

Күкрәк биҙе яман шешенең хәүеф факторҙары
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың күкрәк яман шеше ярайһы яҡшы өйрәнелгән, ләкин уның килеп сығыуы тураһында уртаҡ теория һаман да юҡ әле. Сир хәүеф факторҙарының тотош комплексы йоғонтоһонда үҫешә. Уларҙың береһе, хатта бер нисәһенең булыуы яман шеш мотлаҡ килеп сығыр тигәнде аңлатмаған кеүек, хәүеф факторҙары булмауы сир башланмаҫына тулы гарантия бирмәй.
Нәҫелдән күсеү һәм генетик бирешеүсәнлек. Яҡын туған ҡатын-ҡыҙҙарҙа күкрәк биҙенең йәки йомортҡалыҡтың яман шеше диагнозы ҡуйылған булһа, хәүеф юғарыраҡ булыуы ихтимал. Ғаиләлә кемдер ауырыған булһа, табип менән өҫтәмә күҙәтеү кәрәкме икәнен, күрһәтмәләр бар икән – генетик консультация алыуҙы һөйләшергә була. Ғаиләгеҙҙә бындай осраҡтар булғанын белгәндә, белгестә алдараҡ күҙәтелә башлап, даими тикшерелеп торорға мөмкин.
Гормональ һәм репродуктив факторҙар. Ҡатын-ҡыҙ организмы йомортҡалыҡтар эшләп сығарған эстрогендар һанына бәйле. Ҡатын-ҡыҙҙың енес гормондарының оҙайлы йоғонто яһауы ла, күремдең иртә (12 йәшкә тиклем) башланыуы һәм менопаузаның һуң (55 йәштән һуң) етеүе, йөклөлөк булмауы йәки тәүге баланы һуңлап табыу ҙа хәүеф факторын көсәйтә ала. Гормональ дауаланыуҙың ҡайһы бер төрҙәре лә сиргә этәргес булырға мөмкин, шуның өсөн препараттарҙы ҡулланыу тураһындағы ҡарарҙы табип менән бергәләп, үҙеңдә булған күрһәтмә-кире күрһәтмәләрҙе иҫәпкә алып ҡабул итергә кәрәк.
Артыҡ тән ауырлығы һәм түбән физик әүҙемлек. Май туҡымаһы гормондар алмашыуында ҡатнаша, ә һимереү рактың бәғзе төрҙәренең, шул иҫәптән күкрәк яман шешенең килеп сығыу хәүефен көсәйтә. Айырыуса ауырлығы артыҡ булған ҡатындарға менопауза еткәндән һуң үҙ һаулығына иғтибарлы булырға кәрәк. Даими физик әүҙемлек һәм тән ауырлығын сәләмәт кимәлдә тотоу хәүефте кәметә.
Зарарлы ғәҙәттәр. Алкоголде күберәк ҡулланыу күкрәк яман шеше хәүефен арттыра: эстрогендәр кимәле күтәрелә, күҙәнәкәр бүленеүе көсәйә һәм онкогендар әүҙемләшә. Быға өҫтәп тәмәке төтөнө һәм никотин да яман шеш күҙәнәктәренең таралыуына булышлыҡ итә. Алкоголдән һәм тәмәкенән баш тартыу – яман шеш сирҙәрен профилактикалауҙың мөһим өлөшө.
Ионлаштырыусы нурланыш йоғонтоһо. Ионлаштырыусы нурланыштың ҙур ғына дозаһын ҡабул итеү, айырыуса йәш саҡта, сирҙәр хәүефен көсәйтергә мөмкин. Алынған дозаларҙың суммаһы һәм ҡабатлап нурланыу, бигерк тә күкрәк ситлеге тәңгәлендә, иң ҙур әһәмиәткә эйә. Ә бына медицина күрһәтмәһе буйынса уҙғарылған диагностик тикшереүҙәрҙең дозаһы күпкә әҙерәк, табип уларҙың файҙаһын булыуы ихтимал хәүефте иҫәпкә алып баһалай.
Билдәләре һәм үҙ-үҙеңде тикшереү
Ҡатын-ҡыҙға күкрәк биҙендәге ғәҙәти булмаған һәр бер үҙгәрешкә иғтибар итергә кәрәк. Дөрөҫ, ул маммографияны һәм табип ҡарауын алыштыра алмай, скрининг ысулы ла түгел.
Түбәндәге билдәләр барлыҡҡа килһә, табипҡа күренергә кәрәк:
* күкрәк биҙендә йәки ҡултыҡ аҫты тирәһендә тығыҙлыҡ барлыҡҡа килһә;
* күкрәктең ауыртыусанға әйләнеүе;
* күкрәктең рәүеше йәки ҙурлығы үҙгәреүе;
* имсәк осонан ҡәҙимге булмаған, айырыуса ҡан ҡатыш бүлендек сығыуы;
* имсәк осоноң рәүеше үҙгәреүе (эскә тартылып торорға мөмкин);
* тиренең үҙгәреүе – ҡалынайыуы, ҡыҙарыуы.
Профилактик ҡаралыуҙы даими үтеү сирҙе иртә стадияла, дауалау мөмкинлектәре күберәк булғанда, асыҡларға ярҙам итә.
Диспансерлаштырыу
Ҡатын-ҡыҙҙарҙа күкрәк яман шеше енси өлгөрөп еткән барлыҡ йәштәгеләрҙә килеп сығырға мөмкин, ләкин өлкәнәйгән һайын хәүеф арта. Диспансерлаштырыу сиктәрендә 40-таән 75 йәшкә тиклем ике йылға бер тапҡыр маммография үтергә кәңәш ителә.
Маммография – ул күкрәк биҙен рентген менән тикшереү, уның ярҙамында табип тәүге клиник билдәләр беленгәнсе үк күкрәктәге патологик үҙгәрештәрҙе асыҡлай ала. Ул – күкрәк яман шешен иртә стадияла асыҡлауҙың, йәиһә барыһы ла тәртиптә икәнен белеүҙең иң ябай ысулы. Профилактик ҡаралыуға гинеколог консультацияһы ла инә – гормональ фондың боҙолоуы күкрәк биҙенең насар яҡҡа үҙгәреүенә лә килтерергә мөмкин.
Башҡортостанда 2026 йылдың ғинуар – сентябрендә профилактик медицина ҡарауҙары һәм диспансерлаштырыуҙың беренсе этабы 1,3 миллиондан ашыу кешене солғап алды. 9 айҙа 222164 ҡатын-ҡыҙ маммография тикшереүе үтте, шуларҙың 13351-ендә патологик тайпылыштар асыҡланды. 261 ҡатынға тәүләп күкрәк биҙе яман шеше диагнозы ҡуйылды, шуларҙан 102 осраҡта сир башланғыс стадияла асыҡланды.
Профилактик тикшереү сиктәрендә аналыҡ муйыны һәм цервикаль канал өҫлөгөн цитологик тикшереү айырым әһәмиәткә эйә, ул күҙәнәктәрҙең патологик үҙгәрешенн, шул иҫәптән рак алды хәлендә булыуҙы һәм яман шеш процесы билдәләрен асыҡларға булыша. 2026 йылдың 9 айында 182511 ҡатын-ҡыҙ бындай тикшереүҙе үтте. 39528 пациентта тайпылыштар асыҡланды, 13884 ҡатын-ҡыҙ акушер-гинеколог табиптар тарафынан ҡаралды. Аналыҡ муйынында башланып торған яман шештәр 1824 осраҡта асыҡланды, шуларҙың 791-е – 0- I стадияла. 35 ҡатын-ҡыҙҙа сир тәүләп, шуларҙың 11-ендә башланғыс стадияла асыҡланды. Табип сирҙе раҫлаһа, артабанғы дауалау һәм күҙәтеү тактикаһы билдәләнә.
Күкрәк яман шешен профилактикалауҙың төп саралары
Барлыҡ сирҙәрҙе профилактикалауҙың нигеҙе - ул сәләмәт йәшәү рәүеше:
* физик әүҙемлек – аҙнаһына кәмендә 150 минут уртаса йәки 75 минут ҡыҙыу нагрузға;
* сәләмәт туҡланыу – көнөнә кәмендә 400 грамм йәшелсә йәки емеш-еләк, күберәк бөтәүләй бөртөклә йәки ҡуҙаҡлы культураларҙан әҙерләнгән ашамлыҡтар, шәкәрҙе һәм эшкәртелгән итте әҙерәк ҡулланыу;
* алкоголь һәм тәмәкене бөтөнләй ҡулланмаҫҡа;
* сәләмәт тән ауырлығын тоторға, айырыуса менопаузанан һуҙ;
* гормональ дарыуҙарҙы үҙ аллы ҡулланмаҫҡа, бары тик табип менән кәңәшләшкәс кенә;
* ионлаштырылған нурланыштан, нигеҙләнмәгән рентген һәм КТ-тикшереүҙәренән ҡасырға.
Борсолорлоҡ билдәләр йәки шик тыуғанда, табипҡа барыуҙы һуҙмағыҙ. Даими профилактик ҡаралыу үтеү һәм күкрәк биҙендә үҙгәреш күренеү менән табипҡа ваҡытында мөрәжәғәт итеү сирҙе иртә стадияла уҡ асыҡлап үҙ ваҡытында дауалана башларға мөмкинлек бирә.