-4 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
10 Ғинуар 2018, 12:36

Кооперацияға ойошоу – көн талабы

Былтыр йыл аҙағында район хакимиәтенең ултырыштар залында БР Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре “БР ауыл хужалығы кооперацияларын үҫтереү тураһында” темаһына уҡыу семинары уҙғарҙы. Уның эшендә район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, ауыл биләмәһе башлыҡтары, хужалыҡ етәкселәре, фермерҙар, шәхси хужалыҡ алып барыусылар ҡатнашты.

Былтыр йыл аҙағында район хакимиәтенең ултырыштар залында БР Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре “БР ауыл хужалығы кооперацияларын үҫтереү тураһында” темаһына уҡыу семинары уҙғарҙы. Уның эшендә район

хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, ауыл биләмәһе башлыҡтары, хужалыҡ етәкселәре, фермерҙар, шәхси хужалыҡ алып барыусылар ҡатнашты.

-Бөгөн коопе-рацияларға берләшеүҙе тормош үҙе талап итә, - тип башланы үҙ сығышын Рәмил Зәкәриә улы. Артабан ул ошо тармаҡҡа анығыраҡ туҡталды.

-Баҙар иҡтисады тормошобоҙға көндән-көн нығыраҡ үтеп инә бара. Хужалыҡтар ҙа, ауыл халҡы ла продукция етештереү буйынса һөҙөмтәлерәк эшләй. Әммә беҙ етештергән продукцияны эшкәртеп, тейешле хаҡҡа һата белмәйбеҙ. Бөгөнгө конкуренция шарттарында быны яңғыҙың ғына атҡарып сығыу мөмкин түгел. Шуға ла ауыл хужалығы кооперацияларына берләшеү берҙән-бер юл булып тора. Кооперацияларға дөйөм хужалыҡтар ғына түгел, фермерҙар, шәхси хужалыҡтар ҙа ҡушыла ала. Алға киткән сит илдәрҙә бер фермер бер нисә кооперацияла ағза булып торорға мөмкин. Башҡортостанда ла кооперациялар күренә башланы. Был йәһәттән районда ла ыңғай миҫалдар бар. Рәсми рәүештә кооперацияға ойошмаһалар ҙа, Сәйетбаба ауылында халыҡтан һөт йыйып сыр етештереү цехы астылар. Ошо уҡ ауылдан ит һәм башҡа продукциянан ярым фабрикаттар етештереүсе Лоҡмановтарҙы ла әйтеп үтергә була. “Күркәм дөйәғоштар” фермер хужалығы ла бер нисә тармаҡ – агротуризм, етештереү, эшкәртеү менән шөғөлләнә. Кооперациялар булдырыуҙың төп маҡсаты – дөйөм хужалыҡҡа (элекке колхоз, совхоз кеүек) мөмкин тиклем күберәк халыҡты йәлеп итеп, барыһы ла бер маҡсатҡа – юғары күрһәткестәргә өлгәшеү өсөн тырышыу. Бөгөн быны һис һүҙһеҙ башҡарып сығырға мөмкин. Тик берлектәге тырышлыҡ менән генә уңышҡа ирешергә була. Кооперацияларҙы һәр тармаҡта ла ойошторорға кәрәк. Умартасылыҡ, төҙөлөш тармағы, йөн, тире, йомортҡа, бәрәңге, йәшелсә йыйыу буйынса ла кооперацияларға берләшергә була. Һөт йыйыу тармағы ла (Бурлыла “Ғафури һөтө” кооперацияһы ойошторолдо) әле тулыһынса солғап алынмаған. Теләк булғанда быларҙы эшләргә була, - тине Рәмил Бохаров.

Артабан һүҙ Өфө ҡунағы, БР Ауыл хужалығы министрлығы линияһы буйынса Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы консультациялау үҙәге директоры Ирек Сакаевҡа бирелде.

- Ғафуриҙа 31 мең халыҡ йәшәй. Һеҙҙә шәхси хужалыҡтар ҙа, һыйыр малдары ла Әбйәлил районыныҡы менән сағыштырғанда байтаҡҡа күп. Ошо көстәрҙе бергә берләштерергә һәм етештереүҙе арттырып, күберәк табыш алырға өйрәнергә кәрәк. Унан килеп, яңы ойошторолған кооперацияларға дәүләт ярҙамы ла күрһәтелә. Был бик мөһим. Мәҫәлән, “Ғафури һөтө” кооперацияһы 3 миллион һум самаһы аҡсалата ярҙам алды. Тик был ярҙамды алыу өсөн үҙ средстволарың булыуы ла мотлаҡ. Ғөмүмән, бер кооперация ойоштороуға дәүләт 70 миллион һумға

тиклем аҡса бүлә. Эште дөрөҫ итеп ойошторғанда был хыял түгел, ә ысынбарлыҡ.

Республикала Саҡмағош, Баймаҡ райондарында уңышлы ғына эшләгән кооперативтар барлыҡҡа килде. Бөгөн республикала бәрәңгенең 90 проценттан ашыуы, йөндөң - 87, йәшелсәнең - 67, мал һәм ҡош итенең 51 проценты шәхси хужалыҡтарҙа етештерелә. Тик етештерелгәнде һаҡлау, эшкәртеү һәм сифатлы килеш сауҙаға сығарыу һәр кемдең дә ҡулынан килмәй. Йәшелсә һаҡлағыс, эшкәртеү цехы төҙөү өсөн кооперацияға берләшеүҙән дә ҡулай вариант юҡ.

Кооператив ағзаларының һәр береһе бер үк хоҡуҡҡа эйә, кемдер баш, кемдер түш түгел. Үҙҙәре араһынан һайлап ҡуйылған кооператив рәйесе лә башҡа ағзаларҙан хоҡуғы буйынса айырылмай. Германия-ла бер фермер 15-ләп кооперативта ағза булып тора. Унда бер кооперация яғыулыҡ таба, икенсеһе продукция етештерә, өсөнсөһө - эшкәртә, дүртенсеһе те-йешле хаҡҡа һатыу өсөн урынын хәстәрләй һ.б. Кооперацияға берләшеү өсөн беҙҙә кәмендә 1-2 юридик һәм 5-6 физик шәхес булыуы мотлаҡ. Быны һеҙҙең районда эшләп була һәм уны булдырыу көнүҙәк мәсьәлә булып тора, - тине Ирек Зөфәр улы.

Артабан ул слайдтар ярҙамында һәм уҡыусы балаларға аңлатҡан кеүек аҡбур менән таҡтаға һыҙып, мал һуйыу цехы кооперацияһын төҙөү схемаһын һыҙып күрһәтте һәм аңлатма бирҙе. Был осраҡта кооперация ағзалары үҙ малын һатмай, ә һуйыр өсөн генә тапшыра һәм күрһәтелгән хеҙмәт (мал һуйған) өсөн генә хаҡ түләй. Ә продукцияны тулыһынса үҙенә ала, йәки килешеү нигеҙендә тейешле хаҡҡа һатып ебәрә ала. Бындай алым районда элек “Родина” агрофирмаһына Рифҡәт Фәйзуллин етәкселек иткән дәүерҙә бер ни тиклем ҡулланылды. Ҡайһы бер хужалыҡтар агрофирмаға мал тапшырып, ундағы цехтарҙа колбаса эшләтеп, йә булмаһа итте быҡтырып, консервалатып алырҙар ине.

-Ғафуриҙа күпләп бал етештерелә, урмандарығыҙҙа бәшмәк тә күп һәм ошондай продукцияларҙы фасовкалап һатыуға сығарырға мөмкин. Сит илдән һатып алыуға ҡарағанда үҙебеҙҙәге сифатлы продукцияға иғтибарҙы көсәйтәйек, бының өсөн кооперацияларға берләшәйек. БР Ауыл хужалығы консультациялау үҙәге һеҙгә һәр саҡ ярҙам итергә әҙер, - тине Ирек Сакаев.

Сығышының һуңында уға һорау биреүселәр байтаҡ булды.Тағы ла ҡыҙыҡһыныусылар булһа, түбәндәге телефон номеры буйынса уға бушлай шылтырата ала: 8-800-2-505-605.

Семинарҙа шулай уҡ Ауыл хужалығы министрлығы вәкиле Т.А.Банникова хеҙмәтте һаҡлау һәм хәүефһеҙлек мәсьәләһе буйынса сығыш яһаны. Ауыл хужалығы эштәре барышында фажиғәле хәлдәрҙең артыуы менән бәйле хәүефһеҙлек мәсьәләһенә иғтибар арта. Былтыр көҙ айҙарында ғына республикала 22 фажиғәле хәл була һәм шуларҙың береһе “Урожай” крәҫтиән хужалығында булды. Тәжрибәле механизатор (эш стажы 24 йыл) кукуруз урған мәлдә фажиғәгә тарыны. Ошондай хәлдәргә юл ҡуймаҫ өсөн хәүефһеҙлек талаптарын теүәл үтәү мотлаҡ һәм тейешле белгестәр инс-труктаж үткәрергә бурыслы. Коллективта илленән артыҡ кеше эшләһә, хеҙмәтте һаҡлау буйынса айырым штат булырға тейеш. Эшләүселәр һаны 50-гә тулмаһа, етәксенең бойороғо менән яуаплы бер кеше тәғәйенләнә. Ул коллективта инструктаж уҙғара, махсус журналға теркәй бара. Сығыш яһаусы 2018 йыл аҙағына тиклем эш урындарын аттестациялау кәрәклеген, һәр кемдең медицина тикшереүе үтергә тейешлеген иҫкәртте.

Семинар һуңында ҡыҙыҡһыныусылар үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап ала алды.
Читайте нас: