+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
17 Июль 2018, 12:43

Быйыл да һынатмаҫтар

Арбаңды – ҡыш, санаңды йәй әҙерлә, ти халыҡ. Йәй уртаһы булыуға ҡарамаҫтан, барлыҡ тармаҡта ла, шул иҫәптән торлаҡ-коммуналь хужалыҡта ла ҡышҡа әҙерлек эштәре алып барыла.

Красноусолда һәм яҡын-тирәләге ауылдарҙа “Теп-ловодоснабжение” муниципаль предприятиеһы йылылыҡ, өлөшләтә электр энергияһы өсөн яуап бирә, идарасы компания ролен үтәй. Бөгөн предприятиела графикка ярашлы ремонт эштәре алып барыла. Йылылыҡ селтәрҙәре ҡыш көнө тотороҡло эшләһен, аварияларға юл ҡуйылмаһын өсөн бөгөн йылылыҡ системаһына яһалма баҫым ебәрелеп, тишелеү ихтималлығы булған урындар асыҡлана, бындай торбалар яңыларына алыштырыла. Шулай уҡ йылытыу системаһы бер нисә тапҡыр, ремонтҡа тиклем һәм ремонттан һуң ҡалған бысраҡты, юшҡынды бөтөрөү өсөн йыуҙырыла. Йылытыу ҡаҙанлыҡтарына айырыуса ҙур иғтибар бирелә, уларҙың хеҙмәт итеү ваҡытын оҙайлыраҡ итеү өсөн барыһы ла эшләнә. Йылытыу системаһына юшҡын ултырмаһын өсөн һыу махсус фильтрҙар аша уҙғарыла. Быйыл 2 ҡаҙанлыҡҡа капиталь, 19 ҡаҙанлыҡҡа ағымдағы ремонт уҙғарылған. Бөгөн иһә предприятие эшселәре йылытыу селтәре ҡоҙоҡтарын, люктарҙы таҙартыу, яҡтыртыу, газ, һыу, электр энергияһы менән тәьмин итеү системаһын тикшерә, кәрәк икән ремонтлай, яңырта. Август айында иһә эшселәрҙе уҡытыу, аттестациялау кеүек эштәрҙе башҡарыу күҙаллана.

Предприятиеның һыу каналы участкаһы район үҙәгенең Крупская урамында (556 метр) һәм Достоевский урамында (410) һыу торбаларын яңыртасаҡ. Яңы торбалар заманса материалдан эшләнгән һәм уларҙың хеҙмәт итеү ваҡыты тимер торбаныҡынан байтаҡҡа күберәк.

Предприятиеның электр участкаһы “Гип-Электро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә ҡуртымға бирелгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, “Тепловодоснабжение” МУП-ның инвестиция проектына ярашлы Новоселка урамында 12 электр линияһы бағанаһын алыштырыу, 1400 метр арауыҡта СИП-кабель һуҙыу ҡаралған. Ҡыҫҡаһы, предприятиеның барлыҡ участкаларында ла планға ярашлы ҡышҡа әҙерлек эштәре алып барыла. Уҙған йылытыу миҙгелендә предприятие ҡарамағындағы участкаларҙа йылытыу системаһында, һыу, электр энергияһы менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр булманы. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшселәре бы-йыл да һынатмаҫ, йылытыу миҙгелен уңышлы үткәреп ебәрер, тип ышанғы килә.
Читайте нас: