+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
6 Июль 2018, 13:10

Көнө йылды туйҙырыр мәл

Ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн июль айы ла мәшәҡәтле осор һәм эштең күп сағы. Юҡҡа ғына халыҡта йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра тип әйтмәйҙәр бит. Хужалыҡтарҙа пар ерҙәрен эшкәртеү тамамланыу алдында. Мал аҙығы әҙерләү ҡыҙыулыҡ менән бара. Иген культуралары уңышын йыйыуға техника, ырҙын табаҡтары, яңы уңышты һаҡлауға келәттәр әҙерләнә. Шәхси хужалыҡтар ҙа бесән әҙерләргә төштө. Малсылыҡ тармағында хәлдәр нисек? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табыу маҡсатында район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Рөстәм Аҡбашевҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек. Һүҙ - уға:

- Яҙҙың һуңлап килеүе һөҙөмтәһендә сәсеү эштәре ваҡыты ғәҙәттәгенән һуңғараҡҡа ҡалды. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, июнь башына сәсеүҙе тамамлауға өлгәштек. Иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар 17500 гектар майҙанда, шәкәр сөгөлдөрө - 3066, көнбағыш 2197 гектар майҙанда сәселде. Мал аҙығы культуралары 5630 гектар майҙанды биләй. Шәкәр сөгөлдөрөнән башҡа культуралар былтырғы күләмдә сәселде. Уның ҡарауы, бер нисә хужалыҡта табышлы культура үҫтерә башланылар. Мәҫәлән, “Урожай” КХ-ы сурепица (262 гектар) менән аҡ гәрсис (185 га), “Восход-СТ” предприятиеһы әсе борсаҡ (люпин, 121 га) үҫтерә. Шулай уҡ борсаҡ сәсеү майҙаны 700 гектарҙан ашып китте.

Кукурузды иһә башлыса малсылыҡ менән шөғөлләнеүсе – “Урожай”, “Агролэнд”, “Ғафаров Р.Ғ.”, “Рәжәпов Р.В.” хужалыҡтары үҫтерә. Был культура 345 гектар майҙанда сәселде. Шулай уҡ 850 гектарҙа судан үләне үҫтерелә.

- Рөстәм Рәшит улы, малсылыҡ тармағындағы хәлдәр менән дә таныштырып үтһәгеҙ ине.

- Район буйынса алғанда мал һаны былтырғы йылғы кимәлдә һаҡланып килә. Бөгөн барлыҡ көс мал аҙығы туплауға йүнәлтелә. Быйыл 8 мең тонна бесән, 20 мең тонна сенаж, 12 мең тонна силос туплау бурысы ҡуйыла. Һәр шартлы мал башына кәмендә 30 центнерҙан ашыу мал аҙығы әҙерләргә тейешбеҙ. Әле ауыл хужалығы предприятиеларында бесән әҙерләү һәм сенаж һалыу эштәре алып барыла. Шәхси хужалыҡтарға был тәңгәлдә мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырырға ярамай. Быйыл үлән мул, кәмендә йыл ярымлыҡ мал аҙығы запасы туплап ҡалырға кәрәк. Ауыл биләмәһе башлыҡтары халыҡҡа бесәнлек бүлеүҙә һәр йәһәттән ярҙам итһен ине. Бөгөн районда 14 мең шәхси хужалыҡта 12302 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 5737 баш һауын һыйыры, 13147 баш һарыҡ-кәзә, 2430 баш ат аҫрала. Был тиклем малға 25 мең тонна бесән талап ителә. Халыҡта “Гостехнадзор”ҙа теркәлгән 700 берәмектән ашыу техника бар (теркәлмәгәндәре лә күп), шуға ла етерлек күләмдә мал аҙығы әҙерләнер, тип уйлайым. Шәхси хужалыҡтар үҙҙәренән артҡан продукцияны дәүләткә һата. Бы-йыл ярты йылда халыҡтан 1320 мең тонна һөт йыйылды. Был эш Имәндәш, Ҡауарҙы, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәләрендә һәйбәт ойошторолған. Ауыл хужалығы предприятиеларында ла һөт етештереү былтырғы кимәлгә ҡарағанда артты. Алты айҙа һәр һыйырҙан 2241 килограмм һөт һауып алынды. Был төнгө көтөү ойоштороу һәм һыйырҙарҙы йәшел масса менән өҫтәмә туҡландырыу һөҙөмтәһе. Малсылыҡ тармағында ғәҙәттәгесә Яңы Бурлы ауылынан шәхси эшҡыуар “Мырҙағолов Р.Ғ” бейә һөтөнән ҡымыҙ, ә Ҡотлоғужа ауылында шәхси эшҡыуар “Маннанов А.” кәзә һөтөнән ҡымыҙ эсемлеге етештерә һәм уларға продукция етештереүҙе арттырыу өсөн бар мөмкинлектәр ҙә бар.

Районда ҡошсолоҡ та тергеҙелде. “Восход-СТ” (генераль директоры Руслан Бакиров) предприятиеһы элекке “Родина” агрофирмаһының ҡошсолоҡ фермаларын һатып алып, ҡураларҙы ремонтлауға, газ уҙғарыуға, ҡорамалдар урынлаштырыуға ҙур суммала инвестиция йәлеп итте. Бөгөн бында 26 мең баш йомортҡа һалыусы тауыҡ аҫрала. Яҡын көндәрҙә “Коралл” тоҡомло булған 45 мең баш себеш алып ҡайтасаҡтар. “Восход-СТ” предприятиеһында бынан тыш ырҙын табағын, келәттәрҙе, ЗАВ агрегатын капиталь ремонтланылар, ырҙын табағы биләмәһенә асфальт түшәлде. “Төҙөлөш” темаһына инеп киткәндә “Мөьминов Р.В.” хужалығында иген таҙартыу комплексы төҙөлөшөн әйтеп китергә була.

- Ураҡҡа әҙерлек эштәре нисек?

- Ураҡҡа әҙерлек эштәре әүҙем алып барыла, комбайндар ремонтлана. Быйылғы ураҡта ҡеүәтле 25 комбайн ҡатнашыуы көтөлә. Уларҙың күпселеге әҙер тип әйтергә була. Быйыл “Урман” крәҫтиән хужалығы (Ғайса Сәғиҙуллин) иген комбайны һатып алды. Хужалыҡтарҙа ырҙын табаҡтары, келәттәр тәртипкә килтерелә, ремонтлана, дезинфекция уҙғарыла, ужым культуралары сәсеүгә орлоҡ хәстәрләнә.

- Ауылда кадрҙар мәсьәләһе нисек, бөгөн ауыл хужалығына дәүләт ярҙамы бармы?

-Булған техника механизаторҙар менән тәьмин ителгән. Ауыл хужалығына йәштәр ҙә килә. Ильвина Сәғиҙуллина - агроном, Фаил Ғафаров зоотехник булып үҙ хужалыҡтарына эшкә ҡайтты. Улар йәш белгестәрҙе ауыл еренә эшкә йәлеп итеү программаһы буйынса 500 мең һум күләмендә дәүләт ярҙамы аласаҡ. Ауыл хужалығында эшләргә теләүселәргә дәүләт ярҙамы ла күрһәтелә. Илзирә Рәхмәтуллина яңы эш башлаусы фермер, ә Илшат Ғиззәтуллин “Ғаилә һөтсөлөк фермаһын үҫтереү” программалары буйынса грант аласаҡ.

Шулай уҡ ауыл хужалығы кооперативтары ойоштороуға республика бюджетынан грант биреү тәртибе раҫланды. Беҙҙең районда төрлө йүнәлеш буйынса 7 ауыл хужалығы кооперативы ойошторолдо. Кем үҙ ерендә үҙенә эшләргә теләй, шулар кооперативтарға ойоша ла инде.

Дәүләт яңы техника һатып алыусыларҙың сығымдарын өлөшләтә ҡаплатыуға компенсация бирә. Шулай уҡ юғары сортлы һөт һатыусы хужалыҡтар быйыл ике тапҡыр һөт өсөн субсидия алды.

- Киләсәккә ниндәй уй-маҡсаттар менән йәшәйһегеҙ?

- Киләсәктә районда шәкәр сөгөлдөрөн тәрән эшкәртеү бу-йынса агрокомплекс төҙөү планлаштырыла. Әлегә был эште башҡарып сыға алырҙайҙар менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Шулай уҡ тармаҡты үҫтереү өсөн кесе эшҡыуарҙарҙың барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итеү бурысы тора. Бындай йүнәлеш үҙен аҡланы инде. Барлыҡ эштәрҙе лә дөйөм көс менән атҡарып сығырбыҙ, тип ышанам.

- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
Читайте нас: