23 апрелдә “Урожай” крәҫтиән хужалығы базаһында яҙғы баҫыу эштәренә һәм мал аҙығы әҙерләү мәсьәләләренә арналған семинар-кәңәшмә булып үтте. Сара хужалыҡтың төрлө ауыл хужалығы техникаһы һәм машиналары теҙелеп киткән ырҙын табағында башланды.
Райондың ауыл хужа-лығындағы хәл менән район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Рөстәм Аҡбашев таныштырҙы. - Етерлек кимәлдәге орлоҡ кондициялы тип табылды. Баҫыуҙарға минераль ашламалар былтырғы күләмдә, хатта бер аҙ күберәк тә индереләсәк. Сәсеүҙе башҡарып сығыу өсөн хужалыҡтарҙа тракторҙар һәм ауыл хужалығы машиналары әҙер, уларға тәжрибәле механизаторҙар беркетелгән. Ужым культуралары ҙур зыян күрмәне, көндәр йылытыу менән уларҙы һәм күп йыллыҡ культураларҙы ашлауға төшәсәкбеҙ, - тине һәм хужалыҡ етәкселәренә шәкәр сөгөлдөрөн сәсеү майҙандарын кәметмәҫкә кәңәш итте.
“Урожай” крәҫтиән хужалығы етәксеһе Нәжип Хисаметдинов үҙ сиратында яҙғы сәсеүгә әҙерлек тураһында һөйләне. - Бар техника дәүләт тикшереүе үтте, механизаторҙарға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү буйынса ин-структаж, эш урындары, шарттар баһаланды. Яҙғы сәсеү эштәре 2761 га майҙанда башҡарыласаҡ. Шуның 500 гектарын көнбағыш, 200-өн – борсаҡ, 538-ен – арпа, 326-ын – ярауай бойҙай һәм 200-ҙән ашыуын кукуруз һәм башҡа культуралар биләйәсәк. Яңыларҙан рапс сәсергә уйлайбыҙ. 731 гектарҙа ужым культуралары сәселгән, уларҙы ашлау башланды ла инде,” – тине ул.
Хужалыҡтың баш инженеры Таһир Шәмсетдинов яҙғы баҫыу эштәренә йәлеп ителәсәк һәр трактор-машинаға баһа бирҙе. Баш агроном Ринат Хисаметдинов семинарҙа ҡатнашыусыларға келәттәр буйлап йөрөгәндә сәсеүгә күпме күләмдә һәм ниндәй орлоҡтар әҙерләнгәнен күрһәтте, теләүселәр булһа, уларҙы хужалыҡтан һатып алырға мөмкин тип тә өҫтәне.
Бурлы ауыл советы биләмәһендә районда беренсе булып төҙөлгән ауыл хужалығы кооперативы эшмәкәрлеге менән уның етәксеһе Рифат Баймөхәмәтов таныштырҙы: “Бөгөнгө көндә һөт эшкәртеү цехында сыр, ҡаймаҡ етештерелә. Киләсәктә тағы ла бер цех асырға ниәтебеҙ бар”, - тине ул.
Семинарҙың теоретик өлөшө Бурлы ауыл мәҙәниәт йортонда дауам итте. Беренсе булып ауыл хужалығы фәндәре докторы Р.Ғәйфуллин сығыш яһаны. Ул аңлайышлы итеп үҫемселек продукцияһын етештереү үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. - Үҫемлектәр 120-125 көн үҫә. Ошо арауыҡта юғары сифатлы продукция алыу өсөн беҙ бар тырышлығыбыҙҙы һалып эшләргә тейешбеҙ. Сөнки уның хаҡы туранан-тура сифатына бәйле: әгәр бойҙайҙа аҡһым миҡдары 14 проценттан аҙ булһа, уның килограмы 8 һум менән һатыла, - тине ул. - Тимәк, аҡһымы юғары сортлы орлоҡ сәсергә кәрәк. Икенсенән, беҙҙең орлоҡтар зыян килтереүсе сирҙәр менән зарарланған. Бойҙайҙа, мәҫәлән, “амброзия”, арпала “склерация” һәм башҡалар табылған, – тине ғалим һәм уларҙан ҡотолоу юлдарын да әйтеп үтте. Шулай уҡ культураларҙың үҙ-ара ярашыуына туҡталып, көнбағыштың борсаҡ, шәкәр сөгөлдөрөнөң рапс менән тура килмәүе, сәсеү әйләнешенә әүернә сәскәле культураларҙы индереү, етен сәсеүҙең өҫтөнлөктәре тураһында ентекләп һөйләне.
“Россельхозцентр” дәүләт учреждениеһы начальнигы урынбаҫары А.Хаматшин сәсеү фондына ғына түгел, ә тупраҡҡа ла фитоэкспертиза үткәреү юлы менән ҡоротҡостарҙан ҡотолорға мөмкин, шытымдар яҡшыраҡ сыҡһын өсөн орлоҡто йылытып сәсергә кәрәк, тине.
Район хужалыҡтарында үткән ауыл хужалығы техникаһына дәүләт техник тикшереүе һөҙөмтәләре менән инспекция начальнигы С.Лукин таныштырҙы. Ул категорияға экзамендарҙы биреүҙе һәм таныҡлыҡтарҙы алмаштырыуҙы оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа, эштәр барышында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында онотмаҫҡа саҡырҙы. Семинарҙы йомғаҡлап, республиканың ауыл хужалығы министрлығының иҡтисад анализы һәм күҙаллау бүлеге начальнигы А.Сәйетов сығыш яһаны. Ул республикала яҙғы сәсеүгә башҡа йылдарға ҡарағанда күпкә артығыраҡ сығымдар көтөлә, тине. Ләкин бынан кире дәүләт ярҙамы тик сифатлы продукция етештергән хужалыҡтарға ғына бүленәсәк. Ауыл хужалығы техникаһын субсидиялауға 350 млн һум аҡса йүнәлтеү планлаштырыла. Ғинуар, февраль айҙарында етештерелгән һөткә 300 млн һум бүленде. Ә март, апрель өсөн май айында түләнәсәк, тине. А.Сәйетов үҙ сығышында хужалыҡтарға финанс ярҙамы күрһәтеү тәртибе, ташламалы кредитлау программаһы менән таныштырҙы. Дәүләт ярҙамы барлығы 25 йүнәлештә күрһәтелә, тине ул. Ғөмүмән, уның сығышы күптәрҙең ҡыҙыҡһыныуын уятты, һорау биреүселәр ҙә булды.
Дөйөм алғанда, семинар бик ваҡытлы үткәрелде, бигерәк тә яңы эш башлап торған йәш етәкселәр өсөн. Шуға күрә семинарҙа ҡатнашыусылар был фәһемле сараны ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп, үҙҙәренә байтаҡ файҙалы тәьҫораттар алып таралышты.