1. Вейптар ғәҙәти тәмәкенән хәүефһеҙерәк
Был дөрөҫ түгел. Тартыу - ғәҙәти тәмәке лә, вейп та, электрон тәмәке лә - һаулыҡҡа зыян килтерә. Эйе, вейптарҙа тәмәке төтөнө юҡ, әммә икеһендә лә никотин – бәйлелек тыуҙырыусы ағыулы матдә бар. Айырыуса никотин үҫмерҙәргә насар йоғонто яһай. Тәмәке тартыу/вейп парлау зарарлы ғәҙәте бөтә ағзаларҙың эшенә кире йоғонто яһай. Йәш кешеләрҙә гормональ боҙолоуҙар, репродуктив функция боҙолоуы (йәғни тәмәке тартыу бала табыу һәләтен юғалтыуға килтереүе ихтимал), хәүеф хисе барлыҡҡа килеүе күҙәтелә.
Вейптар өсөн ҡайһы берҙә никотинһыҙ шыйыҡсалар ҡулланыла (шунан уларҙың хәүефһеҙ булыуы мифы барлыҡҡа килгән дә), әммә составында никотиндан башҡа, ул, әйткәндәй, бер нисек тә регламентланмай, башҡа ағыулы матдәләр бар, мәҫәлән, пропиленгликоль. Был матдәләр, майҙар шулай уҡ етди сирҙәр, шул иҫәптән йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкология ауырыуҙары үҫешенә килтерә. «Вейпер ауырыуы», EVALI синдромы тип аталған сир (үпкәләр зыян күргәндә, температура, ҡоҫоу, тын ҡыҫылыу барлыҡҡа килә) ҡулланыу башланғандан һуң өс кенә айҙан да үҫешә ала.
2. Электронка тәмәке тартыуҙы ташларға ярҙам итә
Кешелектең туплап өлгөргән бәләкәй генә парлау тәжрибәһе, вейптар һәм электрон тәмәке насар ғәҙәткә ҡаршы көрәштә ярҙам итмәй, ә уны көсәйтә генә, тип иҫбатлай. Кешелә тәмәке тартыу процесына психологик бәйлелек һаҡлана. Организмға зарарлы матдәләрҙең ниндәй юл менән эләгеүе мөһим түгел, ул уларҙан бер төрлө яфалана.
Никотинға бәйлелекте дауалағанда шикле эксперименттар яһарға кәрәкмәй, иҫке, тикшерелгән ысулдарҙы ҡулланығыҙ: психолог сеанстары, пластырҙар, таблеткалар.
3. Вейп парҙары тирә-яҡтағыларға хәүефһеҙ
Парлау, тәмәке төтөнөн һулау кеүек үк, тәмәке тартыусының ғына түгел, яҡындарының да һаулығына зыян килтереүе ихтимал. Был һыу парҙары ғына түгел, унда канцерогендар, глицерин, аллергия тыуҙырыусы хуш еҫле ароматизаторҙар бар. Әгәр кеше никотинлы шыйыҡсалар ҡулланһа, бында зыян айырыуса асыҡ күренә. Пассив тәмәке тартыусы бронхит, тын ҡыҫылыу кеүек ауырыуҙарға тарыуы мөмкин. Никотинлы вейп парҙары йөклө ҡатын һәм уның балаһы өсөн хәүефле: плацента аша үтеп инеп, никотин туҡымаларҙа кислород етмәү тыуҙыра, яралғының нерв һәм иммун системаһына зыян килтерә.
Хатта никотинһыҙ шыйыҡса ҡулланһағыҙ ҙа, уның унда юҡлығына тулыһынса ышаныс юҡ. Вейптар өсөн ҡатнашманың составын бер кем дә контролдә тотмай (тикшереү өсөн закондар юҡ), шуға күрә уларҙа теләһә ниндәй нәмә булырға мөмкин.
4. Тәмле ароматизаторҙар зарарһыҙ
Вейптарҙың ҡурҡынысы шунда: улар зарарһыҙ һәм тәмле күренә. Тап уның тәме арҡаһында үҫмерҙәрҙә бәйлелек барлыҡҡа килә. Кәнфит, емеш, еләк тәме – һайлау бик ҙур! Татлы еҫтәр мейене алдап, күңелле тойғолар тыуҙыра, вейптарҙың хәүефле булыуы тураһында бөтә һөйләшеүҙәр икенсе планға күсә. Шулай итеп, күберәк кеше тартыусылар сафына ҡушыла һәм һаулығын ҡаҡшата.
5. Вейп – ул модалы булыу
Юҡ. Бер ниндәй бәйлелек тә бер ҡасан да текә һәм модалы булмаясаҡ. Кешелек быға тиклем дә ҡурҡыныс мауығыуҙар аша үтте, әммә айыҡ аҡыл һәр ваҡыт еңә, уны ваҡытында тыңлай белергә генә кәрәк. Ғалимдарҙың тикшеренеүҙәренән, властарҙың был бәйлелеккә ҡаршы көрәште көсәйткәндән һуң, вейптарҙың «модалы» төтөнө таралыр, ә юғалтҡан һаулыҡты ҡайтарыу еңел булмаясаҡ. Шуға күрә башлау кәрәкме?
Ә БЫЛ ВАҠЫТТА…
Башҡортостанда вейптарға тулыһынса тыйыу индерергә әҙерҙәр
Ил Президенты Владимир Путин вейптарҙы тыйыу идеяһын хупланы. Төбәктәр үҙ биләмәләрендә электронка һатыуҙы тыйырғамы, юҡмы икәнен үҙҙәре хәл итә алыр тип күҙаллана.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайында башланғысты күтәреп алдылар. Әйткәндәй, республика Рәсәйҙә йәмәғәт урындарында вейптар парлау һәм кальян тартыуҙы тыйған тәүге төбәктәренең береһе булды.
«Донъя практикаһында электрон ҡоролмалар тартыуға ҡаршы радикаль көрәш миҫалдары бар. Мәҫәлән, 32 илдә бындай продукция тулыһынса тыйылған. Башҡа механизмдар ҙа бар. Беҙҙә лә билдәле бер сикләүҙәр индерелгән, әммә вейптар үҫмерҙәр араһында һаман популяр булып ҡала. Ҡарашты үҙгәртергә кәрәк», – тине парламент спикеры Константин Толкачев.
ӘЙТКӘНДӘЙ
Хәҙерге вейптарҙы Ҡытай фармацевы Хон Лик уйлап сығарған. 2003 йылда ул донъяға үҙенең уйлап табыуын тәҡдим итә, уның фекеренсә, вейп кешеләрҙе тәмәке тартыу ғәҙәтенән ҡотҡарырға тейеш була. Уның атаһы – тәмәке тартыу менән ныҡлы мауығыусы – үпкә яман шешенән вафат була. Хон Лик никотин шыйыҡсаһы тәмәке яндырыуға ҡарағанда хәүефһеҙерәк булыр тип иҫәпләй. Әммә «тәмле» никотин ҙурыраҡ монстр булып сыға. Идеяны үҙләштергән эшҡыуарҙарҙың хәүефһеҙ альтернатива тип иҫәпләгән вейптары бөтә донъяға тарала. Хон Лик үҙе лә тәмәке тартыуҙы ташламаған.