+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
18 Ноябрь 2016, 17:55

Малсылыҡҡа бағышланған ғүмер

"Урожай” крәҫтиән хужалығының Байымбәт һөтсөлөк фермаһы малсылыҡ продукцияһы етештереү буйынса районда алдынғы позицияны биләй.

Байымбәт ауылында тыуып үҫкән Тимербай Фәтҡуллин бәләкәйҙән ауылды үҙ итә. Мәктәпте тамамлағас күп уйлап тормай, Өфө районы Михайловка ауылында урынлашҡан һөнәрселек училищеһына умартасы һөнәрен үҙләштерергә китә. Дипломлы белгес-те "Ленининзм” колхозы етәкселеге ҡуш ҡуллап эшкә ала. Шулай итеп, ул умартасы булып китә. Яңы Бурлы ауылы яғында урманда урынлашҡан умарталыҡҡа көн дә 10 километр самаһы араны үтеп 12 йыл эшләй. 1989 йылда күҙенә операция эшләткәндән һуң, уға еңелерәк эшкә күсергә тәҡдим итәләр. Ә ауыл ерендә еңел эш буламы һуң инде.

- 1990 йылда ферма мөдире Акрам ағай өйгә килеп быҙау ҡараусы булып эшкә сығырға димләне. Бына шунан бирле ошо эштән айырылған юҡ, хәҙер 26 йыл инде быҙау ҡараусы булып эшләйем. Эшләгән осоромда уңыштар ҙа, уңышһыҙлыҡтар ҙа булғыланы. Әммә бер ҡасан да күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәнем, булған хаталарҙы төҙәтеү сараһын күреп, тағы ла сәмләнеберәк эшләргә тырыштым,- ти бар ғүмерен ауыл хужалығына бағышлаған, ошо көндәрҙә 60 йәшлек юбилейын билдәләүсе Тимербай Кәшфулла улы.

Үҙе ауылда тыуып үҫһә лә ҡала ҡыҙына – Нәфисәгә өйләнә Тимербай ағай. Тормош иптәше менән һөлөктәй ике ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Улдарының икеһе лә нефтсе һөнәрен һайлап, уңышлы эшләп йөрөйҙәр.

- Бөгөн 6 айға тиклемге 90 баш быҙау ҡарайым. Йәш быҙауҙарҙы 20 көнгә тиклем Азамат Шәрипов тәрбиәләй һәм һуңынан миңә тапшыра. 6 айҙан өлкәнерәк быҙауҙарҙы Яугилде фермаһына алып китәләр. Фермала эш шарттары һәйбәт, мал аҙығы етерлек, иҫәнлек булһа, ҡышлатыу осоро тамамланғансы эшләргә иҫәп бар әле, - ти хаҡлы ялға сығырға йыйынған Тимербай Фәтҡуллин.

Эшләгән дәүерендә Тимербай Кәшфулла улы хужалыҡтың, район Советының бик күп һанлы Маҡтау грамоталарына, бүләктәренә лайыҡ булған. Тынғыһыҙ малсыға артабан да уңыштар юлдаш булһын.
Читайте нас: