+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
17 Ноябрь 2017, 13:57

Хәүефле лә, ҡатмарлы ла һөнәр

Полицияның участка уполномоченныйҙары иңенә ҙур яуаплылыҡ һәм бурыс йөкмәтелгән. Улар халыҡ менән полиция араһында бәйләнеш урынлаштырыусы ла, енәйәттәрҙе асыҡлаусы ла, уларҙы булдырмау өсөн профилактик эш алып барыу өсөн дә яуаплы. Башҡа бихисап эштәре лә етерлек.

Илшат Кинйәбулатов, Айрат Мирхәйҙәров, Исмаил Тимирханов,  Тимур Ниғмәтуллин, Руслан Мөстәҡимов, Илгиз Түзбәков, Айҙар Әбделмәнов, Руслан Мәжитов, Ләйсән Йәғәфәрова, Кристина Зөбәйерова.

Бөгөн район эске эштәр бүлегендә 10 участка уполномоченныйы эшләп килә. Эске эштәр бүлеге начальнигының йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса урынбаҫары, полиция подполковнигы Айрат Мирхәйҙәров ҡарамағында участка уполномоченныйҙары һәм бәлиғ булмағандар эше буйынса инспекторҙар иҫәпләнә. Участка уполномоченныйҙарына полиция подполковнигы Илшат Кинйәбулатов етәкселек итә. Ошо бүлексә тарафынан быйыл 10 ай һуҙымында 1760 эш ҡаралған, хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса 642 административ протокол төҙөлгән, 95 енәйәт асылған. Полицияның участка уполномоченныйҙары Айҙар Әмирханов, Илгиз Түзбәков, Тимур Ниғмәтуллин, Исмаил Тимерханов, Ғәле Суфиянов, Ирек Хәсәнов, Айҙар Әбделмәнов, Руслан Мәжитов, Руслан Мөстәҡимов, Илһам Рафиҡов йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа уяу тора. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса өлкән инспектор Максим Фәйзуллин, бәлиғ булмағандар эше буйынса өлкән инспектор Ләйсән Йәғәфәрова, бәлиғ булмағандар эше буйынса инспектор Кристина Зөбәйерова енәйәтселекте булдырмауға үҙ өлөшөн индерә.

Эске эштәр бүлегендә хаҡлы ялдағы участка уполномоченныйҙарын да онотмайҙар, уларҙы бүлеккә саҡырып хәтирәләре менән уртаҡлашалар, байрамдарҙа сәй табыны әҙерләйҙәр. Участка уполномоченныйҙары бүлексәһе начальнигы булып эшләгән Әлфис Бохармәтов, участка уполномоченныйҙары Салауат Ишкин, Әнис Ғайсин, Анатолий Виноградов, Николай Петров, Нәсибулла Ҡунафин, Әхмәт Йосопов, Флүр Фәхретдинов, Рауил Заһиҙуллин, Василий Слободчиков, Айҙар Аралбаев, Замир Рәхмәтуллин (мәрхүм) үҙ ваҡытында халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эшләгән участковыйҙар булды һәм уларҙы әле лә һағынып иҫкә алалар. Бөгөнгө йәштәргә уларҙың эш тәжрибәһен өйрәнеү маҡсатҡа ярашлы булыр ине. Ғөмүмән, участка уполномоченныйы булып һәр кем эшләй алмайҙыр. Түҙемлек, сабырлыҡ, физик яҡтан әҙерлек, шул уҡ ваҡытта кешеләрҙең психологияһын белеүҙе талап иткән һөнәр ул участка уполномоченныйы. Уларҙы һәм ветерандарҙы һөнәри байрамдары айҡанлы ҡотлайбыҙ, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас: