+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
10 Июль 2018, 13:51

Бесән сабалар, сенаж һалалар


Беҙ хужалыҡта булған көндө мал аҙығы әҙерләүселәр бесән төргәкләп, хужалыҡтың Березовка һөтсөлөк фермаһы ихатаһына ташыу менән мәшғүл ине. Березовка-Павловка ауылдары араһындағы кәзә үләне биләгән киң баҫыуҙы тракторҙар иңләп йөрөй. Урал Йәғәфәров менән Вячеслав Баранов сапҡан үләнде ҡырлы тырма менән Венер Ғиззәтуллин әйләндереп, бакуйҙарға һалып сыҡҡан. Бакуйҙағы бесәнде “МТЗ-82” тракторҙарына тағылмалы пресс-йыйғыс менән Ғәли Хәлилов, Виктор Евдокимов һәм Илнур Ишмөхәмәтов йыя, улар артынан 250 килограмлыҡ бесән төргәктәре ятып ҡала. Ә Илшат Ситдиҡов бесән төргәктәрен өс тиҫтәгә яҡын төргәк һыйҙырышлы “МТЗ” тракторҙары арбаһына тейәй. Уларҙы Анатолий Баранов менән Венер Ғиззәтуллин ферма ихатаһына ташый.

-Әлеге мәлдә 390 гектар майҙанда кәзә үләне сабылып, шуның 220 гектарындағы бесән йыйып алынды. Барлығы 102 тонна бесән әҙерләнде, 890 тонна сенаж һалынды, - тип таныштырҙы беҙҙе эштәр барышы менән хужалыҡ зоотехнигы Ғәзим Мөхәрмәтов. – Бесән әҙерләү менән бер рәттән Березовка фермаһы йәнәшәһендәге 1500 тонна һыйҙырышлы сенаж соҡорон тултырыу менән дә мәшғүлбеҙ. Комбайн ваҡлаған йәшел үләнде баҫыуҙан Камил Сәйғафаров менән Ансар Әхмәҙуллин соҡорға ташып өлгөртөп тора. Сенаж соҡоронда әҙер массаны “Т-170”-тә Сафуат Яхин тығыҙлап тапатып торһа, хәҙер был эштә Вилүр Ғайсаров мәшғүл, сөнки тәүгеһе йәшел масса ташыуға йәлеп ителде, - тине ул.

Ысынлап та, хужалыҡтың мал аҙығы әҙерләүселәре йәйге аяҙ бер көндөң тотош йылды туйҙырырлыҡ икәнен аңлап эшләй. Дөйөм тырышлыҡ менән ҡышҡылыҡҡа мал-тыуарға етерлек аҙыҡ туплаясаҡбыҙ, - тине беҙҙең менән хушлашып улар. Ә “урожай”ҙарҙың алдарына ҡуйған маҡсаттарын мотлаҡ үтәйәсәктәре билдәле.


Читайте нас: