+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
29 Июнь 2018, 17:28

Төп көс – мал аҙығы әҙерләүгә

Оҙайлы яуған ямғырҙар күп йыллыҡ үләндәрҙең мул булып үҫеүенә килтерҙе. Ә аяҙ көндәр башланыу менән хужалыҡтар дәррәү рәүештә мал аҙығы әҙерләү эшенә тотондо.

Ленин исемендәге менән “Мөьминов Р.В.” берләштерелгән хужалығында кәзә үләнен сабыуҙа Рәфис Йәрмөхәмәтов менән Владимир Михайлов тырышып эшләгән. Тәжрибәле механизаторҙар ваҡыт менән иҫәпләшеп тормайынса, ҡыҫҡа ваҡытта үлән сабып сыҡҡандар. Йәшел үлән бер аҙ кибеү менән Рафаэль Мәүлитов уны әйләндереп сыҡҡан. Уның артынса инде Рушат Вахитов пресс-йыйғыста бесән йыя. Бесәнгә төшөүҙең өсөнсө көнөнә уға ярҙамға Илдус Ғәлиев та ҡушыла. Уларҙың барыһын да беҙ Ноябревка ауылы эргәһендәге яланда осраттыҡ. Барлыҡ яланды иңләп, күҙ күреме ерҙә бесән төргәктәре ята. Тимәк, быйыл малдарға ашатырға аҙыҡ етерлек буласаҡ. Был яланды тамамлағас, механизаторҙар урман эргәһендәге икенсе бер кәзә үләне баҫыуына күсергә йыйына. Унда эште тамамлауға люцерна ла өлгөрәсәк.

Бер яланда Яңғыҙҡайын һөтсөлөк фермаһы мөдире Шамил Шәмсетдинов етәкселегендәге эшселәр яланды таҙартыу менән мәшғүл. Былтыр был яланға ферма ихатаһынан тиреҫ түккән булғандар. Тиреҫ менән бергә яланға шпагат бауы, таш, башҡа төрлө сүп-сар эләккән. Эшселәр ошо яланды таҙартып, трактор арбаһына тейәйҙәр ине. Механизаторҙарҙың бер нисәүһе көнбағыштың рәт араһын эшкәртә, үҫентеләрҙе сүп үләндәренән һаҡлау өҫтөндә эш алып бара. Ҡыҫҡаһы, хужалыҡта баҫыу эштәренең ҡыҙған мәле.
Читайте нас: