+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
15 Май 2018, 13:31

Көнбағыш һәм арпа сәсәләр

Һәр ҡайҙағыса, Ленин исемендәге – “Зенит” крәҫтиән хужалығында ла яҙғы баҫыу эштәренең ҡыҙған мәле. Яҙҙың бер көнө йылды туйҙыра, тигәндәй, механизаторҙар аяҙ торған мәлдең, һәр минуттың, сәғәттең ҡәҙерен белеп эш итә.

Хужалыҡта төшөмлө культура - шәкәр сөгөлдөрө 550 гектар майҙанды биләйәсәк. Тәжрибәле механизатор Рушат Вахитов иһә “татлы тамыр” баҫыуын культивациялап, сәсеүгә әҙерләй ине. Бөгөн был культураны сәсеүгә төшөргә планлаштыралар.

Баҫыу эшсәндәрен ике тапҡыр ҡайнар аш менән һыйлайҙар. Төшкө һәм киске аш ялан батырҙарына эш урындарына уҡ килтерелә. Был ҡыҙыу эштең туҡталып тормауына һәм ҡыҫҡа срокта сәсеүҙе тамамлауға булышлыҡ итә лә инде.
Читайте нас: