ата-әсәләр, һөт тештәрен дауаларға йә таҙартырға кәрәкмәй, сөнки улар барыбер төшәсәк, тип уйлап яңылыша. Ләкин был улай түгел! Һөт тештәрен, өҙлөгөүҙәрҙе булдырмау өсөн, ваҡытында дауаларға кәрәк: хроник пульпиттың көсәйеүе теш ҡаҙнаһына даими тәьҫир итә, шул арҡала улар дөрөҫ формалаша алмай; тәмдең боҙолоуы - эстетик етешһеҙлек кенә булып тора, әммә тотош организмға йоғонто яһай (быуын һыҙлауы, баш ауыртыуы һәм тын алыуҙың боҙолоуы). Ата-әсәләргә кәңәш шул: көн һайын балағыҙҙың иртән һәм кисен теш таҙартыуын, туҡланыуын күҙәтеп тороғоҙ (һуттар, мармелад һәм һурғыс кәнфиттәр тештәр өсөн ҙур зыян килтерә, сөнки улар ауыҙ ҡыуышлығында оҙаҡ тотола), рационға йәшелсә һәм емеш-еләк индерегеҙ, шулай уҡ табип ҡабул итеүенә ярты йыл һайын йөрөгөҙ. Алда әйткәнемсә, иң яҡшы дауа - ул профилактика булыуын онотмағыҙ.
– Тештәр бимазаламаһа ла табипҡа күренеү мотлаҡмы?
– Тештәр һыҙламаһа ла, йылына ике тапҡыр теш табибына күренеү – тештәрҙең һау-сәләмәт булыуының нигеҙе. Тештәр сәләмәт булһын тиһәң, шуны һәр ваҡыт иҫтә тоторға кәрәк: иртәле-кисле теш пастаһы менән яҡшылап теште таҙартыу, төрлө төнәтмәләр менән ауыҙҙы сайҡатыу, теш табибына йыш күренеү.
- Стоматология кабинетына барыр алдынан нимә эшләргә?
- Тәү сиратта, ҡабул итеүгә яҙылығыҙ. Стоматологҡа барыр алдынан тештәрегеҙҙе яҡшылап таҙартығыҙ. Үҙегеҙ менән ҡулъяулыҡ алығыҙ. Кеҫә телефонын һүндереп ҡуйығыҙ. Табип-стоматологтың да кеше булыуын онотмағыҙ. Ул бер сменала әллә нисәмә кешене ҡабул итә. Уның нервыларын һаҡлағыҙ, тештәрегеҙҙе дауаларға, стоматологик креслоға ултырырға ҡурҡыуығыҙҙы, бор-машинаның тауышы йәнегеҙгә тейеүен әйтмәгеҙ. Һеҙҙең үҙегеҙҙе тыныс тотоуығыҙ һәм яҡшы, аңлаусан мөнәсәбәтегеҙ - сәләмәтлегегеҙ нигеҙе!
- Халыҡ-ара стоматологтар көнө уңайынан теләктәрегеҙ ҙә барҙыр?
- Сәләмәт тештәр һаулыҡ нигеҙе булыуын аңлап, тештәрегеҙ һәр ваҡыт тип-тигеҙ булып, ынйылай ялтырап торһон тиһәгеҙ, теш табиптарына йышыраҡ килегеҙ. Стоматология бүлексәһе исеменән районыбыҙ халҡына сәләмәтлек, бәхетле йылмайыу теләйбеҙ. Ә стоматология бүлексәһе коллективын – Стоматологтар көнө менән ихлас ҡотлайым һәм еңел булмаған, нескәлек талап иткән эштәрендә уңыштар теләйем.
Индира ИШКИНА әңгәмәләште.