+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
18 Ғинуар 2017, 17:52

Игенсе тигән һөнәр бар

Ауыл кешеһе, ниндәй генә һөнәр эйәһе булмаһын, һәр саҡ ябайлығы, ихласлығы менән башҡаларҙан айырылып тора.

Ауыл кешеһе, ниндәй генә һөнәр эйәһе булмаһын, һәр саҡ ябайлығы, ихласлығы менән башҡаларҙан айырылып тора. Маһайыуҙы белмәй ул, сөнки ер кешеһе баҫыу иңләп тракторҙа, йә комбайнда йөрөгәндә хеҙмәт батырлығы күрһәтеп, барыһын да таң ҡалдырам, мине күккә күтәреп маҡтарҙар тигән уй менән эшләмәй. Хеҙмәтен намыҫ менән башҡара. Маҡтанырға ла, маҡталырға ла яратмай.

"Ағиҙел" хужалығының алдынғы комбайнсыһы Нәзир Ғайсин да үҙен гәзиткә яҙырға килгәнлекте белгәс, ҡырҡа ҡаршы төштө.


- Минән башҡа кеше бөткәнме? Мин бүтәндәр кеүек эшләнем инде, - тине.

Нәзир Ғайсин техникала 16 йыл эшләй. Үҙе маһайырға яратмаһа ла, йылдың-йылы эшендә юғары уңыштарға өлгәшә. Мәҫәлән, былтыр ҙа, быйыл да баҫыу эштәрендә һынатманы, хужалыҡ буйынса иң күп иген һуғып алыуға өлгәште.

16 йыл. Әйтеүе генә анһат. Ошо йылдар арауығында баҫыуҙа күпме тир түгелгән. Һауа торошо ла бит быйылғы кеүек уңай ғына килеп торманы. Тик ниндәй генә ҡатмарлы шарттар килеп тыумаһын, Нәзир Ғайсин кеүек үҙ эшенә яуаплы ҡараған механизаторҙары булған хужалыҡ баҫыусылыҡта уңышлы эшләй.

- Хужалыҡта эш башлағас, тәүге йыл комбайнсы ярҙамсыһы булып йөрөнөм, - ти Нәзир, - икенсе йылына үҙем генә эшләнем.

Һынатманы егет, үҙенә ышанып тапшырылған "Нива" комбайнын йүнәтеп алды ла, ошо комбайнда 5 йыл ҡыҙыу ураҡ мәлендә көндө төнгә ялғап баҫыу иңләне. Һуңынан үҙенең булдыҡлылығын күрһәтеп өлгөргән егетте ҡеүәтле "Дон" комбайнына күсерҙеләр. Бында ла тырышып эшләне.

Әле бына өс йыл рәттән улы Наил менән бергәләп "Полесье"ны хеҙмәтләндерә. Быйыл ул ошо комбайны менән 21880 центнер иген уңышын йыйып алды. Районда был иң юғары күрһәткестәрҙең береһе. Әйткәндәй, тиҙҙән Наил әрме хеҙмәтенә алына. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҡыуын дауам итеп, механик һөнәрен аласаҡ.

Тормош иптәше Әлфиә менән 2 ул, 2 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә Нәзир. Йортта өлгөлө атай булһа, эшендә етәкселәрҙән маҡталып торған хеҙмәткәр. Әммә башта әйткәнсә, дан, шөһрәт өсөн эшләмәй Нәзир Ғайсин. Һөнәре лә ябай уның - игенсе. Ә игенсе ул ниндәйҙер исемгә өмөт итеп түгел, иген үҫтереп, уны юғалтыуһыҙ йыйып алыу өсөн тир түгә.
Читайте нас: