-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
14 Ноябрь 2016, 17:35

Уңышлы ҡышлатырға мөмкинлектәр бар

Район хужалыҡтарында малдар ҡураларға инде һәм ҡышлатыу осоро башланды.

Район хужалыҡтарында малдар ҡураларға инде һәм ҡышлатыу осоро башланды. Мал аҙығы етерлекме, малсылыҡ продукцияһы етештереү ниндәй кимәлдә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табыу маҡсатында

район хакимиәте ауыл хужалығы бүлегенең малсылыҡ буйынса баш белгесе Игорь Олегович Кулагинға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

-Бөгөн райондың ауыл хужалығы предприятиеларында 2995 баш һыйыр малы, шул иҫәптән1296 баш һауын һыйыры иҫәпләнә. Уларҙың барыһы ла ҡышлатыу осорона имен-аман аяҡ баҫты. Быҙауҙар әлегә күп түгел, 850 баш. Әммә был ваҡытлыса күренеш. Тиҙҙән һыйырҙар күпләп быҙаулай башлай һәм, әлбиттә, йәш мал һаны артасаҡ. Әлегә иһә 100 баш һыйырға 57 баш быҙау тура килә. Йыл аҙағына тиклем был нисбәт 87-гә тиклем күтәреләсәк.

Һыйыр малдарынан башҡа районда 385 баш йылҡы малы, шуларҙың 114 башы бейә малы,1073 баш һарыҡ аҫрала. Дөйөм алғанда, мал һаны былтырғы менән сағыштырғанда бер ни тиклем артты.

Продукция етештереүгә килгәндә инде, 9 айлыҡ эш йомғаҡтары буйынса районда 30663 центнер һөт етештерелде. Һәр һыйырҙан 3087 килограмм һөт һауып алынды. Йыл аҙағына тиклем һыйырҙар күпләп быҙаулаясаҡ һәм һәр һыйырҙан 3800 килогармм һөт һауып алырға иҫәп тотабыҙ.

9 айҙа 2425 центнер ит етештерелде. Шуның 2258 центнеры һыйыр ите, 100 центнеры йылҡы, 167 центнеры һарыҡ ите. Малдың тулайым ауырлығы 2110 центнер булһа, тәүлек артым 510-515 грамм тәшкил итте. Барлығы 2190 центнер ит һатылды. Тәүлек артым буйынса Ленин исемендәге колхоздың Яңғыҙҡайын һөтсөлөк фермаһы алда килә. Был хужалыҡта йәш малдарҙы һимертеүгә тейешле иғтибар бирелә - 100 баш йәш үгеҙҙәрҙе һимертеү өсөн айырым майҙансыҡ булдырҙылар.

Һөт етештереү буйынса "Урожай” крәҫтиән хужалығының Байымбәт һөтсөлөк фермаһы алдынғылыҡты бирмәй. Ваҡытында был ферма "500 ферма” программаһына индерелгән ине. Программа сиктәрендә малсылыҡ объектын реконструкциялауға 40 миллион һум самаһы аҡса үҙләштерелде. Малсылыҡ тармағына ошолай аҡса йүнәлтеү үҙен аҡланы ти әйтергә тулы нигеҙ бар. Быйыл был фермала һәр һыйырҙан 4300 килограмм һөт һауып алыныр тип көтөлә (былтыр 4 мең килограмдан аҙ ғына күберәк ине). Бында шулай уҡ тәүлек артым алыу буйынса ла ыңғай һөҙөмтәләр бар. "Ағиҙел” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте лә малсылыҡ продукцияһы етештереү буйынса һөҙөмтәле эшләй.

Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында ла малсылыҡҡа иғтибар арта. Мәҫәлән, "Алиян М.Ш.” шәхси эшҡыуар крәҫтиән хужалығында 240 баш һыйыр малы, шуның 50 башы һауын һыйыры иҫәпләнә. Был фермер һарыҡсылыҡ менән дә уңышлы шөғөлләнә. Һарыҡтар һаны 600 баштан ашып китә. Йәғни был хужалыҡ ике йүнәлештә – һөт һәм ит етештереү буйынса һөҙөмтәле эшләй. Продукция һатыу бу-йынса ҡыйынлыҡтар юҡ. Етештерелгән продукцияны фермер үҙе үк Өфөгә алып барып һата. Ул етештергән ит, һөт, кефир, сыр һәм башҡа төрлө продукцияны баш ҡалабыҙҙың сауҙа нөктәләрендә теләп һатып алалар. Икенсе бер фермер – Руслан Рәжәпов та һөҙөмтәле эшләй. Ул былтыр Вологод өлкәһенән 38 баш тоҡомло тана һатып алған ине. Был таналары быҙаулап бирҙе һәм урындағы тоҡомдан күпкә күберәк һөт бирәләр. Шуға ла фермер быйыл тағы ла ошондай тоҡомло 30 баш тана һатып алырға ниәтләнә. Саҡмағош районының бер хужалығы менән килешеп ҡуйған да инде. Рәжәпов киләсәктә үҙ хужалығын һөт һәм ит йүнәлешендә үҫтерергә планлаштыра. Яңғыҙҡайын ауылынан фермер Ра-уил Ғафаров та малсылыҡ буйынса ырамлы ғына эш алып бара. Булған малына ҡушып "Бажат” хужалығынан тағы ла 24 баш тана һатып алды.

Бөгөн райондың барлыҡ хужалыҡтарында ла мал ҡышлатыу уңышлы ғына алып барыла. Бының өсөн етерлек күләмдә мал аҙығы тупланды. Район буйынса һәр мал башына уртаса 29 центнерҙан ашыу мал аҙығы тура килә. Ҡышҡылыҡҡа әҙерләнгән 8300 тонна бесән Ауырғазы ветеринар лабораторияһында тикшерелеп, "I класлы” тигән баһа алды. Сенаж өлгөләрен дә анализға ебәрҙек һәм тиҙҙән уның һөҙөмтәһе лә билдәле буласаҡ.

Дөйөм алғанда, мал ҡышлатыу уңышлы ғына башланды һәм малдарҙы имен-аман ғына ҡышлатып сығарырға яҙһын.

С.ТИМЕРОВ яҙып алды.
Читайте нас: