-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
12 Декабрь 2016, 20:16

Туберкулез сирле һыйыр һөтө…

Күптән түгел Табын ауылындағы "Солнышко” КФХ-һы (ШЭ Алиян М.Ш.) базаһында ветеринария белгестәренең семинар-кәңәшмәһе үтте.

Семинарҙа район ветстанцияһы начальнигы Ф.Зәйнетдинов сығыш яһаны. Кәңәшмә эшендә шулай уҡ БР Ветеринария идаралығының Дәүләт ветеринар күҙәтеүе Стәрлетамаҡ территориаль бүлегенең баш дәүләт ветеринар инспекторы Ғ.Ҡаһарманов, райондың ветеринария белгестәре, ауыл хужалығы предприя-тиелары етәкселәре, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башлыҡтары ҡатнашты. Семинар барышында Ғ.Ҡаһарманов, урындағы ветстанцияның эпизоотик хәлгә ҡаршы тороу буйынса отряд начальнигы Р.Иждиһатов һәм башҡалар сығыш яһаны.

Сығыштарҙың һәр ҡайһыһында һуңғы осорҙа һыйырҙарҙа туберкулез сире бу-йынса бик тә хәүефле хәл күҙәтелеүе ҡыҙыл еп булып үтте. БР Ветеринария идаралығы мәғлүмәте буйынса, Башҡортостан фәнни-производство лабораторияһында Миәкә районының бер һөтсөлөк фермаһынан тикшереүгә алынған материалда туберкулез сирен тыуҙырғыс табыла, унда һауыҡтырыу сараларын үткәреү бара. Был ғәҙәттән тыш хәлде барлыҡҡа килтереү сәбәпсеһе булып кеше факторы тороуы асыҡлана: фермаға ҡарауылсы итеп медицина тикшереүе үтмәгән элекке хөкөм ителеүсене эшкә ҡабул иткәндәр, ә ул асыҡ формалағы туберкулез менән сирләгән була һәм аҙаҡ ул туберкулез диспансерында үлә.

Ошоноң менән бәйле, семинар-кәңәшмәлә был ғәҙәттән тыш хәлгә айырыуса етди ҡарарға һәм уның беҙҙең район биләмәһендә ҡабатланыуына юл ҡуймаҫҡа, тигән ҡарарға киленде. Бының өсөн халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барырға кәрәк, туберкулез – хроник йоғошло сир, үҙен һиҙҙереүе һәм ағышы йәһәтенән күп яҡлы, төрлө органдарҙа һәм туҡымаларҙа, йыш ҡына – үпкәләрҙә, эсәктәрҙә, лимфа төйөнсәләрендә сиргә хас таяҡсалар-туберкулалар барлыҡҡа килеү менән характерлана. Уның менән кешеләр генә түгел, күп төрлө хайуандар һәм ҡоштар ҙа ауырый.

Ауырыу тыуҙырыу сығанағы булып туберкулез менән сирләгән хайуандар тора, уны ҡуҙғытҡыс организмдан һөт, тиҙәк, танауҙағы бүлендек һ.б.-лар аша сыға. Һыйырҙар сир тыуҙырыусының ниндәй генә төрөнән (кешенәнме ул, малдан, ҡоштанмы) зарарланмаһын, микробактериялар һәр ваҡыт һөт менән бүленеп сыға! Ә ауырыу ҡуҙғытҡыстың тапшырылыу факторҙары булып сирле малдарҙың бүлендектәре менән зарарланған мал аҙығы, һыу, көтөүлектәр, тиреҫ һ.б. тора. Йәш малдар нигеҙҙә сирле малдарҙың һөтө һәм айыртылған һөт аша зарарлана. Быҙауҙар ҡарында уҡ зарарланырға мөмкин. Ә малдарҙың кеше тарафынан зарарланыуы Миәкә районындағы кеүек туберкулез сирле кешеләрҙең эшләүенән килеп сыға.

Фермала туберкулез асыҡлана ҡалһа, мотлаҡ карантин иғлан ителә. Бөтә малдарҙы һуйырға тапшыралар, тулыһынса дезинфекция уҙғаралар, ошонан һуң ғына карантинды ябалар һәм яңы малдар килтерәләр.

Туберкулезды профилактикалау маҡсатында иң мөһиме булып малдарҙы яҡшы сифатлы баланслы аҙыҡ менән туҡландырыу, мотлаҡ саф һауала йөрөтөү, бинала һәйбәт микроклимат булдырыу, һыйыр малдарын туберкулезға планлы диагностик тикшереү һәм хеҙмәтләндереүсе персоналды планлы медицина тикшереүе уҙғарыу саралары тора.

Ошонан сығып, семинарҙа түбәндәге ҡарар ҡабул ителде, уны малдар менән эш итеүселәр ҡәтғи үтәргә бурыслы: ветеринария белгестәренең рөхсәтенән тыш малдарҙы башҡа имен булмаған хужалыҡтарҙан алып ҡайтыуға, шулай уҡ уларҙы хужалыҡҡа урынлаштырыуға юл ҡуймаҫҡа; хужалыҡҡа килтерелгән барлыҡ малдарҙы туберкулезға 30 көнлөк карантин осоронда тикшерергә; һәр бер фермала санитар ҡағиҙәләрҙе ҡәтғи үтәүҙе ойошторорға кәрәк.

Сара Табын һөтсөлөк фермаһы базаһында практик өлөш менән тамамланды.
Читайте нас: