+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
7 Август 2018, 12:13

Алдынғыларға – машина

Быйыл да ураҡ батырҙары автомобиль менән бүләкләнәсәк.

Был хаҡта “Баҫыу көнө- 2018” семинар-кәңәшмәһе сиктәрендә уҙғарылған “Түңәрәк өҫтәл”дә һөйләшеү барышында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе.

- Беҙ быйыл да иң һәйбәт механизаторҙар, комбайнсыларҙы дәртләндереүҙе дауам итәсәкбеҙ, ошо хаҡтағы тейешле Указға ҡул ҡуйҙым. “Шевроле” автомашиналары һатып алыуға 8 миллион һумға яҡын аҡса бүленә. Октябрь аҙағында, ноябрь баштарында йомғаҡ яһап, еңеүселәрҙе асыҡлаясаҡбыҙ һәм бүләкләйәсәкбеҙ, - тине Рөстәм Зәки улы.

Билдәле булыуынса, аграр өлкәләге конкурс Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов тәҡдиме менән 2016 йылдан башлап уҙғарыла башлағайны. Йыл һайын иң-иң тип табылған 10 механизатор бүләкләнә.


Читайте нас: