Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
24 Февраль 2025, 14:30

Башҡортостанда киҙеү йоҡтороу осраҡтары арта

Белгес фекере: Үҙаллы дауаланмағыҙ! Азат Мөхәмәтйәнов, Республика клиник инфекция дауахана­һының баш табибы, Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы:– Дөйөм алғанда, киҫкен респиратор вируслы инфекция һәм киҙеү менән сирләүселәр арта, әммә хәл тотороҡло һәм контролгә алынған. Борсолорға сәбәп юҡ, төрлө йылдарҙа үҫеш һуңыраҡ йәки иртәрәк башлана. Әйткәндәй, йылы ҡыш вирустарҙың әүҙемлегендә һис тә сағылыш тапмай, инфекцияларҙың таралыуына кешенең һалҡын тейҙереүе, күмәк кеше йыйылған урындарҙа – мәктәп, балалар баҡсаһы, йәмәғәт транспортында йөрөүе булышлыҡ итә.Һыуыҡ көндәрҙә ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә: битлек кейергә, күмәк кеше бергә йыйылмаҫҡа, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға кәрәк. Иң хәүефлеһе – ваҡытында медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итмәү. Ошо сәбәпле ҡайһы бер кешеләр беҙгә бик ауыр хәлдә килеп эләгә. Йәнә бер хәүефле яңылыш фекер – антибиотиктар ҡулланыу. Мәҫәлән, киҙеүҙе коронавирус инфекцияһы кеүек үк вирустар тыуҙыра, уларға антибиотиктар тәьҫир итмәй.

Башҡортостанда киҙеү йоҡтороу осраҡтары арта
Башҡортостанда киҙеү йоҡтороу осраҡтары арта

Ғәҙәттә, республикала грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләү осраҡтарының артыуы ғинуарға тура килә: балалар яңы йыл каникулынан һуң мәктәпкә килә, тығыҙ аралаша башлай һәм ошо сәбәпле вирус бер кешенән икенсеһенә тиҙ тарала. Әммә быйыл ғинуарҙа көсөргәнеш булманы. Вирустарҙың әүҙемләшеүен яҙға ҡарай көтөргәме?

Сирләгәндәрҙең яртыһы – балалар
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләүселәр арта. Эпидемия сигенә килеп етмәгәнбеҙ, ләкин табиптар, һуңғы йылдарҙағы хәл-торошто анализлап, март һәм апрель айҙарында сирҙең артыу ихтималлығын иҫкәртә.
Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы аҙнала киҫкен вируслы инфекциялар менән сирләүселәр һаны 13 процентҡа артҡан. Тымаулаусылар һаны 23 меңдән ашып киткән, уларҙың һәр икенсеһе – 14 йәшкә тиклемге бала.
– Республикала дүрт балалар баҡсаһы тулыһынса ябылды, шулай уҡ 17 мәктәптә 27 кластың һәм ете балалар баҡсаһында ете төркөмдөң эшмәкәрлеге өлөшләтә туҡтатылды, – тип хәбәр итте санитар табиптар. – Әлеге ваҡытта карантинда булған балаларҙың дөйөм һаны 645 кеше тәшкил итә.
Мәктәптәр әлегә тулыһынса ябылмай, уларҙа ентекле профилактика эштәре үткәрелә: температура режимы контролдә тотола, биналар елләтелә һәм дезинфекциялана, һауа зарарһыҙландырыла. Мәктәптә уҡыуҙы туҡтатып тороу тураһында ҡарарҙы директор ҡабул итә. Әгәр балаларҙың 20 проценты киҫкен респиратор вирус инфекцияһы йоҡтороу сәбәпле уҡырға килмәһә, карантин иғлан итергә мөмкин.
Шул уҡ ваҡытта карантин, мәктәп портфелен ситкә һалып ҡуйып, дуҫтар янына йүгереү мөмкинлеген аңлатмай. Вирус таралыуға кәртә ҡуйыу өсөн өйҙә ҡалырға, аралашыуҙы кәметергә кәрәк. Белем алыуға килгәндә, ковид тәжрибәһе дистанциялы алымда уҡытыуҙы яйға һалды, шуға күрә өйҙә килеш фән үрҙәрен яулауҙы дауам итергә тура киләсәк.
Ниндәй вирус ҡотора?
Лаборатор тикшеренеүҙәр күрһәте­үен­сә, Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы диагнозы ҡуйылған кешеләрҙең хәле насарайыуға 50 процент осраҡта киҙеү вирусы сәбәпсе булған. Быйылғы миҙгелдә сусҡа киҙеүе тип аталған H1N1 төрө өҫтөнлөк итә. Әйткәндәй, уның штамы быйыл прививка яһатҡан вакцинаға ингән. Прививкалар иң һөҙөмтәле иҫкәртеү алымы булып ҡала. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: вакцинацияны йыл һайын киҙеү таралғанға тиклем ике-өс ай алдан эшләтергә кәрәк, йәғни прививка хаҡында көҙ көнө үк хәстәрлек күреү зарур.
Сусҡа киҙеүе Ер шарында күптән йөрөһә лә, ул үҙенең мәкерле көсөн юғалтмаған, шуға күрә сир ауыр үтеүе һәм өҙлөгөүгә килтереүе ихтимал. Вирус кешегә еңел йоға. Һалҡын тейҙереү, тымаулау кеүек осраҡтарға етди ҡарарға кәрәк. Оло йәштәгеләр, ауырлы ҡатындар, хроник йөрәк, үпкә, бөйөр, эндокрин системаһы ауырыуҙарынан яфаланғандарға айыры­уса һаҡ булыу зарур. Шулай уҡ ике йәшкәсә балалар ҙа хәүеф төркөмөнә инә.
Ә бына COVID-19 быйылғы миҙгелдә формаһын үҙгәртә һәм хәүефһеҙерәк була бара. Ләкин шуны асыҡлау мөһим: хәүеф төркөмөнә ҡараған кешеләрҙә – хроник сирҙәре булған ололарҙа ковид элеккесә ауыр формала үтеүе ихтимал. Шуға күрә хәлегеҙҙең аҙ ғына насарайыуын да иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай, шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Вирустар хаҡында һөйләгәндә, киҙеүҙән тыш, башҡа төрлө инфекцияларҙы йоҡто­роу ихтималлығын да оноторға ярамай. Киҫкен респиратор вируслы инфекциянан тыш, табиптар республикала киҫкен эсәк инфекцияһы, ҡыҙылса, ҡыҙамыҡ осраҡтарын теркәй. Ниндәй сиргә дусар булыуығыҙҙы асыҡлау бик ҡатмарлы. Хатта табиптар ҙа һеҙҙә ковидмы әллә сусҡа киҙеүеме икәнлеген бер ҡарауҙан билдәләй алмай. Аныҡ диагнозды лаборатория анализдары ярҙамында ғына ҡуйырға мөмкин. Сирле табиптарға ни тиклем тиҙерәк мөрәжәғәт итһә, шул тиклем йәһәтерәк ауырыуҙың сәбәбен билдәләйҙәр һәм ваҡытында дауалайҙар, был иһә хәүефле өҙлөгөүҙәргә юл ҡуймаҫҡа ярҙам итә.
Киҫкен респиратор вируслы инфекцияның тәүге билдәләре беленеү менән нимә эшләргә?
Табип саҡырығыҙ һәм өйҙә ҡалығыҙ. Өй режимы инфекция еңелерәк үтһен өсөн генә түгел, ә тирә-йүндәгеләрҙе вирустың таралыуынан һаҡлау өсөн дә кәрәк. Үҙегеҙгә айырым һауыт-һаба тотоғоҙ. Мөмкинлеккә ҡарап, сирле кеше ғаиләһенең башҡа ағзаларынан айырым бүлмәлә булырға тейеш. Ауырыуҙы оло йәштәге кеше йәки йөклө ҡатындың ҡарауына юл ҡуймағыҙ. Ғаилә ағзалары битлек кейергә, ҡулдарын йышыраҡ йыуырға һәм бүлмәләрҙе елләтергә тейеш.

Башҡортостанда киҙеү йоҡтороу осраҡтары арта
Башҡортостанда киҙеү йоҡтороу осраҡтары арта
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас